“Ҡара йөҙҙәр” әҫәрендә бынан яҡынса 120 йыл элек булған тормош яҡтыртылған, әммә унда күтәрелгән мәсьәләләр хәҙер ҙә көнүҙәк. Әлбиттә, заманалар бик ныҡ үҙгәреп, ҡайһы бер сюжеттар беҙгә бөтөнләй ят һымаҡ булһа ла, һаман да боронғобоҙ менән бәйләнеш өҙөлмәгән әле. Сәхнәләге күренештәр башҡорт ауылдарының бөгөнгө яҙмышын да яҡтыртҡандай булһа, Закир менән Ғәлимәнең мөхәббәте күптәргә таныш та, яҡын да... Күмертау республика политехник лицей-интернаты уҡыусыһы, мәктәптең “Урал бөркөттәре” ойошмаһы президенты Иҙел Дәүләтбаев менән һөйләшкәндә үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирмәй булдыра алманым:
– Был спектакль һиндә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?
– Миңә бик оҡшаны, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, тәрбиәләне. Тормошта төрлө хәл була, шундай ваҡытта яңылыш юлға эләгеп харап булырға мөмкин икәнде, шуға ла үҙеңде нисек тоторға кәрәклекте өйрәтте.
– Сәхнәлә бик матур, шулай уҡ аяныслы мөхәббәт тарихын күрҙек, ә һин, хәҙерге заман күҙлегенән сығып, был хаҡта нимә уйлайһың?
– Мөхәббәт ул шулай камил булырға тейеш, тип уйлайым. Шәхсән минең тормошомда ла ул шулай камил буласаҡ...
* * *
Һәр хәлдә, бәләкәй саҡта был китапты уҡығанда ул миндә ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Ул ваҡыттағы ауыл кешеләренең наҙанлығы кире тойғолар уята ине. Был юлы әллә сәхнәләштереү кимәле шулай ыңғай тәьҫир иттеме йәш күңелдәрҙә, ошо үҫмер егеттең яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуы ҡыуаныслы күренеш булды. Спектаклгә килгән Күмертау политехник лицей-интернатының директоры Рима Ғөбәйҙуллина менән дә әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе.
– Өфөгә был сәфәребеҙҙең төп маҡсаттарының береһе сәнғәткә, театрға һөйөү уятыу, балаларҙы уға ылыҡтырыу булһа, икенсенән, тәрбиә алымдарын күҙ уңында тоттоҡ. Ысынлап та, тормошта ниҙәр генә булмай, әммә барыбер ҙә ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Һәм уны йәмғиәтебеҙҙең киләсәге – балаларыбыҙҙың мотлаҡ аңлауы кәрәк.
Сәхнәлә бик ғәҙел булмаған күренештәрҙе лә күрһәттеләр. Уларҙы ҡарап, күбеһе ысынбарлыҡта ауыр ваҡыттар булғанын, шуларҙы еңеп сығырлыҡ көс кәрәк икәнлеген аңлағандыр. Тағы ла барыбыҙ ҙа шуны асыҡ күрҙек: малайҙың атаһы хәҙрәттәргә: “Улымды бында ҡалдырғым килмәй, сөнки бында наҙанлыҡ, ул ҡалала уҡыясаҡ”, – тине. Тимәк, уҡырға, аң-белемде камиллаштырырға кәрәк, тома наҙан булып ҡалғанда ниндәй тормош көтәсәге асыҡ. Ысынлап та, спектакль әле лә көнүҙәк булып сыға, – тип үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты Рима Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина.
Уҡыусыларҙың театрҙарға сәфәре бер бөгөн генә түгел, белеүебеҙсә. Лицей-интернат етәкселеге уларҙы әхлаҡи-рухи яҡтан тәрбиәләүҙе мөһим мәсьәлә һанай. Был юлы ла бында V – XI класс балалары килгәйне. Тамаша тамамланып, барыһы ла ҡайтыуға йүнәлгәс, театрҙың ишеге төбөндә үҙ-ара ҡыҙыу әңгәмә ҡорған өс малайға тап булдым. V – VI кластарҙа ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, әҫәрҙең айышына төшөнөүҙәренә шигем юҡ.
– Спектакль оҡшанымы? – тип һорайым.
Бер тауыштан:
–Эйе, ныҡ, – тине улар.
– Ҡайһы күренеш бигерәк тә оҡшаны?
– Миңә “Ағиҙел” тип йырлағандары оҡшаны, – тине Ирхан.
– Бөтәһе лә намаҙға баҫҡан ваҡыттары шәп булды, – тип яуапланы Иҙел.
– Ә ҡайһы ере һеҙҙең өсөн ҡурҡыныс булды?
– Атаһы балаһын ҡысҡырып әрләгәндә, ҡыҙы йығылып киткәндә ныҡ ҡурҡтыҡ, – тип ихлас әйтте Рүзил.
– Ә ҡыҙыҡай менән егеттең йөҙөнә бөтәһе лә ҡара һөрткәндә нимә уйланығыҙ?
– Улар гонаһ ҡылды, тип уйланы кешеләр, әммә яңылыштылар...
– Уларҙы мыҫҡыл иткәндәрен күрһәттеләр.
– Кешеләр дөрөҫ эшләмәне. Улайтырға ярамай... – тип бер-бер артлы фекерҙәре менән уртаҡлашты балалар.
– Ауылда бит төрлө кеше йәшәй, йәштәр генә түгел, ололар, ҡарттар, бабайҙар, улар дөрөҫ эшләмәнеме ни? – тигән һорауыма малайҙар бер тауыштан:
– Юҡ! – тип яуапланы.
Әле бына ыуыҙ ғына күңелле балаларҙың спектаклде аңлауҙарын ишетеп-күреп, Башҡорт дәүләт академия драма театрының ошондай әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүе юҡҡа түгеллегенә инандым. Ә лицей балалары һәм әүҙем йәштәр өсөн сираттан тыш “Ҡара йөҙҙәр”ҙе ҡуйыуҙы Салауат районының Өфөләге “Беҙ – Салауат тоҡомдары” ойошмаһы ойошторҙо.