Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән хәтер кисәһендә Рәми Ғариповтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ижадташ дуҫтары, яҡташтары, рухташтары ҡатнашты.
— Бөгөнгө сараны тел, милләт һәм көслө рух тантанаһы тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ, — тине сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Сөнки Рәми ағай өсөн ижадта ла, тормошта ла “телем”, “халҡым” һүҙҙәре ят булманы. Ҡыҫҡа ғүмере эсендә башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индереүгә өлгәште. Сит ил классиктарының әҫәрҙәрен туған телгә тәржемә итеп, милләттәштәрен донъя әҙәбиәте менән таныштырҙы. Һуңғы йылдарҙа Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү өсөн бихисап эш башҡарылды. Алда ла шағир ынйыларҙы йыйып, кәрәҙ ҡойған кеүек, бергәләп был йәһәттән эшләйһе бар әле.
Рәмиҙең ҡәләмдәштәренең сығышын халыҡ айырыуса йылы ҡабул итте. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев остазының исемен һәм ижадын мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарҙы. Тантаналы кисәлә уның ялҡынлы сығышының һәр һүҙенә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине.
— Рәми Ғариповтың тыуыуына — 80, ә вафатына 35 йыл тулды. 35 йыл ғына түгел, ә 35 көндән һуң да хәтерҙән юйылған кешеләр бар. Был ваҡыт эсендә Рәми онотолоу ғына түгел, уның әле тере сағында хакимдар күрергә теләмәгән аҫыл сифаттары асыла килә. Бөйөк шағир үлгәндән һуң уның үлемһеҙлеге башланды. Иҫән сағында баҫылмаған күпме әҫәре уҡыусыға барып етте. Шағирҙың яҙмышы — халҡыбыҙҙың яҙмышы. Уның шатлыҡтары-һыҙланыуҙары — халҡыбыҙҙың шатлыҡтары, милләтебеҙҙең һыҙланыуҙары. Беҙ Рәми Ғариповты йылдан-йыл нығыраҡ аңлай барабыҙ икән, тимәк, үҙебеҙҙең рухи баһабыҙҙы, милли бәҫебеҙҙе нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәнәбеҙ.
Был һүҙҙәрҙән һуң шағир иҫтәлегенә бағышланған әҙәби-мәҙәни сараларҙың әһәмиәте хаҡында әйтеп тороу артыҡтыр.
А. АБҘАҠОВ.