Хазиналар утрауы27.03.2012
Хазиналар утрауыЗаманаһы шулайҙыр... Ашығабыҙ, өтәләнәбеҙ, тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк... Ҡайһы саҡта ошо шау-шыуҙан ҡасып, һине нисек бар шулай ҡабул иткән йылы һәм яғымлы үҙ утрауыңды тапҡы килә. Нәҡ шундай хазина утрауҙарының береһе — театр.
Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры хаҡында булыр. Дөрөҫөрәге, ошо театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Мәжит улы ҒӘЛИМОВ менән әңгәмәләштек.
— Дамир Мәжит улы, һеҙҙең театрығыҙҙа ҡуйылған тамашалар һәр саҡ аншлаг менән бара. Был уңыштың сере нимәлә?
— Бөгөнгө көндә ауырлыҡтар тулып ята, бигерәк тә сәнғәт өлкәһендәгеләргә еңел түгел. Ләкин сәнғәт өсөн йәнен, йөрәген һалып эшләй улар. Бына, мәҫәлән, Хоҙайғоловтар, Шәфиевтәр, Хәсәновтар, Әбдрәшитовтар, Ғәбитовтар ғаиләһен генә алайыҡ. Уларҙың һәр береһе спектаклгә бөтөн күңелен бирә. Ошо йылылыҡ менән һуғарылған өсөндөр ҙә спектаклдәребеҙ тамашасыларҙы йәлеп итеп тора. Ысынлап та, театрыбыҙҙы яраталар, хөрмәт итәләр. Шуға күрә тамашасыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Бына шул ғына. Бер ниндәй ҙә иҫ китерлек мөғжизә юҡ.
— Пьеса һайлағанда һеҙ нимәләргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
— Тураһын әйтергә кәрәк, хәҙерге драматургия ныҡ “аҡһай”. Пьесалар күп килә, уларҙың барыһын да уҡып, тикшереп сығабыҙ. Әгәр әҫәрҙә нимәнелер үҙгәртергә кәрәк булһа, авторҙан шул өлөш өҫтөндә эшләүен һорайбыҙ. Ләкин бөгөнгө тормош ҡанундарына тура килгән, тотоп ҡына ҡуйырлыҡ пьесаны табыуы ҡыйын. Авторҙар әҫәрҙәрендә идеологияға бирелеп китә, ә бит йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тулып ята. Шул уҡ эскелек, эшһеҙлек, торлаҡ мәсьәләләре...
— Күптән түгел Сибай театры коллективы 80 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте.
— Театрыбыҙға 1931 йылдың июнендә нигеҙ һалына. Башҡорт театр техникумын тамамлаған йәш артистар Арыҫлан Мөбәрәков, Шағәли Һөйәрғолов, Сания Йәнбухтина, Зәйнәб Ниғмәтуллина, Хәнифә Искәндәрова, Сынтимер Баҡыев, Мөхәмәт Ишҡабулов, Сәхи Сәйетов, Ғәшиә Абыҙгилдина һәм башҡалар профессиональ башҡорт театрын төҙөү ниәте менән Сибай ҡалаһына ебәрелә. Театрҙың тәүге баш режиссеры һәм художество етәксеһе итеп Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә. Мөғжизәле сәнғәт юлына тәүге аҙымдарын шулай башлай театрыбыҙ. 30-сы йылдарҙа туғыҙ артистан торған күсмә театр була ул.
Юбилейға килгәндә, ҡабалан ғына килеп сыҡты, сөнки ижади коллективыбыҙҙың күп өлөшө октябрь башында уҡ гастролдәргә таралғайны. Шулай ҙа, һауа шарттары насар булыуға ҡарамаҫтан, саҡырылған ҡунаҡтарҙың килеүе ҡыуандырҙы. Ә инде республикабыҙ Президенты исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов театрыбыҙға автобус бүләк иткәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы.
— Дамир Мәжит улы, сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарығыҙҙы баҫҡан сағығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
— Мин 1944 йылдың 24 апрелендә Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында тыуғанмын. Әсәйем — Түбә алтын эшкәртеү фабрикаһында лаборатория мөдире, атайым партия комитеты секретары булды. Әсәйем иртә китте яҡты донъянан, ул саҡта миңә дүрт кенә йәш ине. Ҡатынын мосолман йолаһы буйынса ерләгән өсөн атайымды эштән алдылар. Быларҙың барыһы ла бала саҡта күргән ҡурҡыныс төш һымаҡ хәтерҙә ҡалған.
Миңә һигеҙме, туғыҙмы йәш булғандыр, ул саҡта Сибайҙа йәшәй инек, атайым диафильмдар күрһәтә торған кинопроектор бүләк итте. Туҡай урамында йәшәүсе тиҫтерҙәремде йыйып алам да һарайҙа “кино” күрһәтәм. “Кино” хаҡы — ике буш шешә. Аҙаҡ уларҙы магазинға тапшырып, яңы диафильмдар һатып алам.
14 йәшемдә ҡурсаҡ театрының етәксеһе булдым — был турала хеҙмәт кенәгәмдә яҙыу ҙа бар хатта.
Мәктәпте тамамлағас, Өфөләге юғары мәҙәниәт мәктәбенә уҡырға индем, һуңынан Ленинград мәҙәниәт институтының режиссерлыҡ бүлегендә белем алырға насип булды. Унда донъяға билдәле уҡытыусылар Аркадий Кацман, Георгий Тавстоногов сәнғәт серҙәренә өйрәтте. Драма театры режиссеры тигән диплом алып, Мәскәүҙә ике йыл режиссерҙар әҙерләү курстарында белемемде камиллаштырырға тура килде. Аҙаҡ инде Сибайға ҡайттым.
— Һеҙҙең ҡатынығыҙ Земфира Зәки ҡыҙы ла сәнғәт кешеһе бит әле. Бер “ҡаҙан”ға һыйып буламы?
— Ситтән ҡарағанда, барыһы ла ябай һымаҡ. Актерҙар ғаиләһе — ҡатмарлы союз, уны һаҡлар өсөн оло мөхәббәт һәм бер-береңде аңлап йәшәү кәрәк. Әйткәнемсә, сәнғәт кешеләренең яҙмышы еңел түгел. Төрлө хәлдәр була, тормош бит... Ҡайһы саҡта тауҙай мәсьәләләр өйөлөп китә. Ошо йөк менән өйгә ҡайтаһың, ә минең Земфира барыһын да күрә, аңлай һәм, бөтә уңған ҡатындар кеүек үк, һыйлы табынын әҙерләй, наҙлы һүҙҙәре менән иркәләй. Йәнәш ултырып, һөйләшеп алабыҙ — барыһы ла үҙ урынына ҡайта, күңелгә лә еңел булып ҡала.
— Гәзит уҡыусыларға ниндәйерәк теләктәрегеҙ бар?
— Театр тамашасыһыҙ йәшәй алмай. Минең уйымса, кешеләр театрҙан айырылмаҫҡа тейеш, сөнки театр илһамландыра, уйланырға мәжбүр итә, йәшәүгә көс бирә. Беҙ иһә репертуарыбыҙҙы сағыу, йөкмәткеле һәм сифатлы спектаклдәр менән тулыландырырға тырышасаҡбыҙ.
— Дамир Мәжит улы, театрҙы юҡҡа ғына “хазиналар утрауы” тимәйҙәрҙер. Кешеләргә иң ҙур хазина — рухи байлыҡ бүләк итәһегеҙ һеҙ. Ошо изге юлығыҙ киләсәктә лә уң булһын!
С. ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад