Халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә14.12.2016
Халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә
Халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә
Хөрмәтле уҡыусылар, республикабыҙ йәмәғәтселеге бөгөн атаҡлы башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуын билдәләй. Һеҙҙең барығыҙға ла Аҡмулла тигән был яҡты исем яҡшы таныш. Ул ысын-ысынында халҡыбыҙҙың йөрәгендә урын алған. Уның биографияһы һәм шиғырҙары мәктәп программаларына индерелгән. Аҡмулла хаҡында матбуғат биттәрендә бихисап мәҡәләләр баҫылып сыҡты, уға арналған йыйынтыҡтар һәм ғилми хеҙмәттәр донъя күрҙе.
Аҡмулла ижады Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Ғайса Хөсәйенов, Әхәт Вилданов, Ғиниәтулла Ҡунафин кеүек ғалимдарыбыҙҙың китаптарында, күп томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның 1-се томында (Өфө, 1990) яҡтыртылды. Сәсән-шағирға арнап, мәшһүр башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев “Аҡмулла” исемле опера ижад итте. Әҫәр республикабыҙҙың опера һәм балет театрында ҡуйылып, ҙур уңыш ҡаҙанды. Күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтовтың Аҡ­мулла шиғырҙарына яҙған йырҙар циклы музыка донъяһында сағыу күренеш булды. Билдәле рәссам­дар Зилфәт Басиров, Ғүмәр һәм Урал Мөхәмәтшиндар, Рәшит Имашев, шағирҙың яҡташтары Рафаэль Абдулов, Ғабдулла Әхмәтшин һ.б. Аҡмулла образын портрет­тарҙа һәм картиналарҙа һынлан­дырҙы. Рауил Ниғмәтуллиндың “Аҡ нур” поэмаһы, Ғәзим Шафиҡовтың “Һуңғы балҡыу” (“Последняя вспыш­ка лампы”), Фәнис Яны­шевтың “Аҡмулла аманаты” тигән повестары донъя күрҙе. Яныбай Хамматовтың “Һырдаръя” романында бөйөк шағир образын тасуирлауға ҙур урын бирелде.
Аҡмуллаға арналған бихисап шиғырҙар ижад ителде. Ниһайәт, 1981 һәм 2006 йылдарҙа Өфөлә бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре башҡорт телендә ҙур тираж менән нәшер ителде, 1986 һәм 2006 йылдарҙа шулай уҡ Өфөлә уның урыҫ телендә шиғыр китаптары донъя күрҙе. Йәнә килеп, Миәкә районында, шағирҙың тыуған ауылы Туҡһанбайҙа йыл һайын Аҡмулла байрамдары үткәрелеп тора. Унда 1981 йылда Аҡмулла музейы үҙенең ишектәрен асты.
2006 йылда Рәсәй Федера­ция­һының Мәғариф һәм фән министрлығы фарманы менән Башҡорт дәүләт педагогия университетына Аҡмулла исеме бирелде. БДПУ-ның төп корпусы алдында 2008 йылда бөйөк мәғрифәтсе-шағирға һәйкәл асылды. Шағир исемен йөрөткән университетта Аҡмулла уҡыуҙары, Аҡмуллаға арналған ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреү традицияға әйләнде.
Эйе, уның исеме хәҙер телдән төшмәй тиерлек, яҡты таланты, аҫыл мираҫы башҡорт халҡының милли ғорурлығына, рухи бөйөк­лөгөн билдәләгән символдарҙың береһенә әйләнде. Аҡмулла ижады ҡаҙаҡ, татар һ.б. төрки халыҡтар әҙәбиәтенең үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһаны. Әммә рәсми даирәләр, башҡорттоң бай мәҙәни мираҫын инҡар итергә, юҡҡа сығарырға, бүтән әҙәбиәттәр ҡаҙнаһына таратып бирергә ынтылған аҫтыртын көстәр оҙаҡ ваҡыт беҙҙә уны ҙурлауға юл ҡуйманы. Аҡмулла үҙе иҫән саҡта уның ни бары бер генә күләмле әҫәре – “Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе” – 1892 йылда Ҡазанда төрки телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты.
Бынан һуң 1981 йылға тиклем, йәғни бер быуатҡа яҡын ғүмер эсендә, кескенә өс йыйынтығы (икеһе татарса, береһе ҡаҙаҡса) баҫылды. Аҡмулла исемен асылда әҙәбиәтселәрҙең тар даирәһе генә аҙмы-күпме белде һәм баһаланы. Ләкин бына ғәжәп: шағирҙың үҙен дә, уның меңәрләгән шиғыр юлдарын да башҡорт халҡы, сәсәндәр һәм шиғриәт һөйөүселәр үҙҙәренең күңел түрендә, хәтер һандығында һаҡланы, уның мираҫының күпсе­лек өлөшө, иҫәпһеҙ алтын бөртөк­тәре һымаҡ, ил иңенә һибелеп, таралып ята ине.
Уның хикмәтле һүҙе һәр саҡ тере, һәр саҡ ҡәҙерле булды. Ләкин, үкенескә ҡаршы, кеше хәтере лә, ғүмере лә мәңгелек түгел. Хәтерҙә һаҡланған һәм ҡулъяҙма хәлендә йөрөгән шиғриәт өлгөләре бигерәк тә беҙҙең аяуһыҙ дәүер шарттарында йыйып, яҙып алып, матбуғатҡа сығарып, һаҡлап алып ҡалыуҙы талап итә ине. Бәғзе мәғлүмәттәрҙе билдәләү өсөн архив материалдарын, элекке ҡулъяҙмалар фондтарын өйрәнеү әле бөгөнгө көндә лә мөһим бурыс булып ҡала.
Аҡмулла ижадының бөгөнгө балҡышы менән беҙ бер нисә быуын эҙләнгән, тикшеренгән энтузиастарҙың фиҙакәр хеҙмәтенә бурыслыбыҙ. Бында иң элек бер нисә һүҙ менән генә булһа ла шағирҙың биографияһындағы оҙаҡ ваҡыттар буйы төрлөсә фекер йөрөтөүгә урын ҡалдырған ҡайһы бер мәсьә­ләләрҙе асыҡлап үтке килә.
Аҡмулланың тыуған йылы, ауылы, ата-әсәһе, бигерәк тә милли сығышы хаҡында ул үҙе үлгәндән һуң төрлө фараздар барлыҡҡа килә, ҡапма-ҡаршы фекерҙәр әйтелә. Бер авторҙың уйҙырмаһын, тикшереп тормайынса, йыш ҡына икенселәре ҡабатлай, күпселек татар әҙәбиәтселәренең хеҙмәттә­рендә уны башҡорт ерлегенән айырып алыу тенденцияһы урын ала. Ләкин ошолар араһында бәләкәй генә, ләкин һис бер хәйләһеҙ бер мәҡәлә бар. Уны 1928 йылда “Безнең юл” журналында 19 ғына йәшлек егет сағында яҡташыбыҙ, Мең ырыуы башҡорто, Туҡһан­байға күрше генә Айыт ауылында тыуып үҫкән буласаҡ күренекле шағир Фәтих Кәрим баҫтырып сығара (һүрәттә – шул мәҡәләнең күсермәһе). “Шағир Аҡмулла тура­һында” тигән был мәҡәләлә Ф. Кәрим бары тик Туҡһанбай ауылының данлыҡлы йырсы-сәсән ҡарты, Аҡмулла биографияһын яҡшы белгән, уның шиғырҙарын яттан һөйләгән Шәйхетдин Динмөхәмәтовтан яҙып алған мәғлүмәттәрҙе һис бер ҡул тыҡмайынса донъяға сығара.
Өҫтәүенә Шәйхетдин олатай, бынан алдараҡ Дусмаил Ҡасҡын­баев тигән ҡаҙаҡ һорағас, ауылдашы һәм ырыуҙашының исем-затын да, тыуған йылын, айын-көнөн дә метрикәгә ҡарап раҫланым, шунан һуң Дусмаил хажиҙан Аҡмулланың башҡорт булыуы тамам раҫланды, тигән һүҙҙәр яҙылған хат алыуы тураһында хәбәр итә. Хәҙер сағыштырығыҙ: шағирҙың биографияһындағы төп ваҡиғалар Аҡмулла иҫән саҡта теркәлгән халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән һүҙмә-һүҙ тигәндәй тап килеп тора. 1834, 1850, 1859 йылғы рәүиз мәғлү­мәттәренең һәр береһендә Мифтахетдин үҙе лә, уның ҡартатаһы Ишҡужа Ишбулдин, атаһы Камалетдин, әсәһе Бибиөммөгөлсөм, туған-тыумасаһы – һәммәһенең исем-заты ап-асыҡ әйтеп бирелгән. Аҡмулланың әле беҙҙең заманда әҙәбиәт белемендә ҡабул ителгән тыуған йылы ла – айы-көнөнә тиклем теүәллек менән – иң элек ана шул Шәйхетдин Динмөхәмәтовтың шаһитлыҡ итеүенән сығып билдәләнде. Перепись материалдары иһә, айын, көнөн күрһәтмәһә лә, нәҡ 1831 йылды раҫлай. Был хаҡта мин Аҡмулланың биогра­фияһын өйрәнеүҙә һәйбәт өлгөләрҙең береһе булараҡ һөйләп бирҙем.
Фажиғәле яҙмышҡа дусар булған бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын халыҡҡа ҡайтарып биреү, өйрәнеү, мәңгеләштереү иһә – фәндең айырыуса ныҡышмалы хеҙмәт талап иткән бер өлкәһе. Был эште шағир үлгәндән һуң, ХХ быуат башында, Аҡмулланың ике шәкерте – әлеге Дусмаил Ҡасҡынбаев һәм Хәсән Ғәли башлап ебәрә. 20 – 30-сы йылдарҙа Башҡортостанда Дауыт Юлтый, Ҡаҙағстанда Сәкен Сәйфуллин, шағирҙың мираҫын йыйыуға ҙур әһәмиәт биреп, береһе матбуғатта шул хаҡта өндәмә менән сыға, икенсеһе 1935 йылда Аҡмулланың “Өләңдәр” тигән йыйынтығын баҫтырыуға өлгәшә. 1931 йылда Закир Шакиров Ҡурған өлкәһенең ул ваҡыттағы Ялан-Ҡатай районы Ғәйет ауылынан, Ҡатай башҡорт­тары араһынан, Аҡмулланың атаҡлы “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының тулы вариантын табып алып ҡайта.
30-сы йылдарҙан һуң оҙаҡ ваҡыт Аҡмулла исеме ситләтелеп торһа ла, оло быуын уҡымышлы ҡарттар күңелендә ул йәшәүен дауам итә. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башҡорт әҙәбиәт белемендә рухи мәҙәниәт мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт, яңы концепциялар формалаша башлау менән билдәләнә. Һөҙөмтәлә һуңғы өс-дүрт тиҫтә йыл эсендә, инде һуңлап булһа ла, Аҡмулла шиғриәтенең өлгөләрен йыйыу дауам итә. Был осорҙа башҡорт ғалимдары араһында Аҡмулла һәм, ғөмүмән, революцияға тиклемге әҙәби мираҫты үҙ туған халҡына ҡайтарып биреүҙә профессор Әхнәф Харисов ҡаһарманлыҡҡа тиң ҙур ғилми хеҙмәтен нәшер итә. “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” тигән ул китап (Өфө, 1965) шиғриәтебеҙ күгендә Аҡмулла йондоҙоноң яңынан балҡыуының башланғысы була.
Аҡмулланың 1981 йылда Әхәт Вилданов тарафынан төҙөлөп нәшер ителгән “Шиғырҙар” исемле ҡалын йыйынтығы рухи донъябыҙҙа әле булһа ҙур ваҡиға тип баһаланырға хаҡлы. Бында бөйөк һүҙ оҫтаһының ижады ғәйәт тулы күҙ алдына баҫа. Бына уның тәбиғәт хаҡында шиғри гәүһәрҙәре. Ул цикл “Күкләм”, “Яҙ”, “Көҙ”, “Төн менән көн”, “Һыу”, “Ел”, “Ут”, “Тупраҡ” тигән фәлсәфәүи лирика өлгөләренән тора. Шул уҡ ваҡытта был шиғырҙар, нигеҙҙә, балаларға тәғәйенләнгән. Балалар өсөн фәлсәфәүи шиғырҙар, белеүемсә, әҙәбиәттә һирәгерәк күренеш булһа кәрәк. Тәрән фекерҙәр унда асыҡ та, алсаҡ та, яғымлы ла итеп бәләкәстәргә аңлайышлы тел менән әйтеп бирелә. Быға өлгәшеүҙә Аҡмулланың уҡытыусылыҡ, мулдәкәлек эшмәкәрлеге булышлыҡ иткәндер, күрәһең.
Ә бына “Урыным – зиндан” әҫәре. Шағирҙың 1867–1871 йылдарҙа нахаҡҡа төрмәлә ултырған аяныслы яҙмышы айҡанлы уй-фекерҙәр офоғоноң айырата киңәйеп тә, тәрәнәйеп тә китеүен дәлилләгән үткер социаль йөкмәткеле, киң танылыу тапҡан шиғыры. Аҡмулла биографияһын өйрәнгәндәр өсөн ғәйәт әһәмиәтле “Иҫәнгилде менән Батышҡа”, “Солтан Ғәбиҙуллаға шикәйәт” һ.б. әҫәрҙәре лә шул уҡ осорҙа ижад ителгән.
Бына һәр юлы мәҡәл, әйтем, афоризм тиңендә торған “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Яманға ялынмағыҙ”, “Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ”, “Аҡмулла, хәлеңде бел”, “Диуанамын”, “Замана ғалимдарына” һымаҡ шиғри шедеврҙар. Йәки “Атайыма хат” – Туҡһанбай ҡарттарының хәтерендә һәм ҡуйын дәфтәрҙәрендә һаҡланып, беҙҙең дәүерҙә табылған биографик әҫәр. Ниһайәт, Аҡмулланың үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡҡан берҙән-бер әҫәре – “Шиһабетдин Мәржәниҙең мәрҫиәһе”. Башҡорт уҡымышлыларының һәр береһе тиерлек яттан һөйләгән, беҙҙең йәмғиәттә үҙе бер әхлаҡ кодексы ролен үтәгән “Нәсихәттәр”е…
Был илаһи шиғриәт өлгөләре аҡ ҡағыҙ биттәрендә генә түгел, беҙҙән алдағы быуындарҙың күңел түрендә һаҡланып, ут-ялҡынлы мәрхәмәтһеҙ заманалар аша хәҙерге дәүергә килеп еткән. Ғәжәп һәм ҡабатланмаҫ күренеш: шиғырҙарын һәм тәржемәи хәлен халыҡ араһында яттан белеү йәһәтенән башҡорт поэзияһында Аҡмулла менән бары тик Салауат Юлаевты һәм Шәйехзада Бабичты ғына йәнәш ҡуйып була торғандыр. Ә халыҡ кемде ятларға һәм кемде һаҡларға икәнен үҙе белә, үҙе һайлап ала.
Был аҫыл исемдәр – Салауат, Аҡмулла һәм Бабич йондоҙо бөйөк һәм илаһи башҡорт шиғриәте күгендә, башҡорт рухи донъяһында айырыуса яҡты булып балҡып яна.


Вернуться назад