Ҡалдырма, әсәй!27.03.2012
Ҡалдырма, әсәй!Ҡыҙарып бөткән атайыбыҙ беҙҙе һин ятҡан бүлмәгә алып сыҡты. Карауатың алдына теҙелеп баҫтыҡ. Аҙаҡ тын ғына, нимә әйтергә лә белмәй торҙо ла: “Балаларым, әсәйегеҙ һеҙҙе яратҡан кеүек, уны ла яратығыҙ әле”, — тине. Шунан беренсе булып һинең маңлайыңдан үпте. Беҙ ҙә үптек, ә һинең йәштәрең туҡтауһыҙ аға. Нимәлер әйтергә лә тырышып ҡараның, тик хәлең юҡ ине. Иң кесебеҙ Зөлфирә күҙеңде йома башлауыңды күреп, бәләкәй генә ҡулдары менән һине ҡосаҡларға ынтылды. “Йоҡлама, әсәй, йоҡлама”, — тигән була. Ә һин ишетмәйһең дә беҙҙе... Был беҙҙең һуңғы тапҡыр һине үбеүебеҙ булды. “Әсәйгә бит ҡыйын, әйҙәгеҙ аяғын ыуайыҡ”, — тине лә Әлиә апай, үҙенсә хәлеңде еңеләйтергә тырышты. Барыбыҙ ҙа илашабыҙ, атай ғына күҙ йәштәрен күрһәтергә тырышмай. Ярҙам итә алманыҡ шул һиңә. Һин күҙҙәреңде йомдоң, тын алыуҙан да туҡтаның... Их, шунда үҙем табип булһам. Бер көн эсендә аяҡҡа баҫтырыр инем!
— Етәр балам, ауыр хәтерҙе яңыртмасы. Былай ҙа күңелем тулы һағыш-хәсрәт. Һеҙгә еңел булмағанын беләм. Атайығыҙ ҙа ғүмеренең һуңғы мәленә ҡәҙәр һеҙҙе ташламаны...
— Эйе, әсәй, атайға ла күп әсе нужа һурпаһын һемерергә тура килде. Һине ерләгәндән һуң аҙна ла үтмәне, силсәүиттән, мәктәптән етәкселәр килә башланы. “Өсәүһе ярай ҡалала уҡый, ә бәләкәй генә дүрт балаңды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаҫ, әйҙә детдомға бир”, — тиҙәр. Атайыбыҙ бирешмәне, үҙ һүҙендә ҡаты торҙо. Шулай итеп, ҡаланан да, ауыл Советынан да йыш килделәр улар. Асыуы килгәс, иҫән сағымда балаларымды кеше ҡулына бирәһем түгел, тине лә атай көтмәгән ҡунаҡтарҙы һүгеп сығарҙы. Һин беҙҙең менән булмағас, мәктәптең ҡайһы бер уҡытыусылары ла уҫаллана төштө. Һорауға дөрөҫ яуап бирһәң дә, “ике” ҡуйырға торалар. Һуңынан, аталары балаларын ҡарай алмай, уҡыуҙары хөрт, тип ҡалаға ялыу яҙалар. Тамам аптыратып бөттөләр инде — уларҙың бар теләге беҙҙе балалар йортона ебәреү ине. Ҡатыны булмағанға, Ғиззәт мул ғына пенсия ала, шуға ла балаларын дәүләт ҡарауына бирергә ашыҡмай, тигән хәбәр ҙә таратыусылар табылды. Ауыл хакимиәтендә атайға: “Һинән дә бай кеше юҡ. Бигерәк бәхетлегә әйләндең”, — тигән бер ахмаҡ. Ул түҙмәйенсә, йәне көйөп шул мәхлүкте бәреп осорған. Һин киткәс яман ҡайғырҙы шул атай. Төндәрен йоҡламай сығыр ине. Төндәрен тәҙрә төбөнә ултыра ла әллә ниҙәр хаҡында уйланыр ине. Йыл самаһы үткәс, ул да йыш сирләй башланы. Тракторҙа эшләгәндә үпкәһенә һыуыҡ үткән икән. Туҡтауһыҙ уйланды бит, шуға ла ауырығандыр. Һин үлгәндән һуң өс йыл үтте тигәндә атайыбыҙ ҙа яҡты донъя менән хушлашты. Ә беҙҙе бында, балалар йортона, алып килделәр.
— Һеҙгә төшкән өлөштө Хоҙай дошманыңа ла күрһәтмәһен...
— Иҫләйһеңме, әсәй, миңә ҡаланан туфли алып ҡайтҡайның. Шул тиклем яратып кейҙем уны. Һин үлгәс тә ташларға ашыҡманым, гелән шуны кейәһем килеп тик торҙо. Башҡаһын да алып бирҙеләр аҙаҡ, тик ниңәлер быныһы шул тиклем ҡәҙерле ине. Иҫкереп бөтһә лә, нәҡ шуны мәктәпкә кейеп йөрөнөм. Кейергә йүнлерәк нәмә юҡмы, тиһәләр класташтарым, мин ғорурланып “быны әсәйем һатып алды” тиер булдым. Һин иҫән саҡта әсәйҙәр хаҡында йыр өйрәнгәйнем, хәтереңдәлер. Шуны 8 Март байрамында мәктәптә йырлауымды һоранылар. Сәхнәгә сыҡтым.
“Әсәй, әсәй, ҡәҙерлем
Мәңге йәшә донъяла...” —
ошо һүҙҙәргә килеп еткәс, тамағыма төйөр килеп тығылғандай булды. Ҡаушауымдан һүҙҙәремде лә оноттом. Күҙҙәремдән йәш аға, тыңлап ултырғандар быны күргәс, ҡул сабырға тотондо. Ҡабат сәхнәгә сыҡмаҫтай булдым шунда.
Әсәйһеҙ йәшәү шул тиклем ҡыйын икән. Бында беҙҙе бөтәбеҙҙе лә алкаш балалары тиҙәр. Ә мин беләм үҙ әсәйемдең кем икәнлеген. Иҫән булһаң, ике “Әсәлек даны” миҙалыңды тағып килер инең, күрһәтер инең тәрбиәселәрҙең уҫалына кемдең кем икәнлеген. Әтеү, күбеһенең ата-әсәһе эскәнлеге арҡаһында эләккәндәр, шуға ла бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалалар. Беҙҙең кеүек үкһеҙ етемдәр һирәк был йортта.
Яңыраҡ Әлимә исемле ҡыҙға әсәһе төрмәнән посылка ебәргән. Кәнфит-печеньелар һалған булған. Улары ла юлда килгәнсе ҡатып бөткән. Әлимә һәр кемгә берәр таш кеүек ҡаты күстәнәсен өләшеп сыҡты. Уның әсәһе кеше үлтергән икән, ә ҡыҙы уны гел маҡтап телгә ала. Әсәйем посылка ебәрҙе, тип теше ҡойолғансы һөйләр хәҙер. Бөтәһенә лә маҡтанып бөттө.
Кисен йоҡларға ятһаҡ та, киләсәк хаҡында һөйләшәбеҙ. Фәнил исемле малайҙың атаһы менән әсәһе айырылышҡан икән. Шунан әсәһе эскелеккә бирелеп, Фәнилде һеңлеһе менән детдомға биргән. Әсәйем минең эскесе тип һис әйтмәй. Бына ул бер аҙ йөрөр ҙә, эшкә урынлашҡас, беҙҙе килеп ала, ти. Һеңлем менән икебеҙгә зоопаркты күрһәтәсәк, тип эсте һыҙҙыра. Көнләшәм мин уларҙан.
Ауыл үҙәгендә баҙар бар. Малайҙар шунда мәктәптән һуң ҡайсаҡ кәнфит-фәлән урлашырға йөрөй. Мине лә бер көн саҡырҙылар. “Әсәйем көйәсәк, бармайым”, — тинем дә ҡуйҙым. Был һүҙҙе ишеткәс, малайҙар аптырашта ҡалды. Барыбер һин беҙҙе күреп тораһың кеүек. Һине ҡайғыртаһы килмәне. Әйтерҙәр, Гөлнурҙың балаһы ас ҡарға кеүек урлашып йөрөй, тип. Бына шулай, беҙҙең хәлдәр, әсәкәйем. Үҙең яныбыҙҙа булмаһаң да, йылыңды тойған кеүекбеҙ. Насар ҡылыҡтарға юл ҡуймабыҙ.
— Дөрөҫ эшләйһең, балам. Мин һәр саҡ һеҙҙе ҡурсалармын...
— Көндәлегемдәге яҡшы билдәләремде күрһәңсе, әсәй. Бында ни тиклем беҙҙе күберәк йәберһетһәләр, йүнле кеше булыу теләге лә шул тиклем арта. Шуға яҡшы уҡырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәргә өйгә эшен дә эшләшәм. Улар миңә шуның өсөн ҡайсаҡ алма бирә. Тик барыбер һин булмағас, бик ҡыйын. Әгәр яңынан терелһәң, көн һайын һиңә йырҙар йырлар инем. Болондағы иң матур сәскәләрҙе лә, әсәкәйем, һиңә гелән бирер инем. Карауаттан тормай ятҡан сағыңда һыу бирә торғайным бит һиңә. Теләһәң, һыуҙы туҡтауһыҙ ташырға әҙермен. Ҡайтсы, әсәй! Зинһар! Бирмә беҙҙе башҡаларҙан йәберһетергә!..
— Был донъянан кире ҡайтып булмай шул. Түҙегеҙ инде, күгәрсенкәйҙәрем...
Ҡапыл кемдеңдер күкрәгемә ауыр сумка ташлауына тертләп уянып киттем. Тәрбиәсе Рәйфә апай ине.
— Нимә һаман йоҡлап ятаһың. Аш бүлмәһендә дежур икәнеңде оноттоңмо әллә. Һеҙҙең өсөн һауыт-һаба йыуырға әсәйегеҙҙер шул мин.
(Дауамы. Башы 55-се һанда).
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад