Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлай15.11.2016
Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлай Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ойошторолдо.
Идаралыҡ “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закондың 1-се статьяһындағы 11-се пунктҡа ярашлы, республика башҡарма власть органдары структураһын камиллаштырыу маҡсатында төҙөлдө.
Яңы ведомствоға республика Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыу, файҙаланыу, танытыу һәм уларҙы дәүләт һаҡлауы буйынса функциялары тапшырылды.
Төбәк Башлығының икенсе Указы менән Илһам Фәтҡуллин Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.


Вернуться назад