Мәғрифәтсе рухы берләштерә14.12.2016
Мәғрифәтсе рухы берләштерә
Республикала Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре бара. Олуғ мәғрифәтсенең 185 йыллығына арналған сара 16 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк.
Ошо уңайҙан шәхестең исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында бай йөкмәтке­ле программа ҡаралған. Ул төрлө сағыу ваҡиға­ларҙан хасил. Мәҫәлән, аҙна башында студент­тарҙың ижад эштәренән “Мираҫ” исемле күргәҙмә ойошторолдо, респуб­ли­каның Яҙыусылар союзы ағзалары менән фәһемле осрашыу үткәрелде. Йо­ма­ға тиклем шулай уҡ “Мәҙәниәт һәм иман” ти­гән социаль хеҙмәт уйыны, төрки халыҡтарҙың шиғриәт кисәһе, “Мифтахетдин Аҡмулланың мәҙә­ни мираҫы” тип исемлән­гән мәғариф проекттары фес­тивале, “Мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәт­се­ләрҙең гуманистик ми­ра­ҫы” темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция (XI Аҡмулла уҡыу­ҙары) уҙғарыу ҡаралған.
Университетта кисәге көн иһә “Журналист – педагог – филолог” тип атал­ған матбуғат конфе­рен­цияһынан башланды. Сара барышында мәға­риф темаһын әүҙем яҡ­тыртҡан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренән бер төркөмгә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге журналистар премияһы тапшырылды. Шуныһы ҡыуаныслы: улар ара­һын­да “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре Дилбәр Ишморатова ла бар. Афарин! Университет ректоры Раил Әсәҙуллин әйтеүен­сә, буласаҡ педагогтарҙы әҙерләгән юғары уҡыу йорто барлыҡ тармаҡтар менән әүҙем хеҙмәттәш­лек итергә, студенттар төр­лө өлкә вәкилдәренең эшен күрергә, тәжрибә тупларға тейеш.
– Беҙ журналистар менән һәр саҡ тығыҙ бәй­ләнештәбеҙ, – тине Раил Мирвай улы тәбрикләү сығышында. – Мәғариф темаһын, заман студент­тарының уҡыу шарттарын, мөмкинлектәрен, педагогтарҙың уңыш-ҡа­ҙа­ныштарын киң яҡтырт­май тороп, йәмғиәткә бөгөнгө белем биреү өл­кә­һенең маҡсаттарын ту­лы кимәлдә еткереп бул­маҫ ине. Журналистар – ҙур ярҙамсыларыбыҙ, ки­лә­сәктә лә бергә-бергә эш­ләрбеҙ тигән ышаныс­табыҙ.
Әйткәндәй, М. Аҡмулла исемендәге был премия унынсы тапҡыр тапшырылды. Тантана тарихҡа БДПУ-ның 50 йыллығына арналған тәүге саралар­ҙың береһе булып та инеп китәсәк.


Вернуться назад