Башҡорттарҙың “Викинг” фильмына ни ҡыҫылышы бар?13.01.2017
Башҡорттарҙың “Викинг” фильмына ни ҡыҫылышы бар? Башҡорттарҙың “Викинг” фильмына ни ҡыҫылышы бар? Шөкөр, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай хәҙер башҡорт. Элек буй етмәҫлек күренгән Мәскәүҙә башҡаларға дәрес бирә ул. “Викинг” фильмын ҡараһағыҙ, унда һуғыш күренештәренең күп булыуын күргәнһегеҙҙер. Ә бына шундағы төп ролдәрҙе уйнаған билдәле Данила Козловский, Игорь Петренко, Владимир Епифанцевтарҙы ҡылыс тоторға, ҡул һуғышына башҡорт егеттәре өйрәтә!
Ил кинотеатрҙарында шаулап-гөрләп “Викинг” фильмының премьераһы бара. Ул
X быуатта Русь ерендә Рюриктар тоҡо­монан Новгород кенәзе Владимир Свято­сла­вичтың власҡа килеүе тураһында. Кино­ла Данила Козловский, Светлана Ходченкова һәм башҡа билдәле Рәсәй актерҙары төшкән.

Ә башҡорттарҙың был тарихи фильмға ниндәй ҡыҫылышы бар? Эш шунда: “Викинг”ты беҙҙең яҡташта­рыбыҙ ҙа төшө­рөшкән. Бына уларҙың исемдәре – Айҙар Закиров, Роберт Йылҡы­баев, Рөстәм Миңлебаев, Әс­хәт Нәҡиев, Зөлфәр Әх­мәтов. Ҡайһы бер күмәк күренештәрҙә үҙҙәре лә ҡатнашҡан. Хатта бер нисә ролде уйнағандар. Мәҫәлән, Ейәнсура районының Абҙан ауылынан Роберт Йыл­ҡыбаев бер үҙе дүрт персонажды һын­ландырған.
– Минең төп эшем – уҡы­тыусылыҡ. Унан ғына – ак­тер­лыҡ, – ти Роберт. Ысын­лап та, киноны төшө­рөү баш­ланмаҫ элек үк ул Данила Козловский, Игорь Петренко, Владимир Епифанцев, Максим Суханов, Александра Бортичты ҡы­лыс менән һуғышыу алымдарына өйрәтә. Аҙаҡ­тан фильмда үҙе улар менән алыша.
Роберт Йылҡыбаев За­һир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында театр һәм кино актеры белгеслегенә уҡый. Шул уҡ уҡыу йортонда һәм Милли йәштәр театрында эшләй. Мәскәүгә китеп, ГИТИС-та аспирантура тамамлағас, сәхнә плас­тикаһы кафед­раһында эшкә ҡала. Ул ВГИК-та ла йәш актерҙарға шуның буйынса дәрестәр бирә.
Башҡортостан егете ошоға тиклем 40-тан ашыу фильмда трюктар ҡуйыуҙа һәм фехтование күренеш­тәрен ойоштороуҙа ҡат­нашҡан. Уның ҡатнашы булған иң билдәле сәнғәт өлгөләре – “Екатерина II”, “Трюкач”, “Айҙың кире яғы-2”, “Казанованың ҡатын-ҡыҙы”, “Умартасы”, “Палач”, “Ҡылыс-2”. Яҡташыбыҙ – Рәсәй каскадерҙары ассо­циацияһы ағзаһы.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Роберт Яңы йыл байрамына тыуған ауылына ялға ҡайтҡас, әлегә “Викинг”ты тулыһынса ҡарай алмаған. “Яҡын-тирәлә кино­театрҙар юҡ шул”, – тип әйтеп ҡуйҙы ул.


Вернуться назад