Китап ене бер ҡағылһа...30.11.2016
Китап ене бер ҡағылһа... Һуңғы өс йыл эсендә илебеҙҙең мәҙәни үҫеш киңлегендә төрлө ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Бер-бер артлы иғлан ителгән Мәҙәниәт, Әҙәбиәт һәм Рәсәй киноһы йылы республикабыҙ өсөн дә ырыҫлы, уңышлы килде тип әйтергә булалыр. Үҙ талаптарын ҡуйған заман шарттарында телекоммуникация һәм мәғлүмәт технологиялары был киңлектәргә лә йылдам үтеп инә, Әҙәби марафон, “Библиотөн”, “Рәсәйҙең әҙәби картаһы” кеүек проекттар, Бөтә донъя шиғриәт көнөнә һәм Рәсәй Яҙыусылар көнөнә арналған күркәм саралар үткәрелә.
Үткән йомала Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бер түгел ике ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Беренсеһе – Башҡортостанда Б.Н. Ельцин исемендәге Президент китапханаһының мәғлүмәт ресурста­рының төбәк үҙәген асыу тантанаһы, икенсеһе – ошо йылдың ”Иң яҡшы китапханасы” республика конкурсына йомғаҡ яһау.
Билдәле булыуынса, Милли китап­хананың электрон ресурстары менән ҡулланыу мөмкинлеген биргән уҡыу залы күптән эшләп килә. Төбәк үҙәгенең китапхананың тап электрон уҡыу залында булдырылыуы студент­тарға, аспиранттарға, фән эшмәкәр­ҙәренә, төрлө мәғлүмәт эҙләүсе һәр кешегә тағы ла ҙурыраҡ мөмкин­лектәр, мәктәп уҡыусылары өсөн дә Президент китапханаһы сиктәрендә үткәрелгән конкурс, олимпиада, лекторийҙар аша белем алыуға яңы юлдар аса. Төбәк үҙәгенең эшмәкәр­леге Президент китапха­наһының уникаль байлығын ҡулланыуҙы, шулай уҡ китапхананың мәғлүмәт ресурстарын тулыландырыу маҡсатында Башҡортостан Респуб­ликаһының китап фондын яңы электрон форматҡа күсереүҙе күҙ уңында тота. Ошоғаса китапханаға килеүселәр 130 меңдән артыҡ электрон ресурстар менән файҙалана алһа, Президент китапха­наһы 500 меңдән ашыу ошондай сығанаҡ менән файҙа­ланырға мөмкинлек бирәсәк.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Б.Н. Ельцин исемендәге Президент китапха­наһының директоры Александр Вершининға, китапхананың информацион ресурстары буйынса директоры Елена Жабкоға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Елена Дмитриевна, төбәк үҙәгенең асылыуы осраҡлы түгел­леген, бының Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырылған эш һөҙөмтәһе икәнлеген билдәләп, республика Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт министрлығына, Милли китапхана директоры Айгөл Моратоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Әминә Шафиҡоваға Б.Н. Ельцин исемендәге Президент китапханаһының миҙалын тапшырҙы.
Шулай уҡ мәҙәниәт министры республиканың мәҙәниәт һәм матбуғат өлкәһендә тырышып эшләгән һәм китап эшенә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәргә миҙалдар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Тимур Мырҙағәлин, Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, “Кызыл таң” гәзите мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, “Букинист” магазины етәксеһе Виктор Лязин менән бергә хеҙмәттәшебеҙ Лариса Абдуллинаның да булыуы ҡыуаныслы.
Сараның икенсе өлөшөндә “Иң яҡшы китапханасы” IX республика конкур­сының еңеүселәре билдәләнде. Бәйгегә ебәрелгән 75 проект араһында Өфө, Күмертау, Ишембай, Салауат ҡала­лары, Бәләбәй, Баҡалы, Борай, Әлшәй, Федоровка, Бөрйән, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Краснокама, Тәтешле, Дүртөйлө райондары китапханала­рының эштәре ҙур баһаға лайыҡ булды. Бер нисә видеояҙма менән тантаналы сараға килеүселәр ҙә таныша алды. Күркәм сараға билдәле йырсыларҙың сығыштары матур төҫ бирҙе.
Һәм, ниһайәт, йәш белгестәр ара­һында Бөтә Рәсәй “Йыл китапха­насыһы” конкурсы еңеүсеһе Дарья Рыцева Нефтекама ҡалаһы Үҙәк китап­ханаһының йәмәғәтселек бәйләнеше буйынса белгесе Зөһрә Ғәниеваға гран-при тапшырҙы. Йөҙөндә шатлыҡ балҡыған Зөһрә Мирҡасим ҡыҙы, ошондай мәртәбәле бәйгене ойоштороусыларға рәхмәт белдереп:
– Конкурсҡа тәҡдим иткән проектыбыҙ ниндәйҙер еңеү яулау өсөн генә эшләнмәне. Был эш сиктәрендә беҙ ҡалабыҙҙа йәшәү­селәр, бигерәк тә йәштәр араһында китап уҡыуҙы пропагандалайбыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, “Читать классику – это классно и модно” тип аталған был эшебеҙ һөҙөмтәле булды, хатта ҡаланың брендына әйләнеп китте. Йыл дауамында китапхана киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итте. Мәҫәлән, донъя классиктарының ижады менән таныштырған мәғлүмәттәр бирелде, йәштәр видеоформатта классик әҫәр өлгөләрен сағылдырған үҙҙәренең ирекле ижад емештәрен беҙгә конкурсҡа ебәрҙе. Ғөмүмән, уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итергә тырыштыҡ, – тине.
Ысынлап та, ҡайһы ғына өлкәлә булмаһын, ошондай бәйге-конкурстарҙың үткәрелеүе заман биргән төрлө мөмкинлектәрҙән файҙаланып йәшәргә әйҙәй, яҡты офоҡтарға юл аса.


Вернуться назад