Китаптан да ҡәҙерле ни бар?28.03.2012
Китаптан да ҡәҙерле ни бар?— Бараһыңмы, апай?
— Ҡайҙа, китапханағамы? Барам, унһыҙ буламы һуң? Лилиә нисә тапҡыр әйтте. Әле еҙнәңде лә алып барам.
— Әбей! Лилиә апай әйтте, килмәй ҡалмаһын, тине.
— Ярай, балам, ярай, барам.
Яңы Таҙлар ауылы, бер булып, китапханасы Лилиә Мифтахова ойошторған кисәгә әҙерләнә.
“Өләсәйем һандығы” кисәһе бик ҡыҙыҡлы, күңелле үтте, сөнки кешеләрҙе китап донъяһына тартыу — Лилиәнең маҡсаты. Ул китапхананың бөтә эшен тормошҡа бәйләп, ауылда йәшәүселәрҙең ынтылышына, уй-теләктәренә тура килтерергә тырышып алып бара. Әйтәйек, халыҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөн ҡаршыларға йыйына, ти. Был байрамға әҙерлекте китапханасы өс-дүрт аҙна алдан башлай. Ауыл йәштәрен ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә бындай саралар кәрәк. Кисәгә Афған һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары Әлфис Ғәлләмов, Марат Әхәтов һәм Шишмә-Борай ауылынан Рәдис Әхмәтов саҡырыла.
Л. Мифтахова бер кешенең көсө лә, ваҡыты ла, фантазияһы ла етмәҫлек күп төрлө эштәр тураһында һөйләй. Бөтәһенә лә нисек өлгөрмәк кәрәк? Лилиә өлгөрә, сөнки уның эшенә бөтә кеше ярҙам итергә әҙер. Бер генә кисәне лә ул, мин ойошторҙом, мин үткәрҙем, тимәй. Китапханасы һәр төрлө сараларға ла уҡыусыларҙы тарта. Ә уҡыусылары күп Лилиә Мифтахованың. Беренсе тапҡыр унан китап алған балалар күптән үҫеп буй еткергән, үҙҙәре ата-әсә булған.
Бында күсмә китапхана эшләй. Л. Мифтахова Шишмә-Борай, Үтәгән ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә. Йәйге айҙарҙа машина менән йөрөй, ә ҡышҡы буранлы көндәрҙә йыш ҡына ат егә.
Китапханасы хеҙмәте... Ул элек тә еңел булмаған. Лилиә эшләй башлағанда нисегерәк ине? Китапханалар өсөн үҙәктән ебәрелә торған китаптарҙы ғына көтөп тороу юҡ. Магазиндар буйлап йөрөйһөң. Ике-өс тәңкәлек китап булһа, үҙ аҡсаңа алаһың...
Хәҙер иһә хәл башҡасараҡ, үҙгәргән. Бөтә район үҙәктәрендә лә китап магазиндарын осрата алмайһың. Дөрөҫ, баҫмалар менән күп һатыу итәләр. Тик ул төш юрау, сихыр-боҙом, сирҙәрҙән дауалау, тағы әллә нәмәләр тураһында. Йәғни уларҙың бер ниндәй мәғәнәләре, ҡиммәттәре юҡ. Лилиә донъяла китаптан да ҡәҙерлерәк әйберҙең юҡлығына инанған. Халыҡ уның янына китап алыу өсөн генә түгел, гәзит-журналдар уҡыу, яңылыҡтар менән танышыу өсөн дә килә.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Борай районы.


Вернуться назад