“Урал батыр”ҙың дөрөҫ тәржемәһе кәрәк21.12.2016
“Урал батыр” эпосының урыҫ телендәге тәржемәһендә мәғәнәүи яҡтан бихисап хаталар булыуы һәм уларҙы кисекмәҫтән төҙәтеү кәрәклеге хаҡында Мәрйәм Бураҡаева “Ватандаш” журналында (2014 йыл) һәм “Башҡортостан” гәзитендә (2011, 2016 йылдар) яҙып сыҡҡайны. Ул үтә лә мөһим мәсьәлә күтәреүгә ҡарамаҫтан, эш урынынан ҡуҙғалмауы күренә.
“Пусть Добро (Яҡшылыҡ) станет вашим конем, Человек – пусть будет имя вам!” тигән һүҙҙәрҙе генә алайыҡ. Бер генә һөйләм, ә тотош эпостың төп әһәмиәтен бер һелтәүҙә юҡҡа сығарырлыҡ ҙур хата. “Ни өсөн яҡшылыҡ ат бу­лырға тейеш һуң?” тип баш ватасаҡтар түгелме? Ысынында иһә төп һүҙ ат түгел, ә исем ҡалдырыу тураһында. Ололар әле лә сит-ят кеше менән танышҡанда “Атың кем?”, “Кем атлы булаһың?” йә иһә “Бәпесте кем тип ата­нығыҙ?” тип һөйләшә. Ғөмү­мән, төрки телле халыҡтар шулай өндәшә. Ғаиләлә лә атай-әсәй: “Яманатлы булма, ҡайҙа йөрөһәң дә, яҡшы атың ҡалһын”, – тип өйрәтә.
“Урал батыр” эпосының төп ҡиммәте шунда: уның башынан аҙағына тиклем һүҙ мәңгелек темалар – яҡшы­лыҡ менән яманлыҡ, йәшәү мәғәнәһе, ғәҙеллек, изгелек, кешелеклелек кеүек изге төшөнсәләр хаҡында бара. Был донъяла йылҡы малы атты түгел, ә фәҡәт яҡшы исемеңде йөрөтөү зарурлығы иҫкәртелә. Эпос хәҙер төрлө телдәргә әйләндерелеп донъя кимәлендә һаман да киңерәк даирәгә тарала. Гиврит, азербайжан телдәренә лә әйләндерелгән, тик уларҙа ла хата китмәһен ине. Минең­сә, авторҙар менән бәйлә­неш­кә инеп, хаталарҙы төҙә­тергә ярҙам итергә кәрәк. Юғиһә тағы ла меңәрләгән уҡыусының, эпостағы яңы­лыш тәржемә ителгән һүҙҙәр­ҙең төп асылын аңламай баш ватыуы бар.
Ҡайһы берҙә башҡорт яҙыу­сыларының урыҫсаға әйлән­дерелгән әҫәрҙәре ғә­жә­йеп матур, башҡортса яң­ғырашлы була. Мәҫәлән, Юлай Әминев Зәйнәб Биише­ваның хикә­йәләрен бай, һут­лы телдә урыҫсаға ауҙар­ҙы һәм уларҙы барыбер “баш­ҡортса” уҡыған кеүекһең, сөнки ул туған теленең бөтөн нескәлеген, һәр һүҙҙең төп асылын тәрән белеп ижад итте.
“Урал батыр” – Евразия ҡитғаһында иң боронғо рухи ҡомартҡы ғына түгел, ул баш­ҡорт халҡының йөҙө, таныт­маһы. Ундағы тәрбиәүи әһә­миәт­кә эйә һәр һүҙ бәҫен юғалтырға тейеш түгел. Эпос һынлы ҡиммәтле рухи ми­раҫ­ты донъя телдәренә әйлән­дереүселәр уға илке-һалҡы ҡарарға тейеш түгел. Эпосты башҡорт халҡының танытмаһы тибеҙ икән, та­нытмалағы һәр мәғлүмәт, һәр һүҙ, һәр хәреф, хатта һәр һан дөрөҫ яҙылырға тейеш булған кеүек, героик эпоста ла бер ниндәй ҙә хата ебә­релмәүен хәл итергә кәрәк.


Вернуться назад