Маҡарыма ҡайттым… Тирә-яҡта Күкрәп сәскә атҡан күк сирень…11.01.2017
Юҡ, сирень сәскә атмай ине ул көндө, киреһенсә, тышта сатлама һыуыҡ, бит осонда ялбыр ҡар болоттары ағыла. Ләкин Маҡар ауылы халҡы, минең яҡташтарым, ҡышҡы һалҡын көндө үҙҙәренең күңел йылылығы менән яҙға әйләндерҙе. Яҡташтарымдың ҡат-ҡат шылтыратыуынан һуң, беҙ, бер төркөм әҙиптәр, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев етәкселегендә Маҡарға юлландыҡ. Минең 75 йәшем тулыу уңайынан ине беҙҙең был сәфәребеҙ. Шундай болғауыр заманда ла яҡташтарымдың әҙәбиәттән айырылмауы, рухи юғарылығы, яҙыусыларға булған иғтибар һәм ихласлыҡ күңелдәребеҙгә һары май булып ятты. Рәхмәт ихтирам күрһәткән яҡташтарыма, ихлас күңелдән …
Ишембай район хакимиәтенә, Маҡар ауыл Советы етәксеһенә, райондың мәғариф бүлеге, “Торатау” редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә, Маҡар урта мәктәбе коллективына, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова етәкләгән музыка мәктәбенең “Селтербей” ансамбленә, сәхнәне гөл кеүек биҙәгән барлыҡ ағинәйҙәргә, туғандарыма, класташтарыма, сатлама һыуыҡтан ҡурҡмаған, ҡыштың иң ҡыҫҡа көнөндә ҡара таңдан тороп сәфәргә сыҡҡан ҡәләмдәштәрем Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға, Тамара Искәндәриәгә, Сабир Шәриповҡа, Фәрзәнә Аҡбулатоваға, Ғәлиә Кәлимуллинаға, Лариса Абдуллинаға, Хисмәт Юлдашевҡа, әҙәби төркөмдө етәкләгән Зәки Әлибаевҡа оло рәхмәтемде еткерәм.
21 декабрҙә ошо матур сәфәрҙең дауамы булған икенсе осрашыу Зәки Вәлиди исемендәге китапханала Өфөлә үтте. Был осрашыуҙы матур итеп ойошторған китапханаға, ошо көнгә “Киске шәфәҡ йыры” тигән яңы китабымды донъяға сығарған Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең хеҙмәткәрҙәренә, Маҡарҙы урап ҡайтҡан төркөмгә килеп ҡушылған олуғ яҙыусыбыҙ Ноғман ағай Мусинға, Әлфиә Әсәҙуллинаға, Салауат Кәримовҡа, Гөлфиә Янбаеваға, Эльза Кәлимуллинаға, Гүзәл Хамматоваға, туғандарыма, мине ҡотлаған йәш быуынға рәхмәтлемен. Әҙәбиәткә тоғро хеҙмәт иткән гәзит, журнал, радио, телевидение журналистарына Яңы йылда ҡыуаныстар, сағыу шатлыҡтар насип булһын.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты.