Уҡыусы киңәйтелгән баш һүҙгә иғтибар иткәс тә: “Автор был ике күренеш араһында ниндәй уртаҡлыҡ таба алды икән?” – тип уйлар, бәлки. Ысынында иһә кешелек донъяһы бер бөтөн бит ул. Тәү ҡарамаҡҡа һис бер бәйләнеше булмаған кеүек күренештәр ҙә ниндәйҙер ептәр менән үҙ-ара тығыҙ үрелгән булып сыға. Әҙәм балаһы иһә, ҡайһы осорҙа, кем булып, ниндәй илдә, ниндәй солғанышта йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер үк проблемаларҙы хәл итергә, үҙе табынған ҡиммәттәргә ярашлы йәшәргә ынтыла…Миф героиняһы Антигона… Батша ҡыҙы. Атаһы Эдип, күрәҙәсе юраған тәҡдирҙе (атаһын үлтереп, әсәһенә өйләнәсәк) үҙгәртергә күпме тырышып ҡарамаһын, яҙмышын яҙлыҡтыра алмай. (Психоаналитик Зигмунд Фрейд раҫлауынса, психологияла “Эдип комплексы” тигән төшөнсә бар. Уға ярашлы, ир бала үҙ әсәһен ҡатын-ҡыҙ булараҡ яҡын күрә, уны атаһынан ҡыҙғанып көнләшә…). Шулай итеп, кем икәнен белмәйенсә Эдип атаһын үлтерә, уның урынына батша булып китә, белмәгән килеш әсәһенә өйләнә. Ике улы – Элеонт менән Полиник, ике ҡыҙы – Исмена менән Антигона тыуа. Эдип, хәл асыҡланғас, үҙ-үҙен һуҡырайта, батшалыҡтан ваз кисеп, дәрүишлек юлын һайлай. Уландары йыл аша сиратлап хакимлыҡ итергә була. Әммә кесеһенең мөҙҙәте еткәс, олоһо килешеүҙе боҙа. Полиник, күршеләрҙең ярҙамы менән ғәскәр туплап, яу менән килеп ҡарай, әммә ҡыйратыла. Бола мәлендә туғандар бер-береһен үлтерә. Власҡа, теләмәһә лә, Эдиптың ҡайнағаһы Креон килергә мәжбүр. Ул Элеонттың мәйетен тантаналы рәүештә мәңгелек йортона оҙатҡас, Полиниктыҡын, фетнәсе тип тамғалап, емтек урынына сүл бүреләренә ташлай. Былар барыһы ла сәхнәлә уйналасаҡ ваҡиғаларға тиклемге тарих. Трагедия иһә, егермегә етһә лә, ҡураныс ҡына кәүҙәһе арҡаһында үҫмер ҡыҙҙы хәтерләткән Антигонаның, ҡәтғи тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, мәйетте ерләргә ҡарар итеп, был маҡсатын таң алдынан атҡарырға ынтылыш яһауынан башланып китә. Мәйет ергә тапшырылырға тейеш. Шунһыҙ әруахтың йәне теге донъяла тынғы тапмаясаҡ.
Әйтергә кәрәк, был сюжетҡа беренсе булып Боронғо Грецияның атаҡлы драматургы Софокл (б.э.т. 496 – 406 й.й.) мөрәжәғәт иткән. Тәбиғи йәшәйеш тәжрибәһен дөйөмләштереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән йолалар менән дәүләтселек ҡоролошо ҡабул итә башлаған ҡағиҙәләр бәрелешкә инә башлаған дәүер. Софоклдың замандаштары әйтер булған: “Кеше тормошонда рәсмиләштерелгән ҡанундар барыһынан да өҫтөн, ә яҙылмағаны яҙылғанынан тағы ла юғарыраҡ”. Ни өсөн шулай һуң? Сөнки яҙылғанын кешеләр уйлап сығара. Әҙәм балаһы иһә хәҡиҡәткә ярашлы эшләйем тигән хәлдә лә аҙым һайын тиерлек хаталаныуға дусар.
Был бер булһа, икенсенән, һәр осорҙоң, һәр ҡоролоштоң, һәр илдең – үҙ ҡанундары. Ҡасандыр улар ҡабул ителгән, ҡасандыр юҡҡа сығыуҙары ла ихтимал, яңылары тыуыр… Софокл төп иғтибарын шуға йүнәлтә: яҙылмаған ҡанундар, йәғни йолаға әүерелгән талаптар батша бойороғо менән индерелгәндәренә ҡарағанда тамырлыраҡ, йәшәүгә һәләтлерәк. Бөгөнгө көн өсөн дә ни тиклем көнүҙәк һығымта! Кешелек донъяһы меңәр йыл буйына туплаған тәжрибә менән иҫәпләшмәйенсә, белә-күрә тороп, күпме хилафлыҡ ҡылынды һәм әле лә ҡылына.
Күренекле француз драматургы Жан Ануй (1910 – 1987) сюжеттағы акценттарҙы бер ни тиклем үҙгәртә. Уның пьесаһы нигеҙендәге спектаклдең премьераһы 1943 йылда була. Икенсе Бөтә донъя һуғышы барған мәл. Франция фашист Германияһы табаны аҫтында. Жан Ануйҙың Антигонаһы еңелгән, әммә көрәште туҡтатмаған һәм туҡтатырға ла теләмәгән Францияны символлаштыра.
1990 йылдарҙа “Антигона” Мәскәү художество академия театрында ҡуйыла. Мәскәүҙәр Антигона йөҙөндә уйлап сығарылған кәртәләр менән иҫәпләшмәүсе ярайһы дыуамал йәш быуынды алғы планға сығара.
Үрҙә яһалған экскурс фонында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Жан Ануй пьесаһы буйынса Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, режиссер Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған спектакль хаҡында фекер йөрөтмәксебеҙ.
Эйе, ҡанундарҙың бар яҙылғаны, бар яҙылмағаны. Бар ташҡа соҡолоп, ҡағыҙға теркәлеп тә үтәлмәгәне, бар бер ҡайҙа яҙылмаһа ла атҡарыла торғаны. Ысынында ла, ҡанға һеңешкән, йолаға әүерелгән ҡағиҙәләр, ниндәйҙер бойороҡтар, указдар менән нығытылмаһа ла, үтәлеүсән. Башҡорт “Антигона”һы ла тап ана шул яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы бәрелешенә ҡоролған.
Антигонаның (актриса Лилиә Ғәлина образды тормошсан итеү өсөн күп көс һалған) замандаштары ла йолаларҙы белә, тик батша бойороғона кем ҡаршы сыҡһын! Креон (Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов) иһә Антигонаның тәүәккәл аҙымын Эдип ҡанынан килеүсе тәкәбберлек менән бәйләй: “Һеҙҙең ғаиләлә кешеләрҙең ябай тойғоларын үҙһенмәйҙәр, улар һеҙҙе түбәнһетә. Һеҙгә мотлаҡ тәҡдиргә һәм үлемгә ҡаршы яңғыҙ көрәшкә күтәрелергә кәрәк… Мин батшамын икән, үҙемде ерҙә ниндәй ҙә булһа тәртип урынлаштырыуға арнармын. Был һиңә шикле геройлыҡ түгел, ә көндәлек эш… Күңелгә ятмаған эш. Ләкин уны башҡарыр өсөн ҡуйылғанмын икән, мин уны еренә еткерәсәкмен… Ә һин нимә эшләй алаһың? Тырнаҡтарыңды һындырырһың, үҙеңде яңынан тоторҙар…” Антигона: “Эйе, башҡаса бер ни ҙә эшләй алмаясағымды беләм. Әммә ҡулымдан килгәне – шул ғына. Ә ҡулыңдан килгәнде булдырырға кәрәк!..” Бер уйлаһаң, Эдип ҡыҙының бындай ҡарары бик ябай кеүек: һәр кем кешелек бурысын атҡарыу йәһәтенән ҡулынан килгәнде эшләһен! Шулай булһа икән дә бит…
Был тарафтан алдыра алмағас, Креон икенсе яҡлап килеп ҡарай: “Һин ысынлап ерләү йолаһына ышанаһыңмы? Жрецтарҙың, ҡәҙимге доғаны мығырлап, мәйеткә бер ус тупраҡ һалмаһаң, ағайыңдың шәүләһе мәңге аҙашып йөрөүгә хөкөм ителәсәк тигәненә ышанаһыңмы? Йола үтәйем тигән булып, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың… Кем өсөн?” Антигона: “Үҙем өсөн!”
Күренеүенсә, әҫәрҙе, Антигонаны аңлауҙа бынан алдағы һәм әлеге диалог иң мөһим роль уйнай. Әҙәм балаһы, кешелек сифаттарын юғалтмайым тиһә, тәү сиратта кеше булараҡ атҡараһы эштәрен еренә еткереү өсөн ынтылырға бурыслы. Быныһы шулай. Аксиомалай аңлайышлы. Әммә тормош тигәнең ғәйәт ҡатмарлы шул. Был донъяның кеме генә юҡ! Башҡорт ҡобайырында әйтелгәнсә,
“Ҡарты ла бар был илдең,
Йәше лә бар был илдең,
Туғы ла бар был илдең,
Асы ла бар был илдең,
Бирҙән бүтәнде белмәгән
Бейе лә бар был илдең…”
Ярай, Креон үҙ әмерен боҙоусыны аңларға, улай ғына ла түгел, уны ҡотҡарып ҡалырға тырыша әле. Тик уға илде ҡулда тотоу өсөн фетнәсенең мәйет еҫен халайыҡҡа еҫкәтер кәрәк. Шунһыҙ тәртип булмаясаҡ. Эйе, ул да, бәлки, мәйетте ерләргә ҡаршы килмәҫ ине… Иң юғары вазифа биләмәһә. Вазифа, тимәк, шәхси хис-тойғоларҙан өҫтөн булыуҙы талап итә? Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Сталиндың улы Яков әсирлеккә эләгә. Дошман уны Паулюсҡа алмашырға тәҡдим итеп ҡарай. Ил башының яуабы иһә ҡәтғи: “Һалдатты фельдмаршалға алышмайҙар!”
Йола атҡарыуҙы трагедияның төп героиняһы үҙенең туғанлыҡ бурысы итеп тә ҡарай. Әммә хәл был осраҡта ла ҡатмарлы. Полиниктың тормошо һис кенә өлгө итеп алырлыҡ булмаған икән дә: типтерергә генә яратҡан, ҡатын-ҡыҙ артынан сабыулауҙан башҡаны белмәгән, ҡомарлы уйындарға бирелгән. Атаһы, улының ҙур сығымдары булыуын асыҡлап, ризаһыҙлығын белдергәс, Полиник уға ҡул күтәреүгә тиклем барып етә. Шулай низағлашып сығып китә лә атаһына ҡаршы фетнә ойоштора. Элеонт та был йәһәттән унан ҡалышмай. Ағайҙарҙың ореолы ҡырҡа тоноҡланһа ла, Антигонаның сигенергә уйы юҡ. Үҙенә иғтибар иттерә алғандан һуң күҙҙән төшкөһө килмәй, күрәһең. Был “дан”ды хатта Исмена апаһы менән дә бүлешергә теләмәй. Байтаҡ икеләнеп йөрөгән Исмена ахырҙа, мәйетте күмешергә мин дә һинең менән барам, тигәс, уның ярҙамынан ҡырҡа баш тарта: “Тәүҙән үк минең кеүек тырнаҡтарыңды ҡаната-ҡаната ер соҡорға кәрәк ине!”
Ә Креон ике ут араһында: үҙ бойороғон да (Полиник мәйете ерләнергә тейеш түгел!) юҡҡа сығара алмай, Антигонаны ла йәлләй. Тирандарҙан айырмалы рәүештә уның бәндә яҙмыштары менән уйнарға ла иҫәбе юҡ. Тик… Антигонаға маҡсатынан баш тартырға һәм төндә мәйет күмергә маташыуын бер кемгә лә әйтмәҫкә кәрәк. Бер үк мәлдә еңмештең батша хәленә инеүен дә теләр ине… Әммә көҙгө ямғырҙа күшеккән турғай балаһындай ғына булһа ла ҡыҙыҡай батша тиклем батшаға ҡаршы сыға. Уны аңларға тырышыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ!
Бында инде ысынлап та Эдип балаһының ҡаны үҙен һиҙҙерә булһа кәрәк. Тәү сиратта тәкәбберлек хаттин ашҡан, үҫмерлек максимализмы ярылып ята: “Мин барыһын да бер юлы теләйем, бәхетем тулы булһын. Минең баҫалҡы булып, тыңлаусанлыҡ өсөн генә алдыма ташланған саҙаҡаға ҡәнәғәтләнгем килмәй. Мин бөгөн үк барыһына ла ышанырға һәм бәхетемдең, бала саҡта үҙем хыял иткәндәй, гүзәл булыуын теләйем. Шулай булмаһа, мин үләм. Мин атайым кеүек! Беҙ – аҙағына тиклем барып етеүселәрҙән. Хатта өмөттөң сатҡыһы, ишараһы күренмәһә лә...” (Ни тиклем беҙҙең олатайҙарҙың белә-күрә тора милләттең рухи азатлығы хаҡына нисәмә-нисә быуат буйына үлемесле яуҙарға күтәрелергә мәжбүр булыуына ауаздашлыҡ!) Тик был тирадала үҙһүҙле үҫмерҙең, мәлендә өлкәндәр яғынан тейешле иғтибар етмәгән йәш кешенең, бар донъяһына үсегеп, еңмешләнеүе, үҙенең һүҙен һүҙ итеү өсөн генә лә һуңғы аҙымға барырға әҙер булыуы ла күренә.
Бындай ҡылығы менән ул шуны әйтмәксе: “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә килешеп булмаҫтай тормош эсендә лә ғәфү ителмәҫлек сабырлыҡ күрһәтәһегеҙ. Ә мин былай йәшәргә теләмәйем!” Ә бит ысын мәғәнәһендәге йәшәүҙе раҫлау өсөн үҙең килешмәгән солғанышҡа “Юҡ!” тип әйтеү генә етмәй… Әгәр ҙә Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән мөғжизәгә тиң ғүмерҙе, ниндәй генә хәлдә ҡалыуыңа ҡарамаҫтан, сабыр ҡабул ҡылып, эреле-ваҡлы һынауҙарҙы әҙәмсә үтергә тырышһаң, айырыуса үҫмерҙәр араһында йышайған суицид (мифтың бер вариантына ярашлы Антигона ла ахыр сиктә үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡуя) ҡырҡа кәмер ине, бәлки.
Спектаклдә иң көсөргәнешле күренеш шулай ҙа Антигона менән батшаның бәхәсе түгел, ә ата менән улдың – Креон менән Гемондың (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Байымов, Антигонаның йәрәшелгән кейәүе) ҡотолғоһоҙ һәләкәттән арынырға тырышыуы. Гемон атаһының батша булыуына, ни ҡылһа ла ирекле икәнлегенә, ҡыҙҙы ҡотҡарыу уның өсөн бер ни ҙә тормауына баҫым яһап ҡарай. Әммә ил башында тороусының проблемаға үҙ ҡарашы бар: закон сығарғансы ул – хаким, ә закон сығарылғас, ул да ябай үтәүсе генә.
Телгә алынған ҡатмарлы, әммә тормошсан коллизияларҙың, тәрән хис-тойғолар бәрелешенең, гражданлыҡ, кешелек бурыстары кеүек төшөнсәләрҙең тейешле юғарылыҡта художестволы асылыш-сиселеше актерҙарҙың уңышлы сығыш яһауы менән бәйле, әлбиттә. Айырыуса Олег Ханов Креондың ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәрен тамашасы күңеленә үтеп инерлек кимәлдә асып һала. Был осраҡта һис бер арттырыуһыҙ, актер роль уйнамай, ә геройының яҙмышы менән йәшәй, тиеү урынлы. Бының өсөн талант ҡына ла етмәйҙер, моғайын, ә һөнәреңә мөкиббән бирелгәнлек кәрәктер. (Күҙаллауы ла ҡыйын: Владимир Высоцкий, мәҫәлән, Гамлетты уйнағанда өс-дүрт килограмм ауырлығын юғалтыр булған!) Тауыш, хәрәкәт, ым-ишара – батшаларҙыҡы. Сәхнәне үҙе генә тултыра ла ҡуя, тиергә мөмкин.
Эпизодик ролдәгеләр ҙә: һаҡсылар (Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров, актер Юнир Ҡоланбаев), һөт әсәһе (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Ғәлина-Ғафарова) хәтерҙә ҡала. Төп героиня образын тулыландырыуҙа апаһы Исменаның да (Гөлмирә Исмәғилева) әһәмиәте ҙур.
Грек трагедияларында аңлатма биреү рәүешендәрәк ғәҙәти күренешкә әйләнгән “Хор” ҡулланыу Жан Ануйҙа ла бар. Тик башҡорт театры сәхнәһендә ул “йәбешеп” бөтмәгәндәй тәьҫир ҡалдыра. Унан бөтөнләй баш тартҡанда ла спектакль өсөн ҙур юғалтыу булмаҫ ине кеүек. Батша хеҙмәтсеһенең үҙен тотошонда ла Креондың һәр ҡылығын ни сәбәптәндер мыҫҡыллап ҡабул итеү ярылып ята. Ни өсөн? Аңлашылып етмәй. Әҫәр бит, “Хор”ҙа һәр даим ҡабатлап торолоуынса, трагедия, комедия түгел.
Йыйып ҡына әйткәндә, зауыҡлы, әҙерлекле тамашасыны хисләндерә, уйландыра алырлыҡ сәхнә әҫәре тыуҙырған театр. Труппаның ҡуйылған маҡсатҡа тулыһынса өлгәшә алыуы өсөн ҡуйыусы режиссерҙың ижади эҙләнеүҙәре бушҡа китмәгән тип ышаныслы әйтергә мөмкин.