Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ!30.11.2016
Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ! Популяр “Рух” рок төркөмө үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ул милли үҙаң күтәрелгән мәлдә, 1991 йылда Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ойошторола. “Урал моңо” конкурсында Гран-при яулаған был төркөм – республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ижадында көнбайыштың рок-поп мәҙәниәте элементтары менән фольклор мотивтарын берләштереүсе лә. Рок “ветерандарының” юбилей концерты иртәгә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Сара алдынан төркөмдөң солисы, йырҙар авторы Юлай Асҡаров менән әңгәмәләштек.
– Сирек быуат ғүмер – үҙе бер дәүер. Юбилей концертының үҙенсәлеге нимәлә?
– Был концертта беҙҙең 25 йылда тупланған ижадыбыҙ күрһәтеләсәк. Дөйөм алғанда, 60-ҡа яҡын йырыбыҙ бар. Сарала “Хайран ҡалдым”, “Оран”, “Өлгөрмәнем”, “Һин хаттар яҙма”, “Башҡортостан”, “Рух” кеүек күпселек элекке репертуарҙан, Ғәзинур Биктимеров мәрхүм яҙған йырҙарҙы тәҡдим итәсәкбеҙ. Яңы йырҙар ҙа башҡарыласаҡ. Улар бер программаға һыйып та бөтмәй. “Башҡа төркөмдәрҙе саҡыраһығыҙмы?” – тип һорайҙар, юҡ, үҙебеҙ генә сығыш яһарға ниәтләйбеҙ. Юбилей тамашаһын режиссерлыҡ яғынан ойошторорға Әмир Тойғонов ярҙам итә.
– “Рух”тың сере нимәлә: 25 йыл буйына төркөмдө нисек һаҡлай алдығыҙ?
– Төпкөлдә ятабыҙ бит инде, консерваланған кеүек. Районда ижад итәбеҙ, йылына бер тапҡыр Өфөлә сығыш яһайбыҙ – башҡа йоғонто юҡ. Беҙ һәр саҡ тере тауыш менән генә йырлайбыҙ һәм уйнайбыҙ. Йәшәйешебеҙҙең девизы – “Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ!”
– Бөгөнгө мөмкинлектәр элекке менән сағыштырырлыҡ түгел. Һеҙҙең заманса студияғыҙ, аппаратурағыҙ бармы?
– Беҙ район мәҙәниәт йортонда төпләнгәнбеҙ, Ирек Атанов шунда эшләй. Район хакимиәте даими ярҙам итә. “Халыҡ коллективы” тигән исемебеҙ ҙә 1996 йылдан уҡ бар, уны ике йыл һайын раҫлап торабыҙ.
– Элекке йылдарҙа патриотик, лирик-фәлсәфәүи йырҙар көслө ауаз таба торғайны. Хәҙерге йәштәрҙең йөрәгенә йырҙарығыҙ барып етәме икән?
– Беҙ мода артынан ҡыумайбыҙ, беҙҙең йырҙар аяҡ өсөн түгел, күңел өсөн. Йәштәр үҙҙәре рухлы йырҙарыбыҙҙы таба, оҡшата. Беҙҙең төркөм барлыҡҡа килгәндә, улар яңы донъяға килгән. Шуға ҡарамаҫтан, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә беҙҙең биткә биш меңгә яҡын йәш кеше ҡушылған. Һорау алыу үткәргәйнем, уларҙың 20 проценты беҙҙе тәүгә ишетһә лә, ижадыбыҙ күңелдәренә яҡын.
– Концерт көнөндә дисктарығыҙ һатыласаҡмы?
– Беҙҙең яҙмалар юҡ шул, фонограммаһыҙ тереләй уйнағас, элеккеләре генә... Егеттәр менән һөйләштек: ошо концерттан һуң студия эшенә тотонабыҙ, 10-15 йырҙы яҙҙырып, клип төшөрәсәкбеҙ. Айнур улым (билдәле режиссер Айнур Асҡаров. – Авт.) менән һөйләшкәйнем, ул ярҙамлашырға вәғәҙә итте.
– Яҙмаларығыҙ булмауы бик ҡыҙғаныс, архивты мотлаҡ тупларға кәрәк. Ә һеҙҙең йүнәлеште дауам итеүселәр бармы бөгөн?
– Эйе, “Аҡъяр” төркөмө: Радик Далхин, Тимур Күлбаев, саксофонсы Вилдан Асҡаров. Радик гитарала уйнай, йырҙар яҙа, аранжировкалар эшләй, быйыл сәнғәт институтын тамамлай. Вилдан улым Ҡазанда уҡып ҡайтты.
– “Рух”ҡа хас төп өс сифатты әйттегеҙ...
– Һайлаған йүнәлешкә тоғро ҡалыу. Фонограммаһыҙ, йәғни тереләй уйнау һәм йырҙарҙы башҡарыу. Дуҫлыҡҡа, илеңә, халҡыңа һөйөү, тоғролоҡ.


Вернуться назад