“Мин ҡабаттан тыуыр булһам...”30.11.2016
“Мин ҡабаттан тыуыр булһам...” Йәп-йәш кенә ине улар, тинеләр... Атайым ҡурайҙа уйнаған, ә уның ҡустыһы Райман халыҡ йырҙарын йырлаған. Ул мәл ҡунаҡҡа йыйылышып, ғәҙәттәгесә, туған-тыумаса менән табын ҡорған ваҡыттар булған. Унан һуң күп тә ғүмер үтмәгән, шул арала атайымдың был донъяла юҡлығына егерме һигеҙ йыл да булып киткән, ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман Ишбаевтың беҙҙе ҡалдырып китеүенә ун йыл.
Икеһе лә Бөрйән еренең ҡабатланмаҫ тәбиғәтендә тыуып, матурлыҡты тойоп, шуны хисле күңелдәренә һеңдереп, халыҡҡа айырыуса бер юғарылыҡта еткерә белделәр, тиҙәр. Был юҫыҡта, әлбиттә, Райман ағай хаҡында бик күп һөйләргә була. Уны беҙҙең башҡорт мөхитендә барыһы ла белде, һәммәһенең дә яратҡан йырсыһы булды ул. Драматик тенорҙа йырланы, ти музыка белгестәре. Тимәк, ул төрлө характерҙағы йырҙарҙы башҡара алған, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын. Шуға күрә лә уны халыҡ йырҙарын башҡарыусылар мәктәбендә Ғәли Хәмзин, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков, Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙы алмаш­тырҙы, тиҙәр... Хәйер, кемдер уның тауышын Абдулла Солтановтыҡы менән дә бутап ҡуя. Хилафлыҡ юҡ, бөтә йырсыларҙыҡынан айырылып торған Абдулла Солтановтың тауышына Райман Ишбаевтыҡы оҡшаған икән, тимәк, халыҡ йырҙарын икеһе лә берҙәй еренә еткереп, тап беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙса йырлай алғандар, тигән фекерҙәмен. Уларҙың икеһе лә халыҡ йырҙарын иркен итеп, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ башҡара алды. Тауыштары бер ниндәй ҙә сиктәргә инмәй, йәғни вокал сәнғәтенең ҡағиҙәләренә генә ҡайтып ҡалмай, улар шундай иркен итеп, барлыҡ мөмкинлекте айырыуса оҫталыҡ менән ҡулланып йырланы. Шуға ла улар халыҡҡа яҡын булды. Ә ваҡытында Абдулла Солтановты филармонияға эшкә килергә күндерә алмаһалар, Райман Ишбаев унда ысын мәғәнәһендә янып эшләй алды. Уға Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһының солисы булырға һәм халҡы моңдары менән бер яҙмышта янып-көйөргә тура килде.
Юҡҡа әйтмәйҙәр бит, һәләтле кеше бар нәмәгә лә һәләтле була, тип. Был һүҙҙәрҙе Райман ағайға ҡарата ла ҡулланырға булыр ине. Уны иһә йырсы ғына түгел, шағир тип тә белә кешеләр. Яҙған шиғырҙары бер халәтен асып һалһа, икенсе яҡтан, ул башҡорт журналис­тикаһынан да алыҫ булмай сыға. Үҙенең хеҙмәт юлын Бөрйән районының “Таң” гәзитендә хәбәрсе булараҡ башлаған егет тора-бара республиканың “Шоңҡар” йәштәр журналында баш мөхәррир вазифаһын башҡара. Ә шулай ҙа йыр өсөн, башҡорт халыҡ йырҙары өсөн генә тыуҙырылған саф гәлсәр күңел был тормошта үҙенекенә ирешә... Шуға ла халҡыбыҙҙың Заһир Исмәғилев, Айрат Ҡобағошов, Нур Дауытов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин кеүек күренекле компози­торҙары үҙҙәренең әҫәрҙәрен тәү сиратта Райман Ишбаевтан йырлатыр булған.
Райман Ишбаев – беҙҙең йәшәү тарихыбыҙҙа тәрән эҙ ҡалдырған абруйлы шәхес, милләтебеҙҙең йөрәгенән сыҡҡан халыҡ йырҙарын башҡарған уникаль тауышлы йырсы. Шуға ла, үҙе был ерҙән киткәндән һуң нисәмә йыл үтһә лә, уны онотоу мөмкин түгел. Иртәгә киске сәғәт 7-лә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк хәтер кисәһенә килеп, сараның режиссеры Сәйҙә Ильясова ярҙамында уның халҡына өләшкән яҡты нурын үҙ йөрәгегеҙҙә мәңгелеккә ҡабыҙа алаһығыҙ, милләт­тәштәр.
...Бына йәп-йәш кенә атайым Бөрйән тауҙарынан ҡырҡып алған ҡыу ҡурайына өрҙө, улай ҙа булмай, унан һигеҙ йәшкә бәләкәй ҡустыһы Райман, күкрәктән алып, олуғ бар донъяның ғәмен-йәмен моңло йырына һалды. Ошо донъяларҙы, ошо фани ғына донъяларҙы яратҡан йәп-йәш кенә икәүҙең йөрәк ауаздары бөгөнгә тиклем яңғыраны. Мин ҡабаттан тыуыр булһам... Эх, мин ҡабаттан тыуыр булһам...


Вернуться назад