Танылған ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүргә 75 йәш тулды. Ошо уңайҙан юбилярҙың тыуған ерендә — Әлшәй төбәге китапханаларында осрашыуҙар, ижади кисәләр үтеп тора.
Рәшит Шәкүр — филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың Дәүләт гимны тексының авторҙашы. Ул — өс тиҫтәгә яҡын китап авторы, шул иҫәптән 10 публицистик һәм шиғри әҫәрҙәр йыйынтығы, башҡорт халҡының әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы хаҡындағы 7 монографияһы донъя күрҙе. Рәшит Закир улының етәкселегендә 1996, 1997 йылдарҙа урыҫ һәм башҡорт телдәрендә “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһы баҫылып сыҡты. Тынғыһыҙ ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәренең фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды: ул — Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Баш ҡалабыҙҙа ла Рәшит Шәкүр хөрмәтенә саралар уҙғарыу ҡаралған. 20 апрелдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юбилярға арналған “Хәҙерге төрки филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Ә инде бөгөн киске сәғәт 7-лә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына ғалимдың юбилей кисәһенә саҡырабыҙ.
Инеү бушлай. Күркәм тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
А. ҒИЗЗӘТОВ.