Ҡалдырма, әсәй!28.03.2012
Ҡалдырма, әсәй!Үлтерә инде был теш мине, үлтерә! Ул һыҙлауҙан да яман нәмә юҡтыр донъяла! Ниңә генә ҡулымда тылсым таяғым юҡ икән? Һыҙланып, эт кеүек ыҙаланып та тормаҫ инем. Шунда уҡ бөтөрөр инем был сирҙе. Үҙемдән генә түгел, ер йөҙөнән ҡыуып ебәрер инем уны. Оноторҙар ине кешеләр теш һыҙлауҙың нимә икәнен.
Кисәгенән бирле һыҙлай тешем. Эй ыҙалата, эй илата ул. Көндөҙ тымып ҡалған була ла, кис еттеме — үҙенең яуыз эшенә тотона. Хет түбә таҡтаға һикер, йә бүре булып айға ҡарап оло... Тешеңде көнөнә йөҙ тапҡыр таҙартырҙай булаһың ошо мәлдә. Тик ниңәлер уны хәстәрләү йоҡоһоҙ төндәрҙә генә иҫкә төшә шул.
Төн йоҡлай алмай сыҡҡас, иртә менән үҙебеҙҙең шәфҡәт туташы Сәйҙә апайға барҙым. Балалар йортонда медпункт бар. Еңелсә яраланһаң, һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәң, температураң күтәрелһә, тәү сиратта Сәйҙә апайға йүгерәһең. Кәрәкле дарыуҙарын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Бөгөн дә уның эшкә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәғәт туғыҙ тула тигәндә медпункт алдында баҫып тора инем.
— Һаумы, Ильяс! Нимә булып китте? — тине ул йылмайып, мине күреү менән.
— Апай, теш һыҙлай. Йоҡлай алманым бөгөн.
— Әй-й, Аллам! Тешегеҙҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ тип күпме әйттем? Ярар, ин әйҙә кабинетҡа.
Үҙемдең Сәйҙә апай алдында ғәйепле икәнемде тойоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Һыуыҡ карауатҡа ултырҙым да апайҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауҙы дауам иттем.
Шунан:
— Ҡана, ауыҙыңды ас әле? Ҡайһы тешеңде үсектергәнһең икән? “А-а-а” тиген...
Апай оҙаҡ ҡына ауыҙымды ҡараштырҙы ла башын уңға-һулға сайҡап ҡуйҙы.
— Дә-ә-ә... Аҙау тешең серей башлаған икән. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына, уны ямарға кәрәк. Ә бының өсөн ҡалаға барырға бит инде... — Сәйҙә апай ошо саҡ эш өҫтәле артына ултырҙы ла уйланып китте. Берсә тәҙрәгә ҡараны, берсә журналын аҡтарҙы. — Һеҙҙең өсөн директорҙан әрләнеп бөттөм инде. Үҙемде хәстәрләп йөрөйөммө ни! Берәүҙең ҡолағы һыҙлаһа ла, ашҡаҙаны ауыртһа ла, машина таба алмаған булалар. Берҙән-бер “Жигули”йы эшләй, уныһы ла тик Мәүлиҙә Нурғәлиевна өсөн. Ә автобусты һинең өсөн ҡыуалап тормаҫтар. Ильяс, әйҙә былайтайыҡ. Мә һиңә дарыу, ошоноң яртыһын һыҙлаған тешеңә һал. Баҫылыр. Ҡыйын булһа ла, үҙең директорға әйтеп ҡара, ҡалаға алып барһындар тип. Кисә генә унан әрләнеп сыҡтым. Теш — уйын эш түгел. Әгәр рөхсәт итһә, бөгөн үк ҡалаға табипҡа барырбыҙ, — тине лә өс төймә дарыу бирҙе. — Әлегә бүлмәңә барып ятып тор, баҫылһын бер аҙ.
Былтыр беҙҙең балалар йортона яңы ғына автобус бирҙеләр. Әй, ҡыуандыҡ шунда. Концерт-фәлән була ҡалһа йә конкурста ҡатнашырға барырға итһәк, — шатланышабыҙ. Ап-аҡ ҡына автобус, тәгәрмәстәре лә ялтлап тора. Тағы ла гаражыбыҙҙа йәшел төҫтәге “Жигули” ҙа бар. Тик ул машинаға беҙҙе ултыртып бармайҙар. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна йөрөй уның менән. Көн һайын тигәндәй бара. Бөгөн дә эштәре буйынса шунда юл тотасаҡ, бәлки, үтенеп һораһам, бер ыңғай мине лә алыр. Ошо хаҡта уйлап ята бирҙем дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, директор кабинетына киттем. Ишек төбөнә килеп еткәс тә, инергәме-юҡмы тип икеләнеп торҙом. Әммә кире боролоу килешмәҫ, теште тиҙерәк дауаларға кәрәк бит.
— Һаумыһығыҙ, Мәүлиҙә Нурғәлиевна! — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Ул һөҙөп алырҙай ҡараш ташланы:
— Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында, мәктәпкә бармайынса!
— Апай, теш һыҙлай бит...
— Бәлә һалып тик йөрөйһөгөҙ. Һин генәме ни бында, бәләсник?
— Алдашмайым, бына кисә...
Директор әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
— Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе. Шул ҡаланы күрәм тип йөрөйһөгөҙ инде. Берәүҙең, имеш, эсе ауырта, икенсеһенең мейеһенә нимәлер булған икән, өсөнсөһөнөң күҙе насар күрә... Һәр кемегеҙҙе ҡалаға балнисҡа апарып йөрөр тиһеңме?! Шиш! Маңҡаларға алданып йөрөмәҫмен инде. Бына һин дә, исмаһам, битең дә шешмәгән, ә тешем һыҙлай тип алдашаһың!
— Апа-а-й, төнө буйы йоҡламай сыҡтым. Сәйҙә апайға күрһәттем, ул, тешең серей башлаған, тине.
— Минең бөгөн РОНО-ла мөһим эштәрем бар. Һеҙҙең менән эйәртенешеп йөрөмәйем. Ана, дарыу ашаһаң бөтә ул... Әйт Сәйҙәгә, директор күберәк анальгин бирергә ҡушты, тиң...
— Һуң ул дарыу оҙаҡҡа баҫмай бит...
— Кит, эргәмдә мыжып торма. — Ҡулындағы ручкаһын шап иттереп өҫтәленә бәреп ебәрҙе. — Әле тештән бер кем дә үлмәгән! Марш мәктәпкә!
Башымды түбән эйеп, сығыу яғына боролдом. Ниңә хәлемә инмәй икән ул? Бәләкәй саҡта әллә үҙенең теше һыҙлағаны булманымы икән? Их, ирекле ҡош булһам ине. Бында инәлеп тә тормаҫ, ҡалаға осоп сығыр ҙа китер инем. Директорҙан ауыр һүҙ ишеткәндән һуң һыҙланыуым көсәйгәндәй тойолдо. Артымса директор эйәреп сыҡты.
— Ҡара һин уны! Еңмешләнеп маташа, мәхлүк! Аҡылға ултыртырмын әле, — тип тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡалды.
Эй ҡыйын булды шул саҡ. Исмаһам, һыҙланғанда йылы һүҙ ишетермен тиһәм, киреһенсә, күңелемде төшөрөп, әрләп сығарып ебәрҙе.
Беҙҙең балалар йортонда биш төркөм бар. Мин — уның дүртенсеһендә. Һәр төркөмдә яҡынса егерме бала иҫәпләнә. Ике көндөҙгө тәрбиәсе һәм ике төнгө “няня” беҙҙе хәстәрләй. Бөгөн иртәнсәктән Хәкимә апай эшләй. Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә, эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. Шулай ҙа яңғыҙым бүлмәлә ни эшләп ятайым, тинем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, мәктәпкә киттем.
Мәктәптә лә көскә түҙеп ултырҙым. Тәнәфес етеү менән тышҡа йүгереп сығам да ҡар ашарға тотонам. Тештең ауыртыуы баҫылғандай була. Үҙем менән дә класҡа ҡар йомарлап алып индем. Шуны тешләйем дә, “ауыртыуың бына бөтәсәк” тип, үҙемде йыуатҡан булам. Ахырҙа уҡытыусым, быны күреп, түҙмәне:
— Мөхәмәтов! Ыҙаланып ултырма. Тешеңде тиҙерәк йүнәтеү хәйерлерәк, — тип ҡайтарып ебәрҙе.
Ап-аҡ ҡарҙы услам-услам ашай-ашай балалар йортона табан атланым. Төшкө аш ваҡыты яҡынлаша ине.
Йортҡа инеү менән Сәйҙә апай тап булды.
— Һыҙлаймы һаман?
— Баҫылырға уйламай ҙа...
(Дауамы. Башы 55, 58-се һандарҙа).
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад