Башҡортостанда Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы, яңы ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бихисап бурысты ғәмәлгә ашырырға өлгөргән, киләсәккә уй-ниәттәре лә күп. Төрлө мәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә ойошторорға булышлыҡ итеү, мәҙәниәттең үҫешенә этәргес биреү, һәләтлеләрҙең иңенә ҡанат ҡуйыу маҡсатында эшләй ул.
Мәҫәлән, 24 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йәш йырсылар Ирина Остин менән Лия Литвинованың концерты булды. 11 апрелдә ошо уҡ мәҙәниәт усағында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, танылған йырсы Иҙрис Ғәзиевтең концерты көтөлә. Уларҙы әҙерләүгә йәмәғәт советы, әлбиттә, күп көс һала.
Башҡортостанда Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советының рәйестәше Азамат Хәсәншиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, әрһеҙ һәм тырыштарҙың тығылмаған ере юҡ, улар үҙҙәренә юлды төрлөсә яра. Таланттар менән эш итеү – был ойошманың төп бурыстарының береһе.
– Уҡыусы менән уҡытыусы араһында бәйләнештең көслө булыуын теләйем, – ти Иҙрис Ғәзиев. – Егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙебеҙ менән бергә сәхнәгә алып сыҡмаһаҡ, кем уларҙы ҡайғыртыр? Музыка мәктәбен тамамлаған бала сәнғәт училищеһына уҡырға бара, артабан сәнғәт академияһының ишеген асып инә. Ваҡытында тейешле ярҙам күрһәткәндә генә үҫмер өр-яңы идеялар менән йәшәйәсәк, үҙен төрлө яҡтан асыуға өлгәшәсәк.
Йәмәғәт советы ойошторған сараны “шәфҡәтлек концерты” тиһәң дә ярай, сөнки билеттар балаларға “Мәрхәмәт” хәйриә фонды иҫәбенә бүләк ителә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығындағы матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
И. МӨХӘМӘТОВ.