“Артист Йылайыр” йәки Бабичтың ташҡа баҫылмаған шиғыры06.12.2016
“Артист Йылайыр” йәки Бабичтың ташҡа баҫылмаған шиғыры Кем ул “Артист Йылайыр”? Татарстан Яҙыусылар союзының әҙәби тәнҡит бүлеген етәкләгән 24 йәшлек башҡорт егетенең исеме нисек? Ни өсөн Хөсәйен Әхмәтов уны ағай тип йөрөтә? Кем Ҡазан педагогия инс­титутында Шәйехзада Бабич ижады буйынса диссертация яҙған?
1935 йылдың 7 сентябрендә Татарстан дәүләт радиоһының тура эфирында Йылайыр псевдонимы менән башҡорт егете сығыш яһай. Эфирҙа һүҙ башҡорт халыҡ йырҙары һәм легендалары хаҡында бара. Аҙаҡ Татарстан радио комитетының художество секторы етәксеһе Әлмиев һүҙгә маһир, йырға оҫта, шәп ҡурайсы егет менән ике яҡлы килешеү төҙөй. Уға ярашлы, артист студияла йәки радио комитеты тарафынан ойошторолған концерттарҙа 20-30 минут сығыш яһарға тейеш була.


1935 йылдың көҙөнән 1936 йылдың 20 ғинуарына саҡлы Йылайыр тура эфирҙа 18 тапшырыу алып бара. Тапшырыуҙарҙа “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Таштуғай”, “Урал”, “Әрме”, “Шаһибәрәк”, “Шәүрәкәй”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙары башҡарыла, башҡорт совет музыкаһы хаҡында бәйән ителә. Башҡорт халҡының таҡмаҡтары, бейеү көйҙәре йыш яңғырай. Өҙҙөрөп ҡурай уйнала. Радио комитеты тарафынан ойошторолған концерттарҙа ул башҡорт, татар, рус халыҡтарының көйҙәрен ҡурайҙа уйнай, йырҙарын башҡара. Шундай концерттарҙың береһе Татарстандың Балтасы районындағы Киров исемендәге үҙәк клубта була. Ете йөҙҙән ашыу кеше тамаша ҡыла.
Кем ул “Артист Йылайыр”? Татарстан Яҙыусылар союзының әҙәби тәнҡит бүлеген етәкләгән 24 йәшлек башҡорт егетенең исеме нисек? Ни өсөн Хөсәйен Әхмәтов уны ағай тип йөрөтә? Кем Ҡазан педагогия институтында Шәйехзада Бабич ижады буйынса диссертация яҙған? Ул, әлбиттә, Зәбихулла Исҡужин. Бынан 105 йыл элек хәҙерге Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында донъяға килгән билдәле яҡташыбыҙ, ғалим, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Башта Йылайырҙа, аҙаҡ Стәрлетамаҡта “Бабич йорто”нда белем ала ул. Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһындағы был белем һәм тәрбиә усағы ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар өсөн асылған булһа ла, тәүмаҡсаты үҙәк райондарҙа йәшәгән талантлы башҡорт балаларын уҡытыу була. (Был хаҡта ошо балалар йортоноң тәүге директоры Сәғит Мерәҫовтың ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре һаҡланған). 1926–1929 йылдарҙа Зәбих Исҡужин Каруанһарайҙа башҡорт педагогия техникумында уҡый.
1929 йылдың 16 сентябрендә Башҡортостан йөмһүриәтенең Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы комиссия ҡарары менән Ҡазанға, Көнсығыш педагогия институтына, уҡырға ебәрелә. 1929 йылдың 26 сентябрендә сыҡҡан 106-сы күрһәтмәгә ярашлы, Зәбих Исҡужин Көнсығыш педагогия институты студенты булып китә. Институтты ул 1933 йылда тамамлай һәм аспирантураға ҡалдырыла. 1934 йылда Көнсығыш педагогия институты Ҡазан дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртелә, шунлыҡтан уның уҡыуын раҫлаған документтар Ҡазан педагогия институтынан бирелгән. Аспирантурала уҡыу йылдарында Шәйехзада Бабич ижады буйынса ғилми хеҙмәт яҙа. Диссертацияһының алты теманан (бүлектән. – Авт.) торасағын билдәләй: 1) Бабич – Октябрь революцияһы алдынан башҡорт, татар ижтимағи донъяһының ваҡ буржуаз демократик шағиры; 2) Бабич ижадында реализм; 3) Бабич лирикаһы; 4) Бабич сатираһы; 5) Бабичтың поэтик теле; 6) Бабич һәм халыҡ әҙәбиәте. Әгәр кәрәкле табылһа, 7-се тема итеп “Революцияға тиклем беҙҙә шиғыр культураһы һәм Бабичты өйрәнеү” тигән теманы айырым керетергә, тигән аңлатма ла бирә. Архивта, Зәбих Исҡужиндың шәхси фондында, тулы диссертация һаҡланмаһа ла, 1936 йылда ВКП(б) өлкә комитетының культпропаганда бүлегенә яҙған ғаризаһы бар: “Настоящим прошу Вас обратить внимание на следующие возмутительные факты, творимые в Казгоспединституте:
1) Я, бывший пастух, сын бедного крестьянина, в 1935 году окончил аспирантуру по татарской литературе в КГПИ. После окончания аспирантуры я был назначен Наркомпросом РСФСР преподавателем по литературе в тот же институт. Однако с этого времени в дирекции института сложилось какое-то странное отношение ко мне. Мне дали всего 40 академических часов нагрузки на учебный год, обеспечив зарплатой по 27 рублей в месяц. Директор отвечает мне, что нет работы... и т.д. Однако это не верно, здесь работы много. Например, требуется ассистент по древнетатарской литературе. Кроме того, татарская литература научно-критически почти совсем не разработана, имеется масса проблем чисто научно-педагогического характера. Этими вопросами институт не интересуется и не создает условий тем, кто хочет по ним работать.
2) В этом году зимой, несмотря на неудачные условия жизни, я подготовил диссертацию. 10 мая труд был отдан декану литературно-лингвистического факультета для назначения срока защиты. Однако институт безразлично отнесся к этому факту. Сейчас мне отвечают, нет времени, нет оппонента – таким образом, опять хотят сорвать защиту моей диссертации”. (Ғариза Зәбих Исҡужиндың архивынан алынды һәм һүҙмә-һүҙ бирелде. – Авт.) Тимәк, диссертация тамамланған һәм яҡлауға сығарылған. Яҡлау өсөн бары яһалма кәртәләр генә ҡамасаулаған.
1929 йылда шағир Имай Насыри матбуғатта: “Бабичтың шиғырҙары Урал тауҙары араһында, Һаҡмар буйҙарында аҙашып йөрөй. Уларҙы йыйып баҫтырырға кәрәк”, – тигән тәҡдим менән сығыш яһай. Ғабдулла Амантай 1932 йылда Ленинградтың Көнсығыш институтында Бабич ижады буйынса диссертация яҙа башлай. Ә Зәбих Исҡужин өлөшөнә иһә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Ҡазанға нәшер итергә оҙатылып та баҫылмай ҡалған Бабич шиғырҙарын табыу бурысы төшә.
Мәғлүм булыуынса, 1922 йылда ете мең дана тираж менән Шәйехзада Бабичтың Ғәлимйән Ибраһимов редакцияһында “Шиғырҙар мәжмүғәһе”нең беренсе китабы баҫылып сыға. Инеш һүҙҙә Ғәлимйән Ибраһимов былай тип яҙа: “1921 йылдың йәйендә мәрхүм шағирҙың бығаса йыйыла алған һәммә яҙмаһын Башҡортостан Хөкүмәте миңә ебәрткәйне. Татарстандағы хәлдәрҙең бик мөшкөл булыуы сәбәпле мин Бабич әҫәрҙәрен, бик теләһәм дә, ашыҡтырып баҫтыра алманым. Әле хәҙерге көндә лә “мәжмүғә әҫәр” рәүешендә бөтөн көйөнсә нәшер итергә мөмкинлек юҡ. Мөмкинлек булыу менән шағирҙың ҡалған әҫәрҙәрен дә бер-бер артлы баҫтырып барырбыҙ”.
Ғәлимйән Ибраһимовҡа ебәрелгән Бабичтың шиғырҙары, көндәлектәре, иҫтәлектәре һәм башҡа әҙәби мираҫын йыйыу һәм туплауҙа Төхфәт Ченәкәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. 1918 йылдың аҙағында Башҡорт Хөкүмәте Ырымбурҙан Баймаҡҡа күскәндә Бабич та улар менән бергә була. Хушлашыр алдынан дуҫы Ченәкәй менән: “Ул-был хәл була ҡалһа, беребеҙҙең әҙәби мираҫын икенсебеҙ хәстәрләр”, – тип вәғәҙә бирешәләр. 1920 йылдың йәйендә Ченәкәй Бабичтың тупланған әҙәби архивын Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан китап нәшриәтенә тапшыра. Артабан был бай мираҫ Ҡазанға оҙатыла.
Зәбих Исҡужин менән Төхфәт Ченәкәй оҙаҡ йылдар хат алыша. Хаттарҙың бөтәһе лә ғәрәп графикаһында яҙылған. Икәү генә белгән сер, бәлки, ошо ғәрәп яҙмалы хаттарҙалыр ҙа. Йәнә шуны ла өҫтәргә кәрәк: Рауил Бикбаев тарафынан төҙөлгән “Шәйехзада Бабич хаҡында иҫтәлектәр” йыйынтығында Сәрүәр Әҙеһәмованың “Беҙҙең Бабич” тип аталған хәтирәһе баҫылған. Хәтирәгә ярашлы, Сәрүәр менән Бабич Троицк ҡалаһында 1916 йылдың аҙағында танышалар. 1917 йылдың яҙында шағир, йәш ҡыҙға арнап: “Ҡыл күперҙәрҙе үтеп, ожмахҡа кергән төҫлөһөң”, – тип башланған шиғыр яҙып тоттора. Сәрүәр Әҙеһәмова артабан былай тип яҙа: “Бабичтың был бүләген бик күп йылдар ҡәҙерләп һаҡлаһам да, һаҡлап ҡала алманым. Ҡазан педагогия институты аспиранты Исҡужинға биргәс, кире ҡайтарып алманыммы, әллә 1937 йылда юғалттыммы -– хәтерләмәйем. Әммә 1958 йылда башҡорт телендә сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығында күргәс, бик шатландым”. Был шиғырҙың Башҡортостанға тап Зәбих Исҡужин арҡаһында килеп юлығыуы хәҙер көн кеүек асыҡ.
Зәбих Исҡужиндың Бабич ижады менән бәйле иң ҙур табышы – шағирҙың “Беҙ ни өсөн ҡушылдыҡ” хитапнамәһенең тулы варианты. 1990 йылда Татарстанда “Шәйехзада Бабич. Зәңгәр жырлар” китабында шундай һылтанма бар: “Хитап” ныҡ ҡыҫҡартылып, “Беҙ ни өсөн ҡыҙылдарға ҡушыл­дыҡ?” тигән исем менән Шәйехзада Бабичтың 1922 йылғы “Шиғырҙар мәжмүғәһе”ндә һәм 1958 йылғы татарса һайланмаларында донъя күрә. 1958, 1985 йылғы башҡортса һайланмаларында ла бик ҡыҫҡартылған хәлдә “Башҡорт халҡына көйлө хитап” исеме менән бирелә. Бөгөнгө көндә әҫәрҙең тулы тексы Зәбих Исҡужин архивында һаҡланған”.
Был хитапнамә тураһында Зәбих Исҡужин былай тип яҙа: “Башҡортостан Советтар яғына сыҡҡас, Бабич “Беҙ ни өсөн ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ?” тигән көйлө хитапнамәһен яҙҙы. Был хитапнамә төрлө ваҡиғаларға, сәйәси фекерҙәргә иҫ киткес бай бер тарихи документ булып, был әҫәрҙе “1917–1918 йылдарҙағы башҡорт хәрәкәтенең шиғри формала әйтелеп бирелгән энциклопе­дияһы” тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Башҡорт халҡының тарихи үткәндәре, 1918 йылғы реакция аҫтындағы йән әрнеткес трагедиялы көндәре, Дутов, Колчак хәйләһендә азатлыҡ алабыҙ тип алданып йөрөүҙәре, инде килеп автономияны тик большевиктар ғына бирәсәге, Совет Башҡортостанына Дутов шпиондарының ялған агитация таратып йөрөүҙәре һәм ағымдағы моменттың башҡа хисапһыҙ күп мәсьәләләре хитапнамәлә ғәжәйеп рәүештә, киң ҡатлам массаһының күңеленә инерлек итеп йәнле һүрәтләнгән. Күләме яғынан 220 юлдан торған был хитапнамә (йәғни ҙур бер поэма хәтлем тигән һүҙ) художество эшләнеше, сәйәси зауығы яғынан Бабичтың башҡа бар шиғырҙарынан юғары тора. Һәм был әҫәр – беҙҙең ҡайһы бер иптәштәрҙең тәрән ғәйепләүенә ҡаршы – бары тик 20 февралдә бер төн эсендә яҙылып, 21 февралдә Темәстә булған 1-се ғәскәр съезында шағир тарафынан уҡыла. 25 февралдә ташҡа баҫылып, тау башҡорттары араһында тиҙ арала таратыла. Билдәле, яңы Башревкомдың был хитапнамәгә үтә ҙур иғтибар итеүенең мөһим сәйәси әһәмиәте бар ине, сөнки Башҡортостан менән Совет хөкүмәте араһындағы ярашыу договорының 4-се параграфында “Башҡорт Хөкүмәте ҡыҙылдар яғына сығыу менән ашығыс рәүештә башҡорт халҡына һәм ғәскәренә Советҡа ҡаршы һуғышмаҫҡа” тип хитапнамә таралыр” тиелә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ғәскәре һәм Башҡорт хөкүмәте Советҡа ҡаршы яһаған хаталарын йыуырлыҡ практик эштәр күрһәтеп, Совет алдында ышаныс ҡаҙанырға тейеш ине. “Беҙ ни өсөн ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ?” хитапнамәһе менән Бабич ана шул социаль талаптарға беренсе булараҡ асыҡ күңел менән тапҡыр яуап биреп сыҡты”. (Дәфтәрҙең тышына “Бабич. 1919 йыл, 4-се дәфтәр” тип яҙылған).
1931 йылда Зәбих Исҡужин буласаҡ композитор Хөсәйен Әхмәтов менән таныша. Дөрөҫөрәге, Хөсәйен Әхмәтовтың артабанғы яҙмышын билдәләйәсәк бер осрашыу була ул. Йырсы булыу теләге менән Ҡазанға уҡырға килгән Хөсәйенгә музыка техникумына инергә насип булмай. Ул ирекһеҙҙән документтарын физкультура техникумына тапшыра һәм уҡый башлай. “Физкультура техникумы ятағында тыуған Башҡортостанды иҫләп, ҡайғылы уйҙарға батып йырлап ултыра инем. Ҡапыл ишек асылып китте лә бүлмәгә һөйкөмлө йәш егет килеп инеп: “Һин бында нимә эшләйһең? Һиңә музыка техникумына барырға кәрәк”, – тине”, тип хәтерләй композитор.
Иртәгәһенә документтарҙы музыка техникумына алып баралар. Тиҙ арала йыйылған махсус комиссия яңы абитуриентты тыңлап ҡарай. Шулай итеп, Хөсәйен Әхмәтов музыка техникумы студенты булып китә. Аҙаҡ Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында уҡып йөрөгән буласаҡ композитор үҙенән бары ике йәшкә өлкән Исҡужинға оло ихтирам менән “Зәбихулла ағай” тип йыш-йыш хаттар яҙа. Уның исемен ҡаты ауырығанда ла, вафатына ярты йыл самаһы ҡалғас та онотмай. Зәбих Исҡужин менән танышыуҙы бөйөк композитор “яҙмышымдағы мәрхәмәтле осраҡ” тип атай. Был мәғлүмәт музыка белгесе Гөлназ Ғәлинаның композиторҙың тормошона арналған китабында яҙылған.
Зәбих Исҡужин һәм Хөсәйен Әхмәтов... Башҡортомдоң ике бөйөк улы. Береһе – ағай, икенсеһе ҡусты булып ни бары дүрт йыл йәшәп өлгөрә. Ошо дүрт йыл эсендә Мәскәүҙән оло ихтирам менән табаҡ-табаҡ хаттар килә. Ҡазандан Мәскәүгә юғары идеяларға, оло маҡсаттарға ҡоролған яуап хаттары китә. Был хаттарҙа Зәбих Исҡужин, моғайын, Бабич ижадына арналған диссертацияһын тамамлауы хаҡында ла хәбәр иткәндер. Һаҙи Таҡташ ижады хаҡында күләмле хеҙмәтенең Башҡортостанда айырым мәҡәлә булып донъя күреүе хаҡында ла яҙғандыр (1935 йылда әҙәби тәнҡит өлкәһендәге иң күләмле хеҙмәт). Йәнә лә Баязит Бикбай менән хатлашыуын, аспирантураны тамамлағас, Ғөбәй Дәүләтшиндан, Ғабдулла Амантайҙан, Булат Ишемғолдан Башҡортостанға эшкә саҡырып һуғылған телеграммалары хаҡында Хөсәйен Әхмәтовҡа хаттар аша һөйләгәндер (был хаттар һәм телеграммалар уның архивында һаҡланған. – Авт.).
Әммә... 1936 йылдың 13 ноябрендә Ҡазанда шомло хәбәр тарала. Ҡара көҙҙөң ҡара хәбәре Йылайырҙың Мәҡсүт ауылына ла барып етә. Башҡортостан үҙенең 25 йәшлек ғәзиз улы Зәбихулла Исҡужинды Бауман урамының 40-сы йортонан һуңғы юлға оҙата. 26-сы фатирҙың өҫтәлендә хужаһын юғалтҡан фоторәсемдәр, хаттар, шәхси документтар, шағир Шәйехзада Бабичтың ташҡа баҫылмаған шиғырҙары, ғилми мәҡәләләр һәм ҡурай ятып ҡала. Ҡурай, хужаһының төҫө булараҡ, ағаһы Рәхимйән аша үҫкән иленә, Мәҡсүткә, кире ҡайта.
Башҡа әйберҙәр, изге әҙәмдең ҡулдарына эләгеп, Татарстан Яҙыусылар союзы архивына оҙатыла. Башҡортостанда йәш ғалимдың һәм шағирҙың ваҡытһыҙ үлемен хәбәр иткән некрологтар баҫыла. Һәр кем был фажиғәне үҙенсә аңлай, берәүҙәрҙең шигенә икенселәрҙең яуабы табыла. Ғалимдың “Октябрь” журналында донъя күргән ике ҙур күләмле мәҡәләһе юҡ ителә. Ҡыҫҡаһы, ҡайғыралар, уфтаналар, йәлләйҙәр һәм... Оноталар.
Һәм бына 2015 йылдың 11 ноябрендә, вафатына һикһән йыл ғүмер уҙғас, тере исеме легендаға әйләнеп, быуындар алмашынғас, йәнә әйләнеп ҡайтты. Яҡташтары изге исемен илгә таратып, тиҫтә йылдар буйы эҙләгәс. Шәйехзада Бабичтың әле лә ташҡа баҫылмаған шиғыры менән бергә ҡайтты.
Өйҙә ятып оҙон көн уҙа,
Уйҙар менән үтә яҙғы төн.
Көҙгө болот кеүек йөҙөп йөрөй
Махорканан сыҡҡан аҡ төтөн.
Тәҙ(е)рәгә төшә таң шәүләһе,
Ел асҡылап үтә өйҙәргә.
Тик артынан төнгө сиңерткә
Эй тотона серен һөйләргә.
Бабичтың “Тауышлы таң” тип аталған баҫылма­ған шиғыры был.



Вернуться назад