“Башҡортостан” гәзитенең 1 февраль һанында баҫылған “Ҡайҙа һин, маҡталған “Башҡорт йыры?” һәм 2 февралдәге “Башҡорт йыры” яңғыраһын” тигән мәҡәләләрҙе уҡығас, ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашырға булдым.
Тәүге мәҡәләнең авторы Мәхмүзә Ғәйнуллинаның тәнҡит һүҙҙәре бик урынлы һәм ғәҙел. Нисек инде “Башҡорт йыры” тип бөтөн республикаға һөрән һалған телевизион конкурстың йомғаҡлау концертын шулай “бутҡаға” әйләндерергә мөмкин? Был хәл телевизор ҡараусыларҙы ла ғәжәпләндерҙе. Икенсе мәҡәләлә иһә Зөһрә Ҡотлогилдина башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың репертуарын киңәйтеү өсөн бик файҙалы тәҡдимдәрен яҙа.
Ғөмүмән, “Башҡорт йыры” телевизион конкурсын халыҡ ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә һәм ҙур өмөт бағлай. Шуға күрә кәңәштәрҙе ойоштороусылар ҙа, унда ҡатнашыусылар ҙа ишетһен ине. Конкурстың исеме есеменә тура килергә тейеш. Ул –– халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын бөртөкләп йыйып, һаҡлауға йүнәлтелгән бик әһәмиәтле эш.
Байтаҡ йылдар үткәрелгән “Гәлсәр һандуғас” хаҡында ла әйтер һүҙем бар. Беҙ ауыл-ҡалаларҙа был конкурста ҡатнашыусыларҙың сығышын һәр саҡ көтөп алдыҡ. Ә инде уларҙың йомғаҡлау концерт программаһы үҙе бер байрамға әүерелде. Аҙаҡ телевидение тарафынан сығарылған видеояҙмаларын да халыҡ рәхәтләнеп ҡараны.
Минеңсә, “Гәлсәр һандуғас-2006” айырыуса уңышлы булғандыр: күпме йәш башҡарыусыларҙы күрҙек, яңы йырҙар ишеттек. Ҡатнашыусыларҙың байтағы хәҙер республикабыҙҙағы билдәле йырсылар рәтендә. Ләкин ниңәлер был телевизион-эстрада йыр конкурсы туҡталып ҡалды. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа уның сағыулығын юғалтып, төҫһөҙләнә барыуы күҙгә ташланды. Бөтөн халыҡ көтөп алған, яратҡан тапшырыу “Гәлсәр һандуғас”ты ниңә ябырға тейешбеҙ? Илебеҙҙең үҙәк телевидениеһының “Йыл йыры” конкурсы былтыр 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне бит. Уны һаман да көтөп алалар, ихлас ҡарайҙар. Беҙгә лә йәш таланттарға ҡанат биргән проектты яңынан тергеҙергә, камиллаштырырға кәрәк. Уның яҙмышы бер кешегә генә бәйле булырға тейеш түгел. Әйткәндәй, ул “Башҡорт йыры”на ҡамасауламай, сөнки һәр ҡайһыһының үҙ мөхите, юлы бар.
Юнир АҘНАҒОЛОВ.
Мәләүез ҡалаһы.