Гөлли Мөбәрәкова... Был исемдә башҡорт театр сәнғәтенең тотош бер осоро сағыла. Мәшһүр ата-әсәһенең юлынан сәхнә донъяһына сумып, шул уҡ ваҡытта үҙ даланын табыуға өлгәшкән актрисаның яҙмышы һынлана. Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында – башҡорт театр сәнғәте оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованың юбилей кисәһе. Был сара үҙенә күрә уҙған йылдарға байҡау ҙа төҫлө, шул уҡ ваҡытта миҙгел сағылышы ла. Ниндәй тойғолар менән аяҡ баҫа икән гүзәл ханым был тантанаһына? – Ҙур байрам булмаҡсы, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы! Тулҡынланаһығыҙмы?– Әлбиттә! Һис һүҙһеҙ, күңелемде тәрән тойғолар биләй, үткәндәрҙе уйлайым, моңланып, илап та алдым. Юбилей кисәһе нисегерәк килеп сығыр, ниндәй тамаша әҙерләнеләр? Сценарийҙы миңә күрһәтмәйҙәр һәм: “Һеҙ ҡунаҡ булып саҡырылғанһығыҙ. Тамаша барышында барыһын да күрерһегеҙ. Беҙ һеҙгә үҙегеҙҙең образды тәҡдим итәбеҙ!” – тинеләр.
Үҙемдең мәшәҡәттәрем дә етәрлек: күлдәк тектерер кәрәк, прическа эшләтергә кәрәк, ябығырға кәрәк...
– Ябығырға кәрәк? Һуң, Гөлли апай, һеҙ бит бына тигән! – Юҡ, актриса барыбер һәр ваҡыт үҙенең тышҡы ҡиәфәтен хәстәрләргә тейеш. Ул бит кеше алдында сығыш яһай, халыҡ исеменән һүҙҙәр әйтә, күңелдәрҙе сафландырыр минуттар бүләк итә, шуға күрә уның һәр ваҡыт өлгө булыуы шарт. Сценарий яҙған кешеләргә миндә уҡып сыҡҡан балаларҙы йыйырға кәңәш иткәйнем. Бөтә студенттарымды ла күргем килә тамашала. Хәҙер инде улар үҙҙәре өлкән быуын вәкилдәре, танылған артистар, ҙур педагогтар, әммә минең өсөн улар һәр ваҡыт ҡәҙерле уҡыусыларым булып ҡала.
– Уҡыусыларығыҙҙы атап китһәгеҙ ине?– Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илдар Ғүмәров, Сара Буранбаева, Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Нәүфилә Яҡупова, Вәкилә Ҡалмантаева, Хәким Мортазин, Айһылыу Йомағолова... Хәйер, һанай китһәң, бәлки, бөтәһе лә хәтергә лә килмәҫ, әммә тап ошо байрамда уларҙың барыһы менән осрашҡым, ижади балҡыштарына шаһит ҡылғым килә.
– Актриса Гөлли Мөбәрәкова менән педагог Гөлли Мөбәрәкова һеҙҙең күңел донъяғыҙҙа нисек һыйышып йәшәй?– Йәштәрҙе уҡытыу мөмкинлеге тыуғас, үҙемде һынап ҡараным. Был профессия ла минең күңелемә ятты. Бик яратып эшләнем, сөнки уларҙан үҙем рухландым, өйрәндем, дәртләндем. Был эш үҙенә күрә энергиялар менән алмашыу кеүек. Мин улар менән белгәнемде, тәжрибәмде уртаҡлашам, нисек тойғанымды, сәхнә теле нисек булырға тейешлеге хаҡында һөйләйем. Улар менән бергә эшләгәндә үҙ-үҙемә асыш яһайым, эҙләнәм. Бик ҡыҙыҡлы ул заманыңдың йәштәре, йәшерәк быуын менән эшләү. Сәхнәләге хеҙмәт уҡыу процесы менән ана шулай үрелеп килде. Улар бер-береһен тулыландырҙы ғына, һис тә ҡамасауламаны.
– Сәхнә телмәре ниндәй булырға тейеш?– Сәхнә тамаша залынан өҫтәрәк тора, шуға күрә ундағы һүҙҙең яңғырашы башҡа. Ролдәге, шиғырҙағы мәғәнәне еткереүҙең үҙенсәлеге бар. Бик ҡыҙыҡлы һөнәр сәхнә теле. Ул бит ҡәҙимге, ябай һөйләшеү түгел, фәҡәт сәхнә телмәре. Кинола, телевидениела, минең белеүемсә, үҙеңде ныҡ тәбиғи тоторға кәрәк, һәм режиссерҙар ҙа быны талап итә. Авторҙың тексы барып етһен өсөн үтә лә тормошсан булыу шарт. Ә сәхнәлә улай түгел. Унда күтәренке рух хаким итергә тейеш. Ҡабартыу, шаштырыу түгел, ә хистәр ҙурыраҡ булыуы зарур. Сәхнәнән тамашасы йыраҡтараҡ ултыра, шуға күрә уға фекереңде еткерер өсөн бөтә йөрәк көсөңдө, рухи энергияңды һалыу бик мөһим. Микрофон алдында телмәр тотоу ҙа башҡа, ә сәхнәлә бөтәһе лә эске потенциалға таяна.
– Һеҙ уйнай алмай ҡалған ролдәр булдымы? Шул күңелегеҙҙе өйкәп торғаны бармы?..– Ундай хәлдәр һәр артист менән булалыр инде ул. Бөтә ролдәрҙе лә уйнап, сәхнәгә сығарып бөтөп булмай. Башҡалар ҙа бар бит әле, режиссер үҙе нисек күрә, тамашаны шулай әҙерләй. Ымһынып ҡалған ролдәрем байтаҡ булды, хатта бик күп...
– Хатта бик күп?– Йәш сағымда А. Островскийҙың “Гроза” спектаклендә Катеринаны бик уйнарға теләгәйнем.
Анна Каренинаны уйнарға теләгәйнем, әммә мөмкинлек булманы. Театрҙың үҙенең талаптары, режиссерҙың үҙенең һайлаған юлы була бит инде. Бына Медеяны уйнаным, ә Ж. Сенекиҙың “Федра”һында төп героиня Федраны уйнау мөмкинлеге тыуманы. Ана шул ымһынып ҡалыуҙар йөрәкте яндыра ул. Ә-ә-ә, йәнә лә А. Чехов әҫәрҙәрендә бик уйнарға теләгәйнем. Теге йәки был образды нисегерәк сәхнәгә сығарыр инем икән, тип уйланып, хыялланып йөрөгән саҡтарым булды. Эске һыҙланыуҙарымды ошо образ аша сығарыр инем, тигән мәлдәрем булды, әммә тура килмәне.
Шундай образдар бар, уларҙы тап миңә башҡарырға насип булды һәм шуға бик шатмын, яҙмышыма рәхмәтлемен. Кешеләргә шул ролдәрҙе еткерҙем, йөрәк хистәремде һалдым, тап күңелем теләгәнде әйтергә яҙҙы, тип ҡыуанған саҡтарым да күп булды. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендәге Тәңкәбикә образын шулай бик яраттым. Кем генә хыялланмай уны башҡарырға! Мин шул бәхеткә ирештем. Шәфәҡте лә әсәйемдән һуң мин башҡарҙым.
Ошондай героинялар иҫ киткес бит ул. Тәңкәбикәне генә алайыҡ! Унда Клеопатра ла, Медея ла, Каренина ла йәшәй, әммә милли колоритта. Әйтеп аңлатып бөткөһөҙ тәрән образ ул!
– Ә теләгән образды сәхнәләштерә алмағас, күңелдә тумаланған хистәрҙе, башта туплаған фекерҙәрҙе ҡайҙа ҡуяһығыҙ? Нисек баҫаһығыҙ ынтылыштарҙы?– Эйе, ундай хәл-торош хас артистарға. Мин йөрәктә туплаған энергетиканы шиғырҙар аша бирергә тырышам. Бәләкәйҙән шиғырҙар уҡырға яратам.
– Һис аптырамайым: шағирәнең ҡыҙы, шағирҙың хәләл ефете!– Шулай (көлә)! Шиғырҙы уҡының да, сыҡтың да һөйләнең түгел бит инде, уны аңларға, автор нимә әйтергә теләгәнен тойорға кәрәк. Ошо һүҙ менән шағир нимә әйтергә уйлаған, нишләп тап ошо ике һүҙ йәнәшә килә? Үҙеңә бик күп һорауҙар биреп, күңелең аша үткәреп эшләйһең шиғыр өҫтөндә. Һәр һүҙҙең, һөйләмдең айышына төшөнгәндән һуң, үҙеңдең рухи донъяңда ҡайнап, күкрәгеңде йыртып килә ул уҡыр шиғыр.
– Һеҙ шундай күренекле шәхестәрҙең ҡыҙы. Был яуаплылыҡ өҫтәнеме, юлдар астымы? Әллә, киреһенсә, кәртәләр ҡуйҙымы? Кешеләр араһында төрлөһө бар бит...– Нәҡ өҫтөнә баҫтың. Атай-әсәйҙең мәшһүр сәнғәт әһелдәре булыуы миңә, ысынлап та, кәртә булып торҙо. Һәр саҡ уларҙың юғарылығын тойоп, үҙ тауышымды эҙләргә тырыштым. Ә ул күренеш бик ауыр барҙы. Ҡыйралыр сиккә еткән, сәхнәнән китергә йыйынып бөткән саҡтарым да булды. Башҡалар, бәлки, ҡәҙимге юлдан килгәндер театр сәнғәтенә, ә миңә үҙемде табыуы еңел бирелмәне. Әммә тапҡас, үҙ һүҙемде әйткәс, сикһеҙ офоҡтар асылып киткәндәй булды. Үҙемде тапҡанмындыр тим, сөнки хәҙер тамашасы мине Рәғиҙә Янбулатова менән дә сағыштырмай, Арыҫлан Мөбәрәковтың һыҙаттарын да эҙләмәй.
– Улар, һеҙҙеңсә, ниндәй артистар ине?– Арыҫлан Мөбәрәков – ул башҡорт театры сәхнәһенең арыҫланы, тиҙәр бит, шул фекер менән мин дә килешәм. Ундайҙар һирәк, бик һирәк тыуа, күрәһең. Уға тышҡы ҡиәфәте менән дә, эске рухи байлығы яғынан да Күктәр тарафынан барыһы ла бирелгәйне. Рәғиҙә Янбулатова тиреһеҙ кеше кеүек миңә. Ел иҫһә лә, һиҫкәнеп ҡала торғайны. Бик нескә тойғоло актриса һәм шағирә ине, уның яҙмышы хаҡында роман яҙырға була. Ул шул тиклем бәхетле булды: шундай матур ролдәрҙе үҙе генә башҡарҙы. Йырлы образдарҙың барыһын да ул тыуҙырҙы һәм халыҡ күңелендә лә тап ана шундай моңло актриса булып ҡалды. Әсәй киноға төшмәне, ул ваҡытта видео юҡ, әммә миңә осраған һайын уның ролдәре, атай менән икеһенең сәхнәләге миҙгелдәре хаҡында бик яратып һөйләйҙәр. Улар халыҡ хәтерендә йәшәй.
– Тәңкәбикәне театрҙа сәхнәгә тәүгеләрҙән булып халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова сығарған. Унан һуң был ролде уйнауы нисек булды?– Зәйтүнә апай Бикбулатова – беҙҙең театр өсөн ҙур исем. Ул Тәңкәбикә ролен бик матур итеп уйнаны. Әммә миңә уны ҡабатламаҫҡа, үҙ героинямды табырға кәрәк ине. Үҙемдең Тәңкәбикәмде эҙләргә тырыштым. Зәйтүнә апайҙың образы – ул ҡырыҫ, ҡаты күңелле ҡатын. Шулай булмай ҡара: бөтә ырыу уға ҡарап тора! Ә мин уның ҡатын-ҡыҙ булараҡ яңғыҙлығын асырға тырыштым. Ул үҙенең эске донъяһын берәүгә лә аса алмай, гонаһы бар, күптән яңғыҙ ҡалған, әммә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уның да яратҡыһы, яратылғыһы килә. Әммә ул үҙен тыйып йәшәй, сөнки артында – ырыу, балалар яҙмышы. Бер ерҙә генә асыла ул. Дәрүиш менән һөйләшкәндә ул бар асылын күрһәтә. Шул тиклем матур образ. Уның холҡон эҙләү, деталдәр табыу миңә ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Тормошта һин бөтөнләй башҡаһың, әммә ошо образда йәшәү ниндәй шатлыҡтар килтерә. Актрисаның бар бәхете шунда – бер ғүмерендә әллә нисәмә яҙмыш менән йәшәп ҡарай алыу мөмкинлеге.
Ниндәй генә ролдәрҙе уйнаһам да, мин героиняларымды аҡларға, аңларға тырыштым. Шул уҡ Медеяны ла йөрәгем менән тойҙом. Ҡот осҡос хәл бит инде – балаларын үҙ ҡулдары менән үлтерә. Ә бит сабыйҙары тәхеткә ултырмаһын, башҡалар уларҙың ғүмерен ҡыймаһын өсөн ул үҙе был юлға бара. Бер ҡараһаң, быны аңлап та булмай кеүек, әммә Медея шундай. Уның балалары менән хушлашҡан сәхнәләре, йөрәк кисерештәре минең дә күкрәгемде йыртып сыҡты.
– Әле һеҙҙе тыңлап ултырам да шундай һығымтаға киләм: тимәк, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы үҙе лә тормошта кешеләрҙе хөкөм иткән, ғәйепләгән түгел, ә ярлыҡаған, һәр хәлдә аңларға тырышҡан зат, тигән фекергә киләм. Әллә яңылышаммы?– Мин кешеләрҙе һәр саҡ аңларға, асылына төшөнөргә тырышам. Ниндәйҙер конкрет баһа, анализ яһау ҙа кәрәктер, әммә ни өсөн ул былай тип әйтте, ни өсөн ул тегеләй эшләне, ниңә бындай юлдан атланы, ниңә шуны һайланы, тигән һорауҙарҙы мин үҙемә йыш бирәм. Тап бына ошо эҙләнеү тоталыр ҙа беҙҙе сәхнәлә. Бигерәк тә бөгөн. Сөнки эш хаҡы түбән, әммә театр тип йән атабыҙ. Йәштәрҙе йәлләп тә ҡуям. Беҙ, исмаһам, фатирлы булдыҡ, исемдәр ҙә бирҙеләр, ә уларға бит хәҙер шул тиклем ауыр. Ә театр бит – ул кешелектең бөйөк ҡаҙанышы. Милли сәхнәләр, әҫәрҙәр билдәләй милли сәнғәттең йөҙөн. Һәр дәүләттең гербы, гимны, әләме, нәшриәте булған кеүек, милли театры ла булырға, йәшәргә тейеш. Кешеләр театрға күңелен сафландырырға килә.
– Юҡҡа ғына театр биналары изге ҡорамдар һымаҡ эшләнмәгән, тимәк. – Эйе, тап шулай. Йырҙар, халыҡ ижады, әҙәбиәт, театр аша милләттең үҫеше баһалана. Был элек-электән шулай булған. Беҙ үҙебеҙ һаҡларға тейеш милли сәнғәтте. Башҡорт дәүләт академия драма театрыбыҙ булыуы – ул ҙур бәхет.
– Халыҡ нисек йөрөй театрға?–Төрлөсә, сөнки күптәргә хәҙер шоу кәрәк.
– Күптәр кимәленә төшөү яғында түгел бит театр?– Түгел, әлбиттә. Алда әйткәнемсә, сәхнә тамаша залынан өҫтәрәк урынлашҡан, шуға күрә беҙ үҙебеҙ халыҡҡа юғары ҡиммәттәр хаҡында һөйләргә бурыслыбыҙ.
Телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлар өсөн дә кәрәк театр. Балалар килеп, башҡортса һөйләшкәнде ишетеп ҡайтыуы ла яҡшы күренеш. Тарихи шәхестәребеҙ хаҡында һөйләргә тейешбеҙ. “Ҡаһым түрә”не ҡараныңмы икән?
– Эйе.– Бына ундай спектаклдәр ҙә булырға тейеш, сөнки улар аша милләтебеҙҙең данлыҡлы кешеләре хаҡында һөйләнелә. Бындай әҫәрҙәр тамашасыла ғорурлыҡ тойғоһо уята. Көслө образдарҙы сағылдырыр өсөн ҡеүәтле артистар ҙа кәрәк. Сәхнә бит үҙенә тоғроларҙы ярата. Фиҙакәрлегең, унда бирелеп китеп уйнауың барыбер эҙһеҙ үтмәй. Актер һөнәренә йәштәрҙе йәлеп итеүе ауырыраҡ хәҙер.
– Бәлки, был эште театр сәнғәте әһелдәре мәғариф министрына мөрәжәғәттән башларға тейештер? Әйтәйек, республика райондары мәктәптәрендә театр, сәнғәт дәрестәре индерергә. Япония, Ҡытай кеүек рухиәте генә түгел, иҡтисады үҫешкән илдәрҙә тап ана шулай уҡыталар.– Был бик һәйбәт булыр ине. Быны уйларға һәм атҡарырға кәрәк. Сәнғәткә ынтылып үҫкән бала бер ҡасан да насарлыҡ ҡылмаясаҡ, минеңсә. Бөгөн Интернеттан, телевидениенан баланың таҙа күңеленә ҡара яғылғанда, беҙ уларҙы тап матурлыҡ менән генә аяп ҡала алыр инек. Балаларҙы мөмкин тиклем яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ылыҡтырып үҫтерергә кәрәк. Әгәр ул шундай мөхиттә, шул рәүешле тәрбиәләнһә, үҙе эргәһендә лә тап шундай донъя тыуҙырырға тырышасаҡ.
– Уҡыусыларығыҙға иң төп талабығыҙ? Артист сәхнәгә иң тәүҙә нимә өсөн сыға?– Сәхнә дөрөҫлөктө ярата: һүҙҙәрҙең теүәллеге, хистәрҙең аныҡлығы, фекерҙең асыҡлығы минең өсөн мөһим. Уларға бына ошо хаҡта һөйләйем. Яһалмалыҡ уйҙарҙы ла, кисерештәрҙе лә ситкә алып китә. Тамашасыны алдарға ярамай, уны алдап та булмай, ул бер генә өнөңдә ялған хис тойһа, һыуына башлай. Яулап алған, йөрәк һүҙең менән ҡаратып алған ҡәҙерле кешеләреңде юғалтырға ярамай. Уны тойоп эшләүе лә күңелле: тамашасы һинең менән бергә тын ала, фекер ебеңдән, тойғоларыңдан ысҡынмай. Бары тик дөрөҫлөктө ярата сәхнә!
– Тыумыштан артист нимә тигән һүҙ ул: тәбиғәт биргән гүзәл ҡиәфәтме, әллә тәрән кисерештәргә һәләтме?– Төрлөсә булыуы ихтимал. Тәбиғәт биргән матурлыҡты ла ярата сәхнә. Шул уҡ ваҡытта тышҡы ҡиәфәт менән генә лә булмай бит әле. Уҡытыусынан, режиссерҙан да күп нәмә тора. Әгәр улар асҡыс табып, артистың эске ҡомарын аҡтарып сығара алһа, ошо кисереш артынан ҡалмаясаҡ сәхнә әһеле. Ул һәр саҡ үҙенең образдары өҫтөндә эшләргә теләйәсәк, режиссерҙың талаптарын күңеле менән тоясаҡ. Үҙеңдең интеллектыңды үҫтерергә кәрәк. Бына нисек тыуа ул образдар!
– Театр сәнғәтенең тәбиғәттән һалынышы ниҙә сағыла? Сәхнәгә сығып гармунда уйнау – ул музыка сәнғәте. Сәхнәнән йырлау – ул вокал сәнғәте. Ә театрҙыҡы нисек?– Балаларса ышана белеүҙә, минеңсә. Бына тәҡдим ителгән шартлы хәлдәргә, мажараларға, ауырлыҡтарға, көлкөлө ситуацияларға бар күңелең менән ышана белеү һәм шул образға инеп китеү. Үҙең аша ана шул хәлде кисереп, ижади хыялды егеп, образ тыуҙыраһың. Мәҫәлән, балалар сәхнәлә уйнамай, ә ышанып эшләй шул эшен. Шуға күрә лә беҙ бындай осраҡта, әҙер артист, тибеҙ.
– Тимәк, башҡорттар тәбиғәттән драматик холоҡло, артист милләт?– Эйе, бар ундай күренеш. Ысынлап та, бер ҡатлылыҡ кәрәк образ өҫтөндә эшләгәндә, әммә ул да сама менән булырға тейеш.
Бер миҫал да килтереп китә алам. Әбйәлил районында “Ай тотолған төндә” әҫәре буйынса кино төшөрҙөләр. Унда мин Тәңкәбикә ролен уйнаным. Дөйөм сәхнәләр өсөн урындағы халыҡты йыйғандар. Улар милли кейемдәрен кейеп, әҙерләнеп килеп етте. Халыҡҡа режиссер: “Һеҙ Тәңкәбикәне ҡаршыларға тейеш!” – тип кенә әйткән. Бер ниндәй өйрәтеү ҙә юҡ, улар уйнай башланы. Бына ҡайҙан килә был һәләт? Режиссер аптырап китте һәм репетицияһыҙ ҙа төшөрөргә әҙер булыуын белдереп: “Улар, әйтерһең, сәхнә өсөн генә яратылған, бөтәһенә лә ихлас ышана бит әле!” – тине.
– Үҙегеҙҙең балаларығыҙ сәнғәт юлын һайламанымы?– Улымдың ике балаһы үҫте инде. Ейәнем быйыл Мәскәүҙә кинематография институтын тамамланы, кинорежиссер Урал Сафин. Ейәнсәрем Америкаға сығып китте, шунда йәшәй. Ҡыҙы бар. Хәҙер инде минең бүләсәрем үҫә.
– Бөгөнгө кисәгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Унан нимәләр көтәһегеҙ?– Мин беҙгә тиклем башҡорт театры сәхнәһендә ҡаһарманлыҡ менән хеҙмәт иткән быуынды әлеге йәшерәк быуын менән тоташтарып тороусыларҙан. Ниндәйҙер бер урталыҡта торам. Беҙҙе өйрәткән быуындың башҡорт эстетикаһын бирергә тырыштым йәштәргә. Был кисә – үҙ заманында Мәскәүҙә уҡып сыҡҡан төркөмдәштәремдең дә рухи байрамы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының үҫешендә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Ә. Абдразаҡов, Х. Яруллин, З. Атнабаева, Ш. Рәхмәтуллин, М. Солтанов, И. Йомағолов бөгөн беҙҙең арала юҡ, әммә уларҙың рухтары ла ошо көндө шат булһын ине, тип теләйем. Беҙ Р. Кәримова, Ф. Ҡасимова, М. Һөйәрғолов әле иҫән-һаубыҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Әгәр ошо иптәштәрем булмаһа, мин дә сәхнәлә актриса булараҡ балҡый алмаҫ инем. Беҙ бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп үҫтерҙек, театр сәнғәте өсөн йөрәк көсөбөҙҙө йәлләмәнек. Театрыбыҙҙың 100 йыллығы алдынан ойошторолған был кисә уларға бағышлана.