Вилүрәнең “Тәүбә”һе – абхаз ерендә02.12.2016
Гәзитебеҙҙең әүәлге һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә” документаль таҫмаһы Х Төньяҡ Кавказ “Ҡунаҡтар” асыҡ кино һәм телевидение фестиваленең программаһына индерелгәйне. Ошо көндәрҙә сараны ябыу тантанаһы булды. “Тәүбә” фильмына “Иман һәм ярлыҡау темаһын асҡан өсөн” диплом тапшырылды. Картинаның сценарий авторы – Мәғәфүр Тимербулатов, продюсеры – Азамат Хужәхмәтов.
“Ҡунаҡтар” фестивалендә 260-тан ашыу фильм ҡатнашыу теләген белдергәйне. Конкурс программаһына шуларҙың 60-ҡа яҡыны ғына индерелде. Улар араһында башҡорт режиссерының ҡатмарлы тормош юлы үткән һәм тыуған ауылында имам-хатип булып киткән кеше яҙмышы хаҡындағы картинаһы ла бар.
Төньяҡ Кавказдың “Ҡунаҡтар” асыҡ документаль кино һәм автор телепрограммалары фестиваленә 2007 йылда “Бөтә Рәсәй” халыҡ-ара медиа форумында нигеҙ һалына. Сараның атамаһы Кавказ халҡының ҡунаҡсыллығын, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре араһындағы татыулыҡты сағылдыра.