Ил батыры23.03.2012
Мәккәнән дә изге тупрағымда
Ил хәстәрен иңгә һалғанмын,
Уйҙарымда башҡорт генералы —
Ул ҡорбаны булған ялғандың.

Уйҙарымда башҡорт атлылары —
Дошмандарҙы иҙеп ҡыйратҡан.
Герой булған улар еңеү даулап,
Дандар яулап ҡайтҡан йыраҡтан.

Ил ҡәһәре ҡорос ҡалҡан булғас,
Илбаҫарҙы улар тапаған.
Күрһә дошман
башҡорт атлыларын
Ерҙә ҡасыр урын
тапмаған.

Шайморатов өсөн йән һыҙланы,
Ғәҙелһеҙлек иҙҙе аңдарҙы.
Геройыбыҙ ул, тип, киләсәктә
Ҡаршыларбыҙ яҡын таңдарҙы.

Б. КӘРИМОВ.


Вернуться назад