Рухи күперҙәр нығынһын18.11.2016
Халыҡ-ара Көньяҡ Урал –Ҡырым китапханасыларының осрашыуы Ялтаның А. Чехов исемендәге үҙәк китапханаһында башланды. Уның мөдире урындағы башҡорт йәмғиәте вәкилдәренең был сарала ҡатнашыуын үтенгәс, беҙ бик шатланып риза булдыҡ.
Ялтала көндәр һалҡы­найып китеүгә ҡарамаҫтан, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәш­риәте хеҙмәт­кәрҙәрен, Белорет, Ейән­сура, Күмертау районы китапханасыларын бик йылы ҡар­шыланылар. Сараға Магнитогорск, Силәбе ҡала­һынан да килделәр. Ҡалала экскурсия үткәргәндән һуң, диңгеҙ буйлап катерҙа Ко­реиздың “Дюлбәр” шифа­ханаһы­на юлландыҡ. Даръя­ны бер ҙә күрмәгән яҡташтар аяғын да сылатып алып: “Ер ожмахы Ҡырымда икән”, – тиеште.
Конференция барышында Белорет китапханаһы мөдире Рәшит Ғосман улы Мөхәмәҙиев Яныбай Хам­матовтың “Төньяҡ амурҙа­ры” китабының башҡорт халҡы ғына түгел, ә тотош Рәсәй өсөн ни тиклем әһә­миәтле булыуы тураһында һөйләне. Ейәнсура китапханалар селтәре етәксеһе Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы Кәримова үҙенең бай тәж­рибәһе менән уртаҡлашты. Силәбеләр илһөйәрлек, йәштәрҙе әҙәбиәт һәм сән­ғәткә ылыҡтырыу тура­һында һүҙ алып барҙы.
Зәйнәб Биишева исе­мен­дәге “Китап” нәш­риә­те Ял­таның китапхана мөдирҙә­ренә, Кореизға китаптар бүләк итте. Кореиз китап­ханаһына мартта Марсель Сәлимов та күп кенә китап алып килгәйне, “Хәҙер инде беҙҙең дуҫлыҡ тағы ла нығынды”, – тип шатланды улар.
Күмертау китапханаһы­нан килгән Наталия Мамонтова, Лариса Артюх һәм Екатерна Мостафина дуҫлыҡ, китап донъяһы тураһында мауыҡтырғыс докладтар менән сығыш яһаны. Саранан ҡайтҡас, “Урал” гәзите ошо делега­цияның сәфәрен яҡтыртасаҡ икән.
Байрамдың рәсми өлө­шөнән һуң, урындағы үҙешмәкәр коллективтар йыр-бейеү менән сығыш яһаны, ә Башҡортостандан килгән ҡурайсылар хайран ҡалырлыҡ итеп оҙон баш­ҡорт көйҙәрен уйна­ны. Ҡурайҙы бер ҙә ишетмәгән бер апай тыңлап ултырҙы ла: “Был тауышта ел иҫкәне, шишмә сылтырағаны, урман шаулауы ишетелә, ниндәй ябай музыка ҡоралында шул тиклем моң”, – тине. Ә Әсхәт Хәйернуровты ҡабат-ҡабат һорап йырлаттылар.
Тағы ла осрашырға яҙһын, Керчь күперен һалыу ғына түгел, рухи күперҙәрҙе лә нығытырға кәрәк, тигән теләктә таралыштыҡ был саранан. Башҡортостан Республикаһы көндәренә тура килде был осрашыу. Сит ерҙәрҙә илебеҙҙең абруйын күтәргән яҡташта­рыбыҙға Ҡырым башҡорт­тары исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.


Вернуться назад