Экология боҙолған һайын,
Онкология шәбәйә бара.
Кешелек Ерҙә ҡулдары менән
Үҙенә үҙе ҡәберҙәр ҡаҙа.
Экономия кем иҫәбенә?
Технология кем кеҫәһенә?
Эшһеҙ эшселәр, хәмер һемереп,
Инеп бикләнгән буш шешәһенә.
Кемдәргәлер өй — урамдың үҙе,
Ер — түшәк, юрған — йондоҙло күге.
Ә бит уларҙы ҡотҡарыр ине
Түрҙә ултырған берәүҙең һүҙе.
Етемдәр менән тулған илебеҙ,
Рәнйей буш ятҡан күпме еребеҙ.
Үткән быуатта вәғәҙә иткән
Коммунизмды күрҙе кемегеҙ?
Тәбиғәт сирләй, китә йәмдәре,
Боҙолған һайын кеше йәндәре.
Экология — халыҡтың рухы,
Ҡоротмайынса һаҡлайыҡ уны.
Онкология — илебеҙ сире,
Хәлдәре бик хөрт, тик әле тере.
Ҡайҙа табиптар шул яман шеште
Ҡырҡып ташларға табырлыҡ көстө?
Ожмах ул был донъяларҙаЙәне йәннәттә булһын да
Урыны ожмахта булһын —
Был изге һүҙҙәр мәрхүмдең
Яҡтырта һуңғы юлын.
Тегендә ожмах бар микән?
Йәннәте унда нисек?
Кем барып, күреп ҡайтҡан да
Татыған рәхәт кисеп?
Йәннәт, ожмах — ул был ерҙә,
Ҡәҙерен белгәндәргә.
Донъялыҡтан бер нимә лә
Кәрәкмәй үлгәндәргә.
Яп-яланғас ергә тыуып,
Яланғас китә кеше.
Йәннәттәй балҡыр исеме,
Йәшәһә изге эше.
Ожмах булыр ерҙә йәшәү,
Яҡты хәтер ҡалдырһа,
Тамуҡҡа әйләнер донъя,
Саф намыҫын яндырһа.
Ожмахын да, тамуғын да
Яҙмыштар яҙа микән?
Бәндә үҙе йәне менән
Ҡарғыштар ала микән?
Алғыштарға, алҡыштарға
Күмелә ниндәй йөрәк?
Йәннәт ит был донъяларҙы,
Киткәс, ул ниңә кәрәк?!
Шишмәләрҙә ниндәй мөғжизә бар?Шишмәләрҙә ниндәй ҡөҙрәттәр бар?
Күпме бөйөк шәхес бында тыуған.
Күк ҡабағы асылғанда мәллә,
Илаһи нур ергә моңдар ҡойған?
Шишмәләрҙә ниндәй тылсымдар бар?
Һәр бер ҡарышына ҡайылған йыр.
Һирәктәрҙең генә өлөшөнә,
Әйтерһең дә, бында һайланған ер.
Шишмәләрҙә ниндәй мөғжизә бар?
Ниндәй һыуҙар йыуған был ерҙәрҙе?
Күктәр кимәленә күтәрергә
Күктәр тыуҙырғанмы иң-иңдәрҙе?!.
Башҡорт йырыТашҡа соҡоп, тарих яҙған
Халҡым үҙ ҡаны менән.
Ҡурайын да ҡалдырмаған
Яуға уҡ, яны менән.
Был йырҙарҙа әрмеләге
Һалдат һағыштары бар.
Тотҡондарҙың бығау сыңы,
Халыҡ ҡарғыштары бар.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә,
Башҡорт йырһыҙ булмаған.
Һағышлы, дәртле моңдары
Донъяларҙы ураған.
Байрамдарҙа сәхнәләрҙә
Башҡорт йыры яңғырай.
Халыҡ аманаты булып,
Йәшәр ул мәңге шулай.
Йырҙарға бай, моңдарға бай
Ҡурайлы ил — Башҡорт ере.
Уйландыра, һыҙландыра,
Һоҡландыра башҡорт йыры.
Йылдар аша осрашыуҺин — олатай, мин өләсәй
Йәшендә осраштыҡ.
Күҙҙәрҙә — шул уҡ ялҡындар,
Әллә кисә хушлаштыҡ?
Телдәр юҡ-барҙы һораша,
Күҙҙә — мөлдөрәмә хис.
Аралар айырған йылдар,
Әйтерһең, булмаған һис.
Ошо миҙгелдең эсендә
Ҡойон, дауыл кисерҙек.
Йәшлек таңдарына ҡайтып,
Үткәндәрҙән иҫерҙек.
... Ә бер аҙҙан һаубуллаштыҡ,
Беҙ — һөйөүгә йыназа.
Тик хистәр һыҙлар йөрәктә
Ғүмер аҙағынаса.
Кем ғәйепле?Донъяһының айы тотолдо.
Ҡояш нуры ҡайҙа йотолдо?
Дөм-ҡараңғы тирә-яғында,
Бигерәк ауыр яңғыҙ сағында.
Кем ғәйепле айы тотолғанға?
Салт ҡояшты болот ҡаплағанға?
Ай-ҡояш ул балҡый күңелдәрҙә
Ғүмер буйы һөйөү һаҡлағанда.
Рәхмәт һеҙгә, үткәндәр!Рәхмәт, бер ҙә ваҡланманың,
Ваҡламаның мине лә.
Икебеҙгә тигән йөктө
Һалып алдың иңеңә.
Яман һүҙҙән, түбәнлектән
Араланың, һаҡланың.
Барҙы — юҡ, юҡты бар тигән
Әҙәмдәрҙән яҡланың.
Ә барыбер табылдылар
Инеүселәр араға.
Хөкөм сығарыу хоҡуғын
Кемдәр биргән уларға?
Беҙгә хөкөмдар кәрәкмәй,
Кәрәкмәй язаһы ла.
Ғүмеребеҙ етеп килә
Һуңына, аҙағына.
Рәхмәт һеҙгә, үткәндәрем,
Рәхмәт булғандарына.
Һатмай һәм һатылмай йәшәп,
Ғәмәл ҡылғандарыма.
Ләззәт менән, байлыҡ менән
Үтмәһә лә ғүмерҙәр.
Ваҡлыҡтарҙан, харамдарҙан
Азат булды күңелдәр.
Ҡараштарҙың иреклеге
Һаҡланы үҙебеҙҙе.
Шуға йән тыныслығында
Ҡаршы алабыҙ көҙҙө.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА