Өфөлә З. Исмәғилев исемендәге III Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйгенең төп бүләгенә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй һәм Европа сәхнәләрендә сығыш яһаған виолончелист Рөстәм Хәмиҙуллин лайыҡ булды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, еңеүсене асыҡлау баһалама комиссияһына әллә ни ҡыйын булманы. — Бөгөн мәшһүр композитор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе ректоры Заһир Исмәғилев барыбыҙҙы ла бергә йыйҙы. Был конкурс – Исмәғилевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙың тәүгеһе. Унда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла еңеүгә ихтыяр һәм юғары профессионализм өсөн рәхмәт белдерәм. Тап уларҙың башҡарыу һәләте конкурсыбыҙҙың кимәлен билдәләй. Уңыштарығыҙҙы артабан да иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ, сөнки һеҙ – Башҡортостанда тыуған йондоҙҙар, – тине министр.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо. Фортепиано, ҡыллы музыка ҡоралдары һәм яңғыҙ йырлау кеүек өс номинацияла еңеүселәр гала-концертта ла оҫталығын күрһәтте. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры уларға ярҙам итте.
Фортепиано номинацияһында кескәйҙәр төркөмөндә Өфөнән Елена Колесникова, скрипкасылар араһында Мәскәүҙән Мария Черкассова беренсе урын яуланы. Өлкәндәр төркөмөндә беренсе премия Мәскәүҙән килгән пианист Татьяна Кирпиченокка, скрипкасы Федор Малыхинға, Өфөнән виолончелист Яҙгөл Йәнбәковаға тапшырылды. Йырсылар араһында Өфөнән Айгөл Әхмәтшина менән Гөлнара Вәлиева алдынғылыҡты бирмәне.
Конкурсанттарға шулай уҡ махсус бүләктәр ҙә тапшырылды. Композиторҙың ҡыҙы, республика Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева атаһының әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыусыларҙы дипломдар менән бүләкләне.
З. Исмәғилев исемендәге III Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсы ун көн дауам итте. Унда Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстандан, Көньяҡ Кореянан һәм Әрмәнстандан 80-дән ашыу музыкант ҡатнашты. “Рәсәй мәҙәниәте” федераль программаһына ярашлы һәм республика Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылған бәйгене Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм республика Композиторҙар союзы ойошторҙо.