Кендектәр илендәге байрам25.11.2016
Кендектәр илендәге байрам
Мәҙәк итеп ҡарап торҙом
Кескәй генә ҡырмыҫҡаға:
Йөк күтәреп сығып бара
Азиянан Европаға,

– тип яҙғайны үҙенең киң билдәле шиғырында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Бына инде бер нисә йыл рәттән Өфөләге әҙип исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһында “Мос­тай уҡыуҙары” тип аталған әҙәби-ижади конкурс уҙғарыла. Унда уҡыусылар ҙа үҙҙәрен нәҡ ана шул ҡырмыҫҡалай тота тиһәк, һис хата булмаҫ, сөнки әҙәбиәт ғилеме, хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөрөү, фоторәсемдәр һәм видеояҙмалар яһау буйынса ана ниндәй оҫталыҡ күрһәткән улар.

Сара, аңлап торо­уығыҙ­са, М. Кәрим ижадына, әҙә­би­әт­кә ҡыҙыҡһыныу, бала­лар­ҙа һүҙ сәнғәтенә һөйөү, ватансылыҡ тойғоһон тәр­биәләү, йәш таланттар эҙ­ләү маҡсатынан ойошторола.
Йылдан-йыл был сарала ҡатна­шыу­сылар һаны арта. Тәүге йыл­дар­ҙа баш ҡала уҡыусылары әүҙемерәк бул­һа, хәҙер республи­ка­ның район, ҡалалары вә­килдәре лә ҙур теләк менән әҙәби конкурста сығыш яһай. Быйыл, мәҫәлән, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Ишембай, Дүртөйлө ҡала­ларынан, Бөрйән, Әб­йәлил, Ишембай, Учалы райондарынан, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәү­ләт университетынан, Өфө автотранспорт, Стәрлета­маҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледждарынан 150-нән ашыу эш ҡа­бул ител­гән һәм “М. Кә­римдең тормошона һәм ижа­дына арналған видео­яҙмалар”, “Өфө – минең яратҡан ҡалам” темаһына видеояҙмалар”, “Әҙәби Рә­сәй” фотоконкурсы”, “Ша­ғир­ҙың Европа – Азия” шиғырҙар мотивы буйынса ижади бәйге” (IX – X класс уҡыусылары ара­һында) номинацияларында зиһен, йөрәк, аҡыл һы­нашҡан.
Мостай Кәрим исемен­дәге премия ла тап ошо са­рала, шағир донъяға кил­гән көҙ миҙгелендә тапшырыла. Быйыл уға әҙип исемен йөрөткән гимназиянан XI класс уҡыусыһы Элина Вәлиәхмәтова лайыҡ булды.
Байрамды йәмле алып барған уҡыусылар Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров менән уҙышҡа сыҡҡан тиерһең: ана нисек оҫтарҙы хәҙер балалар. Бала йәнле артист янында улар, киреһен­сә, үҙҙәрен өлкәндәрсә, артистарса тотто. Азамат Тимеров, Айгиз Ханов баш­ҡарыуында Мостай Кәрим шиғыр­ҙарына яҙылған йыр­ҙар был юлы күңелдәрҙе тетрәндермәй ҡал­маны: “Йылғалар төнөн серләшә”, – ти бит шағир.
Шулай итеп, ижади конкурста 1-се урынды Рәзил Байрамғәлин (Ишембай ҡалаһы), Алия Шиһапова (Ишембай районы), Станислав Иванов (Өфө ҡалаһы), студенттар араһында Юлдаш Хис­мәтуллин (Өфө автотранспорт колледжы) еңеү яуланы. Фотоконкурс­та Эрика Дусеева (Өфө ҡалаһы) 1-се урынға сыҡһа, видеороликтар буйынса Никита Никитин, Дарья Талипова, Анастасия Чернова, Ирина Шакирова (Өфө ҡалаһы) еңеү яуланы. “Өфө – яратҡан ҡалам” тип атал­ған педагогтар араһында барған видеороликтар ярышында Гөлнур Мырҙабула­това (Бөрйән районы) – беренсе. Ә инде шағирҙың ижадына арналған видеороликтар ярышында Фәниә Таһироваға (Өфө ҡалаһы) етеүсе булманы.
М. Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназия­һы уҡыусылары – “кендек­тәр” үҙ­ҙәре лә һынатманы: иншалар буйынса Лиана Байсурина – 2-се, Аида Иге­лекова 3-сө урынды яулаһа, видеороликтар яры­шында Алһыу Сәли­мо­ва – 2-се, Руслан Ғиззәтул­лин 3-сө урынға сыҡты.
Афарин, йәштәр! Төбәк­тәр­ҙә йәшәгән әҙәбиәт һөйөүсе уҡыу­сылар, киләһе йыл­дар­ҙа әүҙемерәк ҡат­на­шығыҙ был конкурста!


Вернуться назад