Беҙҙең Тимерғәле16.12.2016
Беҙҙең Тимерғәле
…Кәүҙәһен тура тотоп, етеҙ атлап, аудиторияға килеп инә лә, бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамайынса, көр тауыш менән лекцияһын башлап ебәрә. Ораторлыҡ һәләте менән арбай ҙа барлыҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ғәжәйеп хәтер, фекер теүәллеге, бай мәғлүмәт уҡытыусыға хөрмәтте, лекцияға ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Шуға күрә 45 минут ваҡыт һиҙелмәйенсә үтеп тә китә…
Тимерғәле Килмөхәмәтовты БДУ-ның филология факультетын төрлө йылдарҙа тамамлаған әллә күпме студент ана шундай тәрән белемле, киң эрудициялы, талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас уҡытыусы итеп белә. Ә инде фән донъяһында ул эшһөйәр ғалим, танылған әҙәбиәт белгесе булараҡ билдәле. Бихисап китап уҡыу­сылар Тимерғәле Килмөхәмәтов тигәндә хикәйәләр, повестар оҫтаһы булған яҙыусы-прозаикты күҙ алдына баҫтыра. Гәзит-журнал, радио-телевидение хеҙмәт­кәрҙәре уны, журналистар әҙерләүсе булараҡ, үҙҙәренең остазы тип һанай. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнеп, бөгөн ша­ғир йә яҙыусы булып танылған әҙиптәр ҙә әҙәбиәт майҙанына ныҡлы аяҡ баҫыуҙары менән үҙҙәренең Тимерғәле Килмө­хә­мә­товҡа бурыслы булыуҙарын һис йәшермәй.
Вуз уҡытыусыһы, әҙәбиәт ғалимы, әҙәби тәнҡитсе, журналист, яҙыусы, йәмәғәт эш­мә­кәре… Ошоларҙың барыһы ла бер кешенең – Тимерғәле Килмөхәмәтовтың күп яҡлы эшмәкәр­леген билдәләй. Фән өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн ул Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ҡарары менән дәүләт фәнни стипен­дияһына һәм “Башҡортостан Рес­публика­һының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булды. Уҡытыу­сылыҡ эшмә­кәрлеге “Рәсәй Федерация­һының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре” тигән мәртәбәле исем менән билдәләнде. Әҙәбиәт өлкәһен­дәге уңыш­тары Мөхәммәт­сәлим Өмөтбаев һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар менән баһаланды.
Лайыҡлы рәүештә дан-шөһрәт ҡа­ҙанды, юғары үрҙәр яуланы, әммә Тимерғәле Килмөхәмәтов шуларҙан башы әйләнеп һис кенә лә танау сөймәне, һәр ваҡытта­ғыса ябай, ихлас, киң күңелле булып ҡала алды. Шуға күрә лә уға күберәк “Тимерғәле ағай” тип халыҡса өндәшәләр икән, һис аптырарлыҡ түгел. Был – кешегә үҙ итеп ҡарау, ихтирам билдәһе. Тимәк, халыҡ уны ярата, хөрмәт итә.
Бер саҡ Өфөгә барырға юлланып йөрө­йөм. Ауылдашым Рим ағай Тайыпов осраны ла, хәл-әхүәл белеш­кәс: “Һин Өфөгә барғас, Тимерғәлегә күп итеп сәләм әйт. Яҙыусы Ти­мерғәлегә. Ул – беҙҙең Тимер­ғәле”, – тип үтенгәйне. “Беҙҙең Тимерғәле” тигәнде бынан һуң да күп тапҡыр төрлө ауыҙҙан ишетергә тура килде. Халыҡ әйтә икән, хаҡ әйтә, ғәҙел баһаны ул ҡуя. Ана шулай хөрмәтләй, ҡылған ғәмәлдәрен, күр­һәткән эштә­рен баһалай халҡы үҙ улының.
Тимерғәле Килмөхәмәтовтың ғәйәт юғары хеҙмәт эшмәкәрлегенә эйә икәнен һәр кем белә. Бала сағынан уҡ үҙ көсөнә таянып өйрәнгәнгәмелер, был ғәҙәт уны ғүмере буйы оҙата килә. Һис кенә лә еңел­де эҙләмәй, киреһенсә, бығаса тапалмаған билдә­һеҙ ерҙәрҙән юлдар ярырға ынтыла. Шуның һөҙөмтәһендә, исеменә – есеме тигәндәй, тимерҙәй ныҡлы характер формалаша, һәр нәмәгә тик үҙенсә ҡараш, үҙенсә баһа күңеленә мәңге сыҡмаҫҡа инеп ултыра. Үҙ көсөнә ышаныу, ныҡышма­лылыҡ ғүмере буйы Тимерғәле Килмөхәмә­товтың барлыҡ эшмәкәрлегендә сағылыш таба.
Тимерғәле Килмөхәмәтов – байтаҡ йылдар рулдә. Бер нисә машина алмаштырып өлгөрҙө. Тәжрибәле водитель тип әйтер­леге бар. Хәҙер бит инде машиналар ҙа ме­ханик һәм автомат күсергес тартма­лы­ларға бүлеп йөрөтөлә. Шуларҙың ҡай­һы­ларын ҡу­лайыраҡ күрәһең, тип ҡы­ҙыҡһыны­уыма: “Ҡулың менән тойоп, ки­нә­неп тиҙлекте алыштырмағас, машинамы ни ул”, – тип яуаплауы ла уның еңелгә ынтыл­ма­уына асыҡ ишара. Тормош яҙыусының шундай тәбиғәтен әленән-әле раҫлап тора. Беренселәрҙән булып үҙенең ауылдашы бөйөк мәғри­фәтсе Мөхәм­мәтсәлим Өмөт­баевтың тормош юлын, ижади һәм ғилми хеҙмәттәрен, йәмәғәт­селек һәм дәүләт эшмәкәрлеген өйрәнергә тотоноуы – үҙе бер ҡыйыулыҡ. Ә инде әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры булған башҡорт дра­ма­тур­гияһының үҫеш юлдарын, уның үҙен­сәлектәрен ентекле байҡап, төплө хеҙмәттәр яҙыуы үҙе батыр­лыҡҡа тиң.
Әҙәби процесты күҙәтеп барып, ғил­ми һәм тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһау өсөн күпме хеҙмәт һа­лыр­ға, энергия түгергә, ваҡыт бүлергә кәрәк. Һөҙөмтәлә ғилми эшмәкәрлеген билдәләгән “Драматургия Мустая Карима”, “Поэтика башкирской драматургии”, “Башҡорт трагедия­һының поэ­тикаһы”, “Драматургия һәм драма­тургтар”, “Халыҡсанлыҡ көсө” һ.б. тик­шеренеү емештәре донъя күреп, ни­сәмә быуын студенттарға, мәктәп уҡыу­сылары һәм уҡытыусыларына бик файҙалы ҡулланма булып хеҙмәт итә.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Баязит Бик­бай, Ибраһим Абдуллин, Шәриф Бик­ҡол, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мир­заһитов, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай кеүек әҙиптәрҙең ижади портреттарын тыу­ҙырып, 2005 йылда “Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре” исемле йыйынтыҡ нәшер иттереүе лә үҙе бер ҡаҙаныш булды. Был китапты ла бик йылы ҡабул итте әҙәбиәт һөйөүселәр.
Тимерғәле Килмөхәмәтов күп йылдар ҡалала йәшәһә лә, ауыл малайы булып ҡала. Тыуған ауылы Ибраһим­да күркәм йорто, ыҡсым ғына йәшел­сә, еләк-емеш баҡсаһы бар. Ял ваҡыттарын ошонда үткәрә ул. Бында һәр нәмә яҡын, таныш. Бында әсә­һенең эҙҙәре һаҡлана, үҙенең бала саҡ хәтирәләре әлегеләй күҙ алдында. Бында нәҫел-нәсәп, ауылдаштар. Эргәлә генә Ҡыҙылғы күле йәйрәп ята. Йәйҙәре һайрар ҡоштар моңо менән йәмле булһа, ҡыштары өйөрө­лөп яуған ҡарҙары, бурап һалған көрттәре менән үҙенсә матур. Нәҡ бына ошонда, тыуған нигеҙендә, яҙыусы­лыҡ һәләте бөрөләнгән, яҙы­ласаҡ әҫәрҙә­ренә илһам тыуған. Хикәйә, повесть геройҙары ла әллә ҡайҙан түгел. Улар – күреп белгән, аралашып йөрөгән ҡәҙимге кешеләр, күбеһенсә ауылдаштар. Әҫәрҙәр­ҙә үҙҙәрен төҫмөрләгән яҡташтары юҡҡа ғына: “Һин ысынды яҙаһың”, – тимәй­ҙер. Ошо рәүешле башҡорт әҙәбиә­тендә Тимерғәле Килмөхәмәтов “Йондоҙ төҫө”, “Күк тояҡҡай”, “Ҡаш­лаҡтағы (Ҡашлаҡ ҡалҡыу урын мәғәнәһен бирә. – Р.И.) кешеләр”, “Хаҡлыҡ үлмәй”, “Йәнкиҫәк” исемле хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡ­тары менән танылыу алды. Һуңғы йылдарҙа “Һайланма әҫәрҙәренең” өс томы уларға өҫтәлде.
Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙә­ре­нең асылы хаҡында һүҙ йөрөтөп, танылған шағир Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов шулай тип яҙғайны: “Бәләкәстән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, ауырлыҡтарҙы күп күреп сыныҡҡан Тимерғәле әҙәбиәттә үҙ шәхесенән туранан-тура үҫеп сыҡҡан ижади йөҙөн булдырыуға өлгәшә. Көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы, тәрән хисле геройҙар бер-бер артлы күтәрелә уның хикәйә һәм повестарында” (Т. Килмөхәмәтов. “Һай­ланма әҫәрҙәр”, 1-се том, “Мәғри­фәтселәр һәм батырҙар вариҫы” мәҡәләһе, 629-сы бит).
Был фекерҙе филология фәндәре докторы профессор Ғиниәт Ҡунафин тағы ла тәрәнәйтә, киңәйтә төшә. Уныңса, Ти­мер­ғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәре герой­ҙары – “тормош йөгөн төпкә егелеп тарт­ҡан, үҙ яҙмышынан зарланырға яратмаған, ҡатмар­лы тормоштан көс, йәм табып йәшәгән, уның күркәмлеген күрә белгән, дөрөҫлөк һәм матурлыҡ тантанаһы өсөн ҡыйыу көрәшкән, кәрәк икән, һуңғы сиккә барырға әҙер торған ябай кешеләр” (“Ижад сәменә тоғролоҡ” мәҡәләһе, “Башҡорт­остан” гәзите, 2001 йыл, 19 декабрь).
Тағы ла шулай тип өҫтәр инем: Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәрен­дәге геройҙар кешегә бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе үҙеңә лә, йәмғиәткә лә файҙалы эштәр ҡылып, лайыҡлы итеп үткәрергә кәрәк тигән девиз менән йәшәй. Бигерәк тә пулялар һыҙғы­рыуын, снарядтар шартлауын, бомбалар ярылыуын, яуҙаштары­ның күҙ алдында йән биреүен күргән, шулар­ҙан ҡалған тойғоларҙы онота алмайынса күңелдәрендә йөрөткән фронтовикка тыныслыҡ, йәшәү, ғүмер тигән төшөнсәләр үтә яҡын һәм ҡәҙерле. Шуға күрәлер ҙә Т. Килмөхәмәтов әҫәрҙәрендәге яугирҙәрҙең барыһы ла, ғүмер ике килмәй тигән әйтемде алға ҡуйып, тормош­тарының ахырынаса шуға тоғро ҡала. Ғөмүмән, ил хәстәре тип янып йәшәгән сағыу образдар тәшкил итә Т. Килмөхәмә­товтың әҫәрҙәрен.
Һуғыштан һуңғы һәм унан һуңғы социа­лизм төҙөү осоронда колхоз эше, халыҡ тормошо өсөн борсолоп, төрлө ҡар­шылыҡтарҙы, яһалма кәр­тәләрҙе ҡыйыу рәүештә емереп үтергә һәләтле көслө рухлы Ислам Насиров (“Хаҡлыҡ үлмәй” повесы), үҙ алдына ҡуйған маҡса­тына һис бер нәмәгә ҡарамай өлгәшергә ынтылған, ғәҙел­лек, кешелеклелек һәм ке­селеклелек сифаттарын үҙендә туплаған Айсыуаҡ Аҡъюлов (“Айсыуаҡ” повесы), яуҙа батырҙарса һәләк булған дуҫы иҫтә­леген ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡлаған Рамаҙан (“Ағайымдың йондоҙо” хикәйәһе), дошман әсирлеге шарттарында ла кешелек сифаттарын юғалт­майынса, Тыуған иленә, халҡы­на биргән антына тап тө­шөрмәгән Ғәйзулла (“Турай­ғыр” хикәйәһе), бөйөк төҙөлөштәр роман­тикаһы һәр ваҡыт ситкә әйҙәһә лә, һөҙөмтәлә үҙ ереңдә лә бә­хет табырға мөмкин икәненә инанған эш­һөйәр Карам (“Берәҙәк” хикәйәһе), ауылда һуңғы фронтовик булып ҡалған һәм ошо айҡанлы үҙен мәрхүмдәр алдында уңайһыҙ тойоп күңел ғазаптары кисергән Закирйән (“Һуңғы фронтовик” хикәйәһе) – шундай образ­дарҙың бер нисәһе генә. Та­ғы ла әллә күпме хәтерҙә ҡалырлыҡ сағыу образдарҙы телгә алырға мөмкин булыр ине.
2014 йыл Т. Килмөхәмәтов өсөн тағы ла шатлыҡлы булды: Сибай дәүләт баш­ҡорт драма театры уның “Йәнкиҫәк” хикәйәһе буйынса спектакль сәхнәләш­терҙе. Уны республи­кабыҙ тамашасылары яратып ҡабул итте. Белгестәр ҙә ыңғай баһа биреп, был ваҡиғаны яҙыусының драматургия өлкәһендәге уңышлы аҙымы тип билдәләне.
Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәре тормош ысынбарлығын ышандырыр­лыҡ итеп һүрәтләүе менән уҡыусы­ларҙы йәлеп итә. Яҙыусының ябай, аңлайышлы теле, һүрәтләү оҫталығы хикәйә һәм повестарҙың бәҫен тағы юғары күтәрә.
Тимерғәле Килмөхәмәтовты күп яҡлы эшмәкәр, тигәйнек. Ҡайһы өлкәне нығыраҡ үҙ итә икән, тигән һорау тыуыуы бар. Моға­йын, ул барлыҡ өлкәне лә берҙәй күрәм, тип яуаплар ине. Һәр нәмәгә бар көсөн, һәлә­тен бирә ул. Ә инде күңел биреп башҡарған бар нәмә һөҙөмтәле була. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың бөтә эшмә­кәрлеге – бының асыҡ сағылышы.


Вернуться назад