Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов – Учалы районының Сораман ауылынан. Уның ниндәй дәрәжәләргә эйә булғанлығы, фән өлкәһендәге уңыштары хаҡында күп яҙалар һәм киләсәктә лә дауам итер, тигән уйҙамын. Шуға күрә, ауылдашыбыҙҙың ҡаҙаныштарына туҡталып тормайынса, фәҡәт тыуған ауылына бәйле йәшәйеше хаҡында хәтирәләр яңыртмаҡсымын.1972 йылда Сибай педучилищеһын тамамлағас, Сораман башланғыс мәктәбендә эш башланым. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы менән танышыу көтөлмәгән шарттарҙа килеп сыҡты. 1973 йылдың февраль айында, ауыл йәштәре спектакль ҡарарға “Беларусь” арбаһына тейәлешеп, Наурыҙ ауылына юлға сыҡҡанбыҙ. Беҙҙең арала Ишмөхәмәт ағай ҙа бар ине. Аптырауға ҡалдым: шундай ҙур кеше спектаклде Өфөлә лә ҡарай ала бит. Ул беҙҙең менән бергә трактор арбаһында китеп бара. Был хәлдең сәбәбен иртәгәһенә генә белдем. Тыуып үҫкән йортон, әсәһен, туғандарын һағынған егеттең ялға ғына тыуған төбәгенә ҡайтыуы икән.
Икенсе йылына ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды. Мин дә ситтән тороп уҡырға кереп, шунда эшләүҙе дауам иттем. Ул ваҡыттарҙа мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына булһа ла, заманында оло эштәр атҡарҙыҡ. Уҡытыу-тәрбиәүи, кластан тыш эштәр ауыл күләмендәге мәҙәни саралар менән бергә үрелеп барҙы. Мәүлит Ямалетдинов, Рәсих Лоҡманов, Рәйҙә Мөхәмәтйәрова, Абдулла Солтанов, Дим Маннанов менән әленән-әле осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Бигерәк тә, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ҡайтҡан, тигән һүҙҙе ишетеп кенә ҡалайыҡ, тиҙ генә халыҡты клубҡа йыйып, уның ҡатнашлығында йылы осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бихисап: сәйәси хәлдәрҙән алып “сит планетанан килгән вәкилдәр” темаһына тиклем барып етәбеҙ. Белемле, аҡыллы кеше, аудитория менән эшләп өйрәнгәне күренеп тора. Түҙемле, сабыр ғына итеп, барыһына ла яуап ҡайтара, кәңәштәрен бирә.
Алтын юбилейын Учалы ҡалаһында билдәләгәс, ул ҡәләмдәштәре менән мәктәпкә килде. “Балалар уйындары” тип аталған китабы буйынса әҙерләнгән сығышы ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны барышында уҡыусылар авторҙы ла сәхнәгә саҡырҙы. Кескәй генә сәхнәне бер итеп, оло кешенең бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай, гөрләшеп уйнауы үҙе бер һоҡланғыс күренеш булды. Ғөмүмән, ағаһы ла, ҡустыһы Хәйҙәр ҙә бала йәнле кеше ине. Ағайҙың фатиры алдында балалар баҡсаһы урынлашҡан. Балалар тышта уйнағанда ағалы-ҡустылы балконға сығып, ҡурайҙа һыҙҙырырҙар ине.
Уларҙың әсәйҙәре Жеүәйрә Йосоп ҡыҙы ла телгә маһир, йомарт инәй булды. Урамдан үткән һәр кемде буҙа менән һыйламай ҡалманы.
Йәмәғәте Света Ишбулды ҡыҙы менән бергәләп ауылға йыш ҡайта алмаһалар ҙа, оло байрамдарға, төрлө сараларға килергә ваҡыттарын таптылар. Ауылда иман йорто асылыу тантанаһында ла, “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамында ла ҡатнаштылар. Ағай үҙе әйтеүенсә, тыуған еренә аяҡ баҫыу менән, ул тәүҙә ата-әсәһе ерләнгән зыяратҡа күҙ һала. Һуңынан Зөлҡәғиҙә еңгәһе менән Ғамир ағаһы йәшәгән йортта төн уҙғарыр ине. Эҫе мунсанан һуң, бер-береһен һағынған ағалы-ҡустылы төнө буйы һөйләшһәләр ҙә, һүҙҙәре бөтмәҫ булды.
Иртәгәһенә Света еңгә, Ишмөхәмәт ағай Мәрйәм еңгәләренең хәлен белергә бара. Шунан беҙ йәшәгән йортҡа һуғылалар. Мәктәп тормошона, йәмәғәт эштәренә байҡау яһалғас, ағайыбыҙ минең яҙмалар менән ҡыҙыҡһына. “Сораман ауылы тарихы һәм шәжәрәләре” тип аталған китапты үҙе тикшергәс, ҡайтанан миңә эшкәртергә биргәйне. Төҙәтмәләр индереп, уның йөкмәткеһен яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырҙым. Унда Ғәләүетдиновтың иҫке төрки телендәге яҙма ҡомартҡыларҙы һаҡлап алып ҡалыуы тураһында мәғлүмәт тә бар. Ауылдаштарына ярҙамы күп булды. Ауырып, сырхау хәленә ҡалғандар ҙа уға мөрәжәғәт итте. Донорҙар табып, ауыр хәлгә тарыусыларға ла ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өфө ҡалаһы даирәһендә абруйы, бәйләнеше киң булғанлыҡтан, һүҙе ҡайҙа ла үтемле булды.
1998 йылда ауылыбыҙҙа музей асыу ниәте менән Өфөгә Ишмөхәмәт ағай янына барҙыҡ. Ул ата-әсәһенән тороп ҡалған йортон мәктәпкә биреп, уны файҙаланырға рөхсәт бирҙе. Исемен нисек атарға икән тип оҙаҡ баш ваттыҡ. “Әбйәлилдә Күбәләк музейы бар. Ә беҙҙеке Тиләү булһын, аҙаҡ та шул исем ҡалһын”, – тине ул. Байтаҡ йылдар музейыбыҙ уңышлы ғына эшләп килде. Көрсөк сәбәпле, тарихи үҙәк бер нисә йыл эшләмәй торҙо.
Әле бынан бер нисә йыл элек кенә Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов мәктәпкә туғандарын йыйғайны. Ата-әсәһенең, һеңлеһенең рухтарына аят мәжлесе үткәрҙе. Хәҙерге көндә ирем менән мин дә уның яҡты рухына аяттар бағышлайбыҙ. Алла бирһә, киләсәктә музей алдына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйырға хыялланабыҙ.