Бөгөнгө драматургтарҙы кем әҙерләй?16.12.2016
Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика үҙәгенең сираттағы семинар-лабораторияһы булды. Проект Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы ярҙамында өсөнсө йыл инде уңышлы эшләп килә.
Был юлы семинарҙың эксперт комис­сия­һында Екатеринбургтан “Урал” әҙәби-публицистик журналының баш мөхәррире, драматург Олег Богаев, Мәскәүҙән драматург, киносценарист Михаил Дурненков һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты педагогы, театр белгесе Рида Буранова ҡатнашты. Улар 11 автор­ҙың пьесаларын тикшереп, тейешле баһа бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе. Театр тәнҡит­сеһе Айһылыу Сәғитова башҡорт театрҙа­рының үткәне, бөгөнгөһө тураһында фәһемле лекция һөйләне.
Проект авторҙарының береһе Зиннур Сөләймәнов әйтеүенсә, был үҙәк, “Талҡаҫ” шифаханаһы базаһында егерме йылға яҡын драматургтар әҙерләгән изге тради­цияларҙы дауам итеп, яңынан-яңы исем­дәр аса. Мәҫәлән, ошо арала ғына ла Шәү­рә Шәкүрова, Әминә Яхина, Дамир Йосопов, Марат Мөхлисов һәм башҡалар­ҙың әҫәрҙәре Башҡортостан театрҙары сәхнә­ләрендә яңы һулыш алды. Игорь Яков­левтың пьесаһы Украинала (был хаҡта автор Интернет аша ғына белеп ҡалды), Әлмира Мөхәррәмованың шағирә Анна Ахматоваға бағышланған әҫәре Тверь өлкәһенең Бежецк ҡалаһында ҡуйылды.
Семинарҙың талаптары етди. Һәр йы­йынға яңы әҫәреңде тапшыраһың. Ул мотлаҡ урыҫ теленә тәржемә ителергә тейеш. Уныһы ла дөрөҫ – башҡорт драматургтары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайна­ма­һын, бөтә Рәсәй, донъя кимәленә лә сыҡ­һын. Улар яҙған әҫәрҙе һәр театр тотоп алып ҡуйырлыҡ булһын. Быйыл ғына ла семинар драматургтарҙы өс тапҡыр йыйҙы.
Хәҙерге драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһында “Башҡортос­тандың хәҙерге драматургияһы” йыйын­тығының икенсе бүлеге презентацияланды. Унда семинарҙарҙа тикшерелеп, уңыш­лы тип табылған пьесалар тупланғайны. Өс йыл эсендә ике китап сығарыуға өлгәшкән үҙәктең эше баһалап бөткөһөҙ. Был йыйынтыҡ театрҙар, режиссерҙар өсөн бөгөн иң ҡиммәтле бүләк тиһәм, һис тә яңылышмамдыр.
Был юлы семинар күберәк август айында уҙғарылған “Замандаш” театр-фольклор экспедицияһы һөҙөмтәләренә нигеҙлән­гәйне. Йәйгеһен үҙәктә көс һынаған драматургтар һәм буласаҡ артистар – З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенткалары (етәксеһе – педагог Рима Харисова) Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарына сәфәр ҡылып, халыҡ менән осрашты, буласаҡ әҫәрҙәр өсөн бай мәғлүмәт йыйҙы. Был экспедиция 2016 йылдағы айырыуса кәрәкле ижади проекттарға ярҙам итеү йәһәтенән Баш­ҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булғайны.
Өфөнөң “The Театр” сәхнәһендә ҡуйыл­ған вербатим жанрындағы “Өләсәй­ҙәр” спектакле үҙенсәлеге, бай йөкмәткеһе менән таң ҡалдырҙы. Тамашасылар геройҙар менән бергә ҡыуанды, ҡайғырҙы, хәсрәтләнде. Режиссер-педагог Рима Харисова 3-сө курс студенткалары менән (курстың художество етәксеһе – Таңсулпан Бабичева) документаль театрҙың үҙенсә­лекле жанр икәнен иҫбат итте. Экспедиция мәлендә райондарҙа осратҡан инәйҙәрҙең үҙҙәре булып уйнап, ишеткән-күргәндәрен ҡыҙҙар түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткерҙе. Егерме йәшлек кенә ҡыҙыҡайҙарҙың күпте күргән, күпте кисергән өләсәйҙәргә әүере­леп, монолог рәүешендә үҙҙәренең яҙмы­шы тураһында бәйән итеүе тетрәндергес булды. Әбйәлил районының “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле ағзалары булып сығыш яһағанда: “Бына бит, беҙҙең апай­ҙар ҡайғы-хәсрәт татығанда ла бирешмәй, йыр-бейеү менән күңелен аса, халыҡтың ижади ынйыларын һаҡлай, йәш быуынға тапшыра”, – тип ултыраһың.
“Замандаш” экспедицияһынан драматургтар Сәрүәр Сурина, Тәнзилә Дәүләт­бирҙина, Тәврис Хәкимов, Мөнир Ҡунафин, Ангиза Ишбулдина, Марат Мөхлисов күңелдәре, рухтары тағы ла нығыраҡ байып, бер ҡосаҡ материал алып ҡайтты. Бөрйән районында эште Шүлгән мәмерйә­һенән, легендалар, эпостар төйәгенән башлаған ижадсылар артабан Иҫке Монасип ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлихйән Дәүләтбирҙин, хеҙмәт ветерандары Нәҙир Мөхәмәтов, Хәйҙәр Маликов менән осрашты, уларҙың ғибрәт­ле яҙмышын яҙып алды. Артабан Байназар, Әбделмәмбәт ауылдарында ла ҡыҙыҡлы геройҙар осрап ҡына торҙо.
Әбйәлил районының Буранғол ауылында кейеҙ баҫыу оҫталары тергеҙелгән кәсеп тураһында һөйләне. Күсем ауылында Таһир Күсемов музейын, Теләштә археология һәм тыуған яҡты өйрәнеү музей­ҙарын күрһәттеләр. Ташбулатта “Гөлнәзи­рә” фольклор ансамбле сығыш яһаны. Бөтә ерҙә лә, Рыҫҡужа ауылында ла драматургтар һәм йәш артистар буласаҡ геройҙары менән айырым-айырым һөй­ләште, мәғлүмәттәр яҙып алды.
Баймаҡ районында экспедиция ағза­лары тәүҙә Темәс музейында булды, “Урал” мәҙәниәт үҙәгендә “Ғилмияза” фольклор ансамбле сығышын ҡараны. Унан һуң Буранбай, Сыңғыҙ, Йылым ауылдарында халыҡ менән осрашыуҙар ойошторолдо. Сәфәр Икенсе Этҡол ауылында – Мөхәмәтша Буранғоловҡа Ғәбит сәсәндең “Урал батыр” эпосын һөйләп яҙҙырған урынында тамамланды. Шүлгән­дән юл башлап, Икенсе Этҡолда туҡталыу күп нәмә тураһында һөйләй. Ауыҙ-тел ижадын йыйыу бер хәл, иң мөһиме – драматургтар ябай халыҡ араһында үҙ геройын тапты. Башҡортостан Республикаһы драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге етәкселәре Зиннур Сөләймәновтың, Әлиә Яхинаның, драматургтарҙың “Замандаш” фольклор-театр экспедицияһын ойошто­роу­ҙа ярҙам иткән Бөрйән, Баймаҡ, Әбйә­лил район хакимиәттәренә рәхмәте ҙур. Ысынлап та, бындай экспедициялар ижад кешеһен халыҡҡа яҡынайта, рухты байыта, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итергә дәрт кенә түгел, бай материал да бирә.


Вернуться назад