Атайымды күккә эшкә саҡырҙылар, хатта шылтыратмай. Мин көтәм, ә ул оҙаҡлай. Әсәй, көймә, ҡыҙым, тигән була. Унда аҡса күпләп түләйҙәр. Йәнәһе лә, шунда эшкә ҡалған.
Атайың олатайыңды үҙе янына эшкә саҡыра шикелле, әйҙә, барып киләйек, һуңғы тапҡыр күрешәйек, ул һине ныҡ ярата бит, ҡыҙым, хушлашайыҡ, ти. Һәм беҙ киттек. Олатайым һөйләшмәй тик ята. Бик ауырый, күрәһең, әллә оҙаҡ килмәгәнгә үсеккән.
Мин аңламайынса, бала булараҡ, өләсәйҙән һорайым:
– Өләсәй, ә ниңә олатай йылмаймай, күҙҙәренән йәштәр генә аға, ҡосаҡлайым, ти ҙә ҡулын ток һуҡҡан кеүек ҡалтырай башлай? Иҫеңдәме, атайымдың да ҡулы ҡалтырай ине, тик һин ток һуҡҡан тинең.
Бына инде өләсәйҙең күҙенән дә йәш аға.
– Иҫләйем, бәләкәсем, олатайыңдың атайың эргәһенә барғыһы килә. Беҙҙең менән дә ҡалырға теләй ул. Бына шулай үҙе менән көрәшеп ята. Әйҙә, сығып торайыҡ, үҙе уйлаһын, – тине.
Сығып барғанда ғына олатайым һүҙ ҡушты.
– Фәниә, аяғым өшөй, Рәмил саҡыра, ахыры, – тине лә, – кәфендек кәрәк, Әлиә ҡурҡыр, – тип шыбырлап ҡуйҙы.
Тынлыҡ. Бер минут, ике, биш минут үтеп китте, олатай берҙе йылмайҙы ла күҙен йомдо.
Өйҙә шау-шыу, тауыш башланды, илау, һыҡтау, ә мин, олатай өшөмәһен тип, тунымды яптым. Аяғы өшөмәһен тип, өрөп, йылытып ҡосаҡлап яттым.
“Әлиә эргәһенә менеп ятҡан”, – тигән тауышҡа күҙемде астым. Бөтә туғандар йыйылып киткән. Ә мин үҙ илемдә, бала сағым ҡуйынында ҙур ҡайғыны аңламайынса, концерт күрһәтә башланым. Иҫәр!
– Ҡыҙым, сәхнә йондоҙо булырһың, – тип арҡамдан һөйҙөләр ҙә, – ана, олатайың йондоҙҙар араһына осто, гүргә китте, – тинеләр.
Тәмлекәстәр ҡар кеүек яуҙы, ә атай һәм башҡа туғандар ҡайтманы. Олатай киткәндән һуң ике өләсәй, атайымдың ҡустыһы ла эшкә китеп барҙы. Йондоҙҙар күктә күбәйҙе, эргәмдә әҙәйҙе. Әсәй генә китеп бармаһын, тип иланым…