Йылы мөхиттә – йылы осрашыу18.11.2016
Йылы мөхиттә – йылы осрашыу Зәйнәб Биишева – минең өсөн туған әҙәбиәтемдә бөтә мәғәнәлә лә “беренсе”. Әҙибә ижадының алтын фонды – “Яҡтыға” трилогияһы менән башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ танышҡайным. Беренсе тапҡыр уҡыған өс роман булып ҡына түгел, ә унда һүрәтләнгән тарихи ваҡиғаларға тәүге ҡараш, беренсе яратҡан геройҙарым, әҫәрҙән алынған беренсе тетрәндергес тойғолар булып хәтерҙә уйылып ҡалды был әҫәр. Гүйә, Емеш менән бергә ҙурайҙым, бергә хәсрәтләндем, бергә ҡыуандым, бергә юғары үрҙәргә ынтылдым. Шуға ла әҙибә йәшәгән һәм ижад иткән фатирға, Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Ғәзиз улы Әминев менән осрашыуға ашҡынып барҙым.
Фатир тәү күреүҙән үк арбаны ла ҡуйҙы. Баҫып алып яуған ҡар өйөрмәһенән тура йылы мөхиткә килеп инеүҙән тыуған ҡыуаныс Зәйнәб Биишеваның эш кабинеты тупһаһы аша атлағас икеләтә ҙурайҙы. Бына ниндәй икән бөйөк әҫәрҙәр тыуған бүлмә! Яҙыу­сының ҡолас етмәҫлек бай китап­ханаһы, яулап алынған миҙал-наградалары – барыһы ла шул килеш һаҡланған. Ултырып ижад иткән креслоһы, эш өҫтәле, унда торған яҙыу машинкаһына яҡын­лаша башлау менән күңелде айырым бер тулҡынланыу ялмап ала. Уларҙан һаман да йылылыҡ, бөт­мәҫ энергия бөркөлә: әйтерһең дә, әҙибә яҙып ултырған еренән бер нисә минутҡа ғына сығып торған, бына-бына килеп инер төҫлө.
Тельман Ғәзиз улы Әминев – Зәйнәб Биишеваның берҙән-бер иҫән ҡалған улы. Әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәүенә ҡарамаҫтан, тыуған төйәген онотмай, Өфөгә йыш ҡайтып урай. Быға үҙенә күрә бер сәбәп тә бар: Тельман Ғәзиз улы әсәһенең исемен ер йөҙөндә мәңгеләш­тереп ҡалыр өсөн ҙур көс һала.
Күптән түгел Зәйнәб Бии­шеваның исемен йөрөткән “Китап” нәшриәте эргәһендә әҙибәгә һәйкәл асылыуы һәр кемгә мәғлүм, бында ла Тельман Ғәзиз улының хеҙмәте ҙур. Ул шулай уҡ ғаилә архивында һаҡлаған элекке фотоһүрәттәрҙе яңыртып, үҙенсәлекле альбомдар сығарыу менән дә мәшғүл. Фотоһүрәттәргә бәйләнгән иҫтәлектәре “Ағиҙел” журналының октябрь һанында донъя күрҙе, унда Тельман Ғәзиз улы ғаиләһенә арналған хәти­рәләрҙе бик йылы һәм йәнле итеп яҙған, “беҙҙең гөрләп торған ҙур ғаиләнән бер үҙем ҡалдым”, – тип әсенеү белдергән.
– Мәшһүр әҙибәнең улы булыу оло бәхеттер ул? – күптән ҡыҙыҡһындырған һорауым тел осонда ғына торған икән.
– Ғаиләлә бала әҙибә менән түгел, әсәй менән йәшәй бит, – тине Тельман Ғәзиз улы. – Ысын мәғәнәһендә әсәй ине ул. Ә ижад бит – икенсе донъя. Әсәйҙең ижад иткәнен беҙгә бик үк күрергә лә тура килмәне, ул бөтә кисерештәрен нисектер күңелендә тота белде. Шулай ҙа, әҫәрен яҙып бөткәс, ул, һис шикһеҙ, беҙҙең менән уртаҡлаша, беҙгә уҡый ине. Ҡайһы бер әйберҙәр, ҡулъяҙмалар бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү һөҙөмтәһендә һаҡланып ҡалмаһа ла, фотолар барыһы ла үҙ урынында, әммә бик иҫкергәйне. Мин уларҙы рәтләнем, матурланым. Бик ҙур эш башҡарылды – һәйкәл асылды, шуныһына бик ҡәнә­ғәтмен. Әммә ваҡыт тиҙ үтә, шуға ла барыһына ла өлгөрөп ҡалырға ине, әлеге ваҡытта Мәскәүҙән ҡайтып был фатирҙы ҡараш­тырып йөрөлһә лә, мәңге йәшәмәйбеҙ, шуға күрә уны музей итеп ҡалдырырға теләгем бик ҙур. Йыл ярымдан әсәйемдең тыуыуына 110 йыл туласаҡ, был ваҡиға айҡанлы башҡарылаһы эш бик күп. Тап шул ваҡытҡа ҡарата фатирҙы музей итеп өлгөртһәк, иң шәбе шул булыр ине. Был әле тик иҫтәлекле фатир ғына. Әммә халыҡ белә, бик ихлас килеп йөрөйҙәр. Фатирҙы музей итеп үҙгәртеү шул халыҡ һәм башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте өсөн бик кәрәк.
Йәнле әңгәмә тәмле сәй табынында Тельман Ғәзиз улының тормошонда булған төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тыңлау менән тамамланды. Тамамланды ла иҫтәлеге күңелемдә тыштағы күбәләк ҡарҙарҙай өйөрөлгән тәьҫораттарға килеп ялғанды.
Зәйнәб Биишева кисергән дәүер иңдәр ишелеп төшөрҙәй ауырлыҡтарҙан тороуға ҡарамаҫ­тан, ул күренекле әҙибә генә түгел, тоғро ҡатын, өлгөлө, хәстәрлекле әсәй ҙә булып ҡала белгән. Иң мөһиме – өс улының барыһын да ысын башҡорт уҙамандары итеп тәрбиәләгән. Әсәй­ҙәренең исемен мәңгеләш­тереү өсөн ҙур көс түгеүҙәрендә, башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырыуҙарында һәм асыҡ итеп башҡортса һөйләшеү­ҙәрендә сағыла был. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зәйнәб Биишеваның күпселек әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итеп, әҙәбиәткә тос өлөш индергән Юлай Ғәзиз улы ла, Дарвин Ғәзиз улы ла бөгөн иҫән түгел. Тельман ағайҙың иңендә ҙур бурыс ята һәм ул уны лайыҡлы үтәргә тырыша.


Вернуться назад