Республикабыҙ театрҙары араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры айырым урынды биләп тора. Бөгөн ул ҡайһы йүнәлештә эш алып бара, киләсәккә пландары нисек? Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры башҡорт труппаһының режиссер-ҡуйыусыһы Альберт Альфред улы Имаметдинов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Ҡурсаҡ театрының башҡорт труппаһы хаҡында һөйләгеҙ әле, һеҙгә артистар ниндәй уҡыу йорттарынан килә?
— Башҡорт труппаһын әле төрлө быуын артистары тәшкил итә. 70-се йылдарҙа стационар бина барлыҡҡа килгәндән бирле эшләүсе Фәтих Дәүләтбаев, Рәмилә Ҡобағошова, Миңлеғаян Сафина, Ләлә Булатова — театрҙа төп көс.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы йыл һайын театрға махсус бүлек йыя. Былтыр ғына беҙгә байтаҡ йәш көс ҡушылды, барыһы ла һәләтле, оҫта.
— Ҡурсаҡ театры актеры ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
— Иң мөһиме — сәнғәт донъяһына ғашиҡ булыу. Беҙҙә балалар күңелен аңлап, кескәйҙәр менән уйнарға яратҡан актерҙар эшләй. Әкиәттәр уҡыған, үҙҙәрендә лә ниндәйҙер балалыҡ тойғоһон юғалтмаған, тормошҡа саф ҡараған кеше генә тулыһынса ролгә инеп китә ала. Әлбиттә, артистың эске донъяһы мөһим урында тора.
“Егет кеше ни өсөн ҡурсаҡ театрын һайлай, ҡурсаҡтар менән бит ҡыҙҙар уйнай”, — тип тә әйткән кешеләр бар. Тик беҙҙең театр бәләкәй саҡта уйнаған ҡурсаҡтарҙан күпкә айырыла. Бәләкәй балалар үҙҙәре өсөн уйнаһа, ҡурсаҡ театры спектаклдәрендә ниндәйҙер фекер бар, уға кисерештәр һалынырға тейеш. Ҡурсаҡтың һөйләшеүе, хәрәкәте аша бәләкәй тамашасы фәһем ала, донъяның яңы яҡтарын аса, яҡшынан яманды айырырға өйрәнә.
— Альберт Альфред улы, һеҙ, режиссер булараҡ, әҫәр һайлағанда, спектаклдәр ҡуйғанда нимәгә таянаһығыҙ? Боронғо әкиәттәрҙе заманса эшләү мөмкинме?
— Материал һайлағанда, әлбиттә, төрлө күҙлектән ҡарайым. Балалар бөгөн бик күп әйбер менән ҡыҙыҡһына. Шул уҡ ваҡытта ата-әсә балаһын театрға ла мауыҡтырырға тейеш. Мәғәнәһе кескәйҙәргә яҡын, темаһы көнүҙәк әҫәрҙәрҙе һайлайбыҙ. Әкиәттәргә килгәндә, минең уйлауымса, уларҙы әкиәт итеп һаҡлап ҡалырға кәрәк. Ата-бабаларыбыҙ һалған фекерҙе балаларыбыҙға еткереү мөһим.
План буйынса, бер театр миҙгелендә дүрт премьера спектакле ҡуйыла. Шуға күрә йәш драматургтар әҫәрҙәрен алып килһә лә, уларҙы тиҙ арала сәхнәләштереп булмай.
— Билдәле булыуынса, быйыл Ҡурсаҡ театры ойошторолоуға 80 йыл тулды. Юбилей айҡанлы, яңы репертуар, премьералар, пландарығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
— Юбилей йылына бәйле, беҙ балалар һәм ололар өсөн бик күп саралар, премьералар әҙерләнек. Шулай уҡ театр барлыҡҡа килгәндән алып, 1932 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем, сығарылған спектаклдәрҙең ҡурсаҡтарынан ҙур күргәҙмә уҙғарҙыҡ. “Ижад” галереяһына килеүселәр театрҙың тарихын, яҙмышын күҙаллай алды. Һәр ҡурсаҡ бер нисә артистар быуынының яҙмышы менән бәйле. Тик әле бихисап ҡурсаҡ беҙҙең театр музейында һаҡлана, киләсәктә күргәҙмәне республика күләменә сығарырға уйлайбыҙ.
Бер нисә яңы проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Береһе — ололар өсөн киске спектаклдәрҙе яңынан тергеҙеү. Күптән хыялланған был уйҙар 70–80-се йылдарҙа бөтә илгә билдәле булған Владимир Штейндың киске спектаклдәре менән бәйле. Премьералар сәхнәгә сыға, тиҙҙән йәш режиссерҙар бергәләшеп Н. Гоголдең “Женитьба” әҫәрен сәхнәләштерәсәк.
Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү буйынса спектаклдәр проектын башлап ебәрәсәкбеҙ. Киләһе миҙгелгә яңы премьералар әҙерләнә. Ике йыл элек уйналған спектаклдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ, әле Сәрүәр Суринаның “Янһарының тылсымлы санаһы”, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәрен ҡайтанан сәхнәләштерәбеҙ.
Эльмира БӘШИРОВА әңгәмәләште.