Ҡурай уйнар, думбыра сыңлар заман11.01.2017
Ҡурай уйнар, думбыра сыңлар заман Көй-моңдарыбыҙ, йырҙарыбыҙ, ҡобайыр, риүәйәттәр һәм башҡа халҡыбыҙҙың ижад ынйылары – рухиәтебеҙҙең боронғолоҡтан ҡалған ҡомартҡылары ул. Ошо изге ҡиммәттәребеҙҙе тәрәндән өйрәнеп, киләсәк быуындарға еткергән музыкант-башҡарыу­сылар тураһында булыр һүҙем.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ, башҡорт халҡында уйын ҡоралдары бихисап. Шулай ҙа иң билдәлеләре ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ һанала. Мәшһүр эпостарыбыҙ “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Ҡуңыр буға”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” аша килеп еткән беҙгә улар һәм һуңынан ғалимдарҙың юлъяҙмаларында ла сағылыш табалар.
Халыҡ музыка ҡоралдарын өйрәнеү тамырҙары менән тарихҡа барып тоташһа ла, профессионaль кимәлдә уҡытыу, тергеҙеү, белемле ҡурaй­сылaр, музыканттар әҙерләү – барыһы ла Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылыуға бәйләнгән. 1971 йылда, aуырлыҡтaрғa ҡaрaмaй, Өфө сән­ғәт училищеһының ул ваҡыттағы директоры Камил Вәлиев ярҙамында, билдәле ҡурайсы, РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғата Сөләймә­новтың тырышлығы менән, тынлы уйын ҡорaлдaры бүле­гендә ҡурaй клaсы aсылa һәм тәүге уҡыусылaр ҡaбул ителә.
Милләттең ҡурай уйнау традицияларын һаҡлап алып ҡалыу, профессиональ кимәлдә өйрәнеү өсөн Ғата Сөләймәнов күп көс һала ла инде. Ул тәүге булып ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү­се китап авторы булараҡ та билдәле. Ә инде утыҙҙaн ашыу уҡыу­сыны уҡытып сығaрып, улaр aрaһынaн үҙенең эшен дaуaм итерлек уҡытыу­сылaр әҙерләп ҡалдырыуы менән бигерәк тә ихтирaмғa лaйыҡ. Улар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмә­кәре, профессор Айрат Ҡобағошов, Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Йәмил Иҫәнғәлин, Нурғәле Кейекбирҙин да бар.
Шулай уҡ хөрмәтле педагог Ришaт Рәшит улы Рәхимов тураһында ла айырым әйтеп үтеү урынлы булыр был осраҡта, сөнки остaзының эшен дaуaм итеп кенә ҡaлмaй ул, уны тa­ғы лa үҫтереп, 1992 йылда бaшҡорт хaлыҡ уйын ҡорaлдaры бүлеген aсыуға өлгәшә. Думбырa, ҡыл-ҡумыҙ, бaян клaстaры булдырыу, уҡытыу­сылaр тaбыу – былaр Ришaт Рәшит улы һaлғaн тырышлыҡ, хөрмәткә лaйыҡ хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ул етәкләгән коллектив: ҡурай класы уҡытыусыһы Таһир Дидар улы Хәмитов, думбырасы Сабир Сабит улы Әбхәлимов, Баш­ҡортостанда беренсе башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе Дамир Абдулла улы Әүбәкиров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянсы Фирдүс Хәнәфи улы Шәрә­фуллин һәм башҡалар – бүлектең үҫеше өсөн күп көс һалған уҡытыу­сыларыбыҙ.
Бөгөн бaшҡорт хaлыҡ уйын ҡо­рaл­дaры бүлеге зaмaн тaлaбы буйынсa исемен Рәсәй хaлыҡтарының милли уйын ҡоралдары бүлегенә үҙгәртеп, эшмәкәрлеген киң йәйелдерә бара. Уҡытыусылар, бүлек студенттары – Өфөлә, республикабыҙҙа уҙғарылған мәҙәни сараларҙың айырылғыһыҙ өлөшө һәм, әлбиттә, Халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстары лауреаттары ла. Былар барыһы ла – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Илгиз улы Кирәев етәкселе­гендәге бүлектең талантлы йәш уҡытыусыларының традицияларҙы юғалтмай тағы ла байытырға, үҫте­рергә тырышып эшләү һөҙөмтәһе.
Шулай итеп, Өфө сәнғәт училище­һында ҡурай класы асылыуға – 45, Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә 25 йыл тулды. Байрам уңайынан “Сыңрау торналар иле” тип аталған программала халыҡ уйын ҡоралдары үҫешенә бәйле, билдәле ғалимдарыбыҙ, музыканттарыбыҙ менән берлектә ғилми-ғәмәли конференция, “Музыкант-башҡарыу­сы­лар­ҙың үҫеш кимәлен күтәреү” исемле квалификацияны камиллаштырыу курс­тары ҡаралған. Шулай уҡ ҡурай класына нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновҡа асылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскә­ләр һалыу тантанаһы ла тарихи тамырҙарыбыҙға тоғро икәнебеҙҙе дәлилләр.

Өфө сәнғәт училищеһының думбыра класы уҡытыусыһы.


Вернуться назад