Киң далала “Ғилмияза” яңғыраны14.12.2016
Башҡортостандың Милли халыҡ ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин Алматыла “Бөйөк дала иле” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.
– Сара күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Солист булараҡ та сығыш яһаным – ҡурайҙа халҡыбыҙҙың “Ғилмияза” көйөн башҡарҙым, шулай уҡ Ҡаҙағстандың “Сазген сазы” ансамбле менән бергә уйнаным. Был коллектив Өфөлә үткән “Урал ауазы” II халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гран-при яулағайны, – тине Рәмил Ғәйзуллин. – Байрам юғары кимәлдә уҙҙы. Алматы аҡыны Бауыржан Байбек музыканттарҙың һәр береһенә рәхмәт белдерҙе.
Дипломдан тыш, ҡәҙерле бүләк – “Сазген сазы” етәксеһе Багдат Тилигенов ҡулынан алған ҡаҙаҡ думбыраһын алып ҡайтҡан музыкант. Ошо ансамбль нигеҙендә төрки халыҡтарының милли ҡоралдары йыйылма оркестры ойошторолған. Ул байтаҡ илдәрҙә сығыш яһап өлгөргән дә инде. “Мин күптән ошондай ансамбль төҙөү ниәте менән янам һәм уның ойошторолоуына бик шатмын”, – ти яҡташыбыҙ.
“Бөйөк дала иле” халыҡ-ара фестивале Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығы уңайынан уҙғарылды. “Алатау” традицион сәнғәт театрына Азербайжан, Үзбәкстан, Төркмәнстандан, Башҡортостан, Дағстан, Ҡарағалпаҡстан республикаларынан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар йыйылды.