Сере — ябайлыҡта27.03.2012
Сере — ябайлыҡтаТормошта ҡайһы бер әҙәмдәр үҙҙәрен үтә һауалы тоторға тырыша. Юҡтан ғына ҡупырайып киткән була. Башҡаларға юғарынан көлөмһөрәп ҡарай. Хатта, мәле тура килгәндә, мыҫҡыл итергә лә тартынып тормай. Ә инде үҙенән юғарыраҡ вазифа биләгән түрә-ҡара алдында бындай бәндәне алыштырып ҡуйған кеүек.
Ундайҙар алдында әле генә һиңә танау осонан ҡарап һөйләшкән әҙәм юхаға әйләнә. Бәғзе берәүҙәр, киреһенсә, оло-оло вазифа биләһә лә, ҙур дәрәжәләре булһа ла, үҙҙәре булып ҡала, кешелек сифаттарын юғалтмай.
Бер шулай, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Олег Ханов менән һөйләшкәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфирә Сафиуллинаның ижадына баһа биреүен һораным.
— Гөлфирә Зәки ҡыҙының ижады тураһында һөйләгәндә, иң беренсе сиратта, уның кешелек сифаттарына байҡау яһау дөрөҫ булыр ине, — тип башланы һүҙен Олег Закир улы. — Гөлфирә Сафиуллина шул тиклем ябай, тыйнаҡ, хатта ҡайһы ваҡытта үтә баҙнатһыҙ ҙа. Ләкин уның ана шул характеры артында ифрат бай күңел, Хоҙай биргән актерлыҡ һәләте ята. Әлбиттә, ысынбарлыҡтағы кеүек, сәнғәт кешеһенең тормошо ла аҡ һәм ҡара һыҙаттарҙан тора. Уңыштары булған һымаҡ уңышһыҙлыҡтары ла йыш ҡына осрап ҡуя. Ләкин ниндәй генә осраҡ булһа ла, Гөлфирә үҙенең эске кисерештәрен тышҡа сығармай. Ролдәргә ҡытлыҡ кисергән ваҡыттарҙа ла, ә театрҙа ундай мәлдәр ҙә була, ул коллегаларына ҡаты бәрелмәй, кемделер ғәйепләп йөрөмәй, дәғүә белдермәй. Барыһын да нисек бар, шулай ҡабул итә.
Шул уҡ ваҡытта Гөлфирә Сафиуллина бар булмышы менән сәхнә өсөн генә яратылған. Комедия булһынмы, ҡатмарлы драматик әҫәрме, Гөлфирә Зәки ҡыҙы берҙәй үк уңышҡа өлгәшә. Тапшырылған геройҙың образын йөрәге аша үткәргәнгә, бар һәләтен, булмышын һалып уйнағанға шулай ул. Шуға күрә тамашасы Гөлфирәгә ышана, ул тыуҙырған образдарҙы йылы ҡабул итә.
— Урта мәктәпте тамамлағанға тиклем ауыл сәхнәһендә түгел, мәктәптә ойошторолған концерттарҙа ла ҡатнашмай торғайным, шул тиклем оялсан булдым, — тине Гөлфирә Зәки ҡыҙы.
Шулай ҙа бала саҡтан күңеленең иң төбөндә йөрөткән артист булыу хыялы Гөлфирәне Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килә. Был хаҡта хатта әсәһе Ғәлиә апайға ла әйтергә ҡурҡа ҡыҙ. Тик имтихандарҙы уңышлы тапшырып ауылға ҡайтҡас ҡына өндәшә яҡын кешеһенә уҡырға кереүе хаҡында. “Ебәрмәйем!” — тигән ҡырҡа яуап ишеткән Гөлфирә баҙап ҡала. Бәй, хәҙер нишләрмен икән, әллә дөрөҫ һайламаныммы һөнәремде? Шундай икеләнеүҙәр, яныуҙар менән йәй ҙә үтә. Август аҙағында уҡыу йылы башланырға бер-ике көн ҡалғас, әсәһе: “Юлыңа нимәләр алырһың икән, ҡыҙым?” — ти.
— Шунда ғына йәй буйы был турала ләм-мим өндәшмәй йөрөгән әсәйемдең минең артист булыу теләгем менән ризалашҡанын аңланым. — Гөлфирә Зәки ҡыҙы тыйнаҡ ҡына йылмая. — Ә яңыраҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен биреүҙәре тураһында Указ сыҡҡас, әсәйемдең нисек шатланғанын күрһәгеҙ!
Атҡаҙанған исемен алғанға тиклем үк байтаҡ эшләргә, йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә әле Гөлфирәгә. Илаған саҡтары ла күп була уның. Ярай юлында һәр ваҡыт изге күңелле кешеләр осрап тора.
— Институтта Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Рәфил Нәбиуллин, Хөрмәтулла Үтәшевтар ярҙамдан, кәңәштәренән айырманы. Ҙур терәк булдылар. Вузды тамамлап, Салауатҡа килгәс, театрҙың ул ваҡыттағы баш режиссеры Вәзих Сәйфуллин атайҙарса хәстәрлек күрһәтте. Әле театрҙың директоры Наилә Сәфәрғолова, баш режиссер Олег Хановтың ныҡышмалылығы менән коллективта иҫ киткес йылы атмосфера барлыҡҡа килде. Беҙ бында үҙебеҙҙе бер туғандар кеүек тоябыҙ. Шуға эшләүе лә, ижад итеүе лә еңел, рәхәт.
Үҙенең мөхәббәтен дә Салауат театрында таба Гөлфирә.
Америка драматургы Юджин О’ Нилдың “Таштарҙа үҫкән мөхәббәт”ен сәхнәләштергәндә, Гөлфирәгә бейергә пар етмәй. Шул саҡ Олег Закир улы, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлеген тамамлаған, әммә Салауат театрында яҡтылыҡ биреүсе оператор булып эшләп йөрөгән Нәфис исемле егетте Гөлфирә алдына баҫтыра: “Ошоноң менән бейейәсәкһең!”
— Мин ныҡ өшөгәйнем ниңәлер, ә Нәфистең ҡулдары шул тиклем йылы, билемде өтөп алып бара. — Гөлфирә ҡыҙарып буласаҡ ире менән танышҡан беренсе көндө хәтерләй. — Бына шулай ун ете йыл бейейбеҙ инде хәҙер. Аталарына оҡшап, ике ҡыҙыбыҙ ҙа бейей.
Салауат театры сәхнәһендә тыуҙырған образдары ла тиҫтәнән ашыу хәҙер Гөлфирә Сафиуллинаның. Ә уның уйнауын яратып, бары тик Гөлфирәне күрер өсөн генә ашҡынып театрға килеүселәр тағы ла күберәк. Сәхнә кешеһе өсөн тамашасы һөйөүен тойоу, улар өсөн кәрәклегеңде белеү ҙә оло шатлыҡ ул.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад