Танып башҡорттары – сәхнәлә30.12.2016
Ауыл биләмәләре сәнғәт оҫталары араһында “Атайсал” башҡорт фольклоры фестивале үткәрелде. Төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәгән районда тамырҙары Танып ырыуына барып тоташҡан Тушҡыр ауылы һәүәҫкәрҙәре тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Ҡатнашыусылар араһында фермер хужалыҡтарында эшләгәндәр, йыраҡ Себергә йөрөгәндәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, оло йәштәге апайҙар булды.
– Ябай халыҡ араһында таланттар шул тиклем күп, уларҙы һайлап алып, дәртләндереп сәхнәгә сығарыу – ижадҡа битараф булмаған бөтә яуаплы кешеләрҙең бурысы. Ауыл йәшәй. Тимәк, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге өмөтлө. Милләтте, динде һаҡлау кешенең үҙенән тороуын да оноторға ярамай, – тине жюри ағзаһы Рәзидә Әхмәтова.
Фольклор кисәләре – иҫтә ҡалырлыҡ фәһемле сара. Тушҡыр ауылында сәнғәтте үҫтереүгә күп көс һалған фәһемле шәхестәр бар. Шулар араһында һәүәҫкәр шағирә, йырсы һәм оҫта ойоштороусы Гөлшат Ихсанованы телгә алыр инем. Ул үҙенең шиғырҙарына көйҙәр ҙә ижад итә. Был тамашаға ла сценарийҙы ул үҙе яҙған.
Бик үҙенсәлекле башланды кисә. “Тыуған ауылым” көйө оҙатыуында шәжәрә ағасы янында әбейҙәр һәм малайҙар ауылдың тарихы тураһында әңгәмәләште. Өс йөҙ йыл тарихы булған ауылдың ҡайҙан килеп сыҡҡанын, кемдәр был төбәккә килеп ултырғанын асыҡланылар. Башҡорт ырыуы вәкилдәре Байрамша, Ғәбйәлил, Бикташ, Ураҙмәт бабайҙар нәҫеленән беҙ. Улар заманында бик данлыҡлы кешеләр булған, өс тапҡыр хажға барған диндарҙар.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Тушҡырҙа 1675 башҡорт йәшәгән. Был мәғлүмәт йәш быуында милләтебеҙгә иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләүҙә мөһим дәлил булып тора. Мәғлүмәттәр Салауат Хәмиҙуллиндың “Танып ырыуы башҡорттары” китабынан, район тарихы тураһындағы сығанаҡтарҙан һәм урындағы тарихсылар, Тушҡыр ерлегендә йәшәп ижад иткән яҙыусылар китаптарынан алынды.
Сәхнәгә “Ҡартаймаҫтар” йыр ансамбле сыҡҡас, зал алҡыштарға күмелде. Жюри ағзалары бер тауыштан уларҙы “Башҡорт халыҡ йырҙарын иң оҫта башҡарыусы коллектив” номинацияһында еңеүсе тип таныны. Күп йылдар төрлө байрамдарҙа, район кимәлендәге фестивалдәрҙә ҡатнашып уңыштар яулаған ансамбль ул. Үҙенә генә хас репертуары бар, сәхнә костюмдары ла үҙенсәлекле. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Тушҡыр егете Рифҡәт Ғәбделйәнов та байрамға яҡташтарын тәбрикләргә ҡайтҡан. Нефтекама филармонияһында эшләгән егет халҡыбыҙға ижад емештәрен бүләк итте, “Тушҡырыма” йырын ҙур илһам менән башҡарҙы.
Беҙҙең төбәктә бейеү ансамблдәре лә күп. “Чиборио” удмурт халыҡ ансамбле дәртле бейеү башҡарҙы. Асавка ауылы ҡыҙҙарының боронғо удмурт бейеүе иң уңышлы сығыштарҙың береһе булды. Тушҡыр ауылынан әсәле-ҡыҙлы Ирина Ғәлиәхмәтова һәм Венера Хәмәтнуровалар рус халыҡ бейеүен профессиональ кимәлдә башҡарҙы. Диана Хисмәтова үзбәк бейеүе менән таң ҡалдырҙы.
Йыр – сәнғәттең әсәһе, ә уның алтын бағанаһы – заман эстрадаһы. “Тыуған яҡ моңдары” йыр бәйгеһендә йәш йырсылар Эльмира Рәхимова, Илнур Хәсәнйәнов, Руфина Исмәғилева сәхнә биҙәге булды.