Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрам24.03.2012
Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрамМатурлыҡты һөйгән кешеләр бөйөклөктө тәрәнерәк аңлай. Рәсәйҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөләге "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында ойошторолған иң-иңдәрҙе бүләкләү тантанаһында был һүҙҙәрҙең асылына нығыраҡ төшөндөм. Фойела ла, тамаша залында ла байрам кәйефе: һәр кемдең йөҙө ҡояштай балҡый, күҙҙәрҙән нур сәселгәндәй. Бына кемдәр матурлыҡ тыуҙырыусы изге йәндәр, бөйөк заттар!
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов бүләкләнеүселәрҙе республика етәкселеге исеменән ихлас ҡотланы.
– Бик үҙенсәлекле көн был. Сәнғәт әһелдәрен, ғәҙәттә, сәхнәнән күрәбеҙ, ә бөгөн тамаша залында ултыраһығыҙ, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Йәмғиәттең Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрамүҫеше, йәшәйештең торошо мәҙәниәт менән туранан-тура бәйләнгән. Мәҙәниәт тармағына дәүләт тарафынан ярҙам буласаҡ — быны ышаныслы әйтәм. Маҡсат – киләсәк быуынды мәҙәниәтле итеп тәрбиәләү.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камила Дәүләтова залда ултырыусыларҙы изгелек, матурлыҡ сәсеүселәр тип атаны, тантананы күңел байрамына тиңләне.
"Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән юғары исемде алған Мәғфирә Ғәлиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, хеҙмәтеңә ҡарата тейешле баһаны күреү, уны күңелең менән тойоу, әлбиттә, шатлыҡлы. Таланттарҙы ваҡытында күрә лә белергә кәрәк, тине ул.
Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрамГәзитебеҙҙең яҡын дуҫы һәм фекерҙәше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин менән әңгәмәләштек. "Хәйбулла яҡтарында матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороп йөрөгәндә һөйөнсөләнеләр был турала. Халыҡта "ҡулың ҡотло" тигән һүҙбәйләнеш бар, уны бәхет йәки уңыш килгәндә әйтәләр. Минеңсә, һеҙҙең баҫманың ҡото бар, ул күңелгә рәхәтлек һәм кинәнес биреүсе сифатҡа эйә", – ти ул. Баҡтиһәң, ҡумыҙсы һәм ҡурайсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновҡа ла был хаҡта Яңауыл ҡалаһында шул уҡ эш менән йөрөп ятҡанда Күңелдәрҙе үҫтереүсе байраметкергәндәр. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелде.
Салауат дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфирә Сафиуллинаның шатлығы сикһеҙ. Театр коллективына һәм, әлбиттә, ире менән ике ҡыҙына рәхмәте ҙур уның. "Ижад кешеләренә иғтибарҙың артыуы күҙәтелә, был – туранан-тура мәҙәниәтте үҫтереү. Ғафури Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрамрайонының Үзбәк ауылы ҡыҙымын, артист булыуым, бәлки, тыуған төйәгемдең хозурлығы менән дә бәйлелер", – тип һөйләй актриса.
Бүләкләнеүселәр араһында шулай уҡ ҡурайсы Роберт Юлдашев, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Илһөйәр Ғәзетдинова, Өфөнөң "Нур" дәүләт татар театры артисы Рәсимә Ғәйфуллина, йырсы Флорида Исмәғилева, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Герман Ким һәм башҡаларҙы күреү шатлыҡлы ине.
И. АҠЪЮЛОВ.

Күңелдәрҙе үҫтереүсе байрамКүңелдәрҙе үҫтереүсе байрам


Вернуться назад