Халыҡ шағирының кейәү ҡурайына бейегәне02.11.2016
Халыҡ шағирының  кейәү ҡурайына бейегәне Беҙ халыҡ шағирҙарыбыҙҙың ысын мәғәнәлә халыҡтыҡы, улар менән күҙгә-күҙ аралашыу мөм­кинлеге булғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ. Әле генә Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев үҙенең 75 йәшлек юбилейын уҙғарҙы. Кисә Актерҙар йорто сәхнәһендә үтте. Шағирҙы ҡотлар өсөн Баш­ҡортостандың төрлө төбәк­тәренән, Һамар өлкәһенән, Татарстандан яҡындары, ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары йыйылды.


Ҡәҙим Аралбай тыу­ғанынан алып ергә, халыҡҡа яҡын, сөнки ул баҫыуҙа тыу­ған һәм кендеген ураҡ менән киҫкәндәр. “Шағирҙың кендек ҡаны баҫыуға тамған. Улы тыуыу ҡыуанысынан әсәһенә бой­ҙай көлтәһе бүләк иткән­дәр, ә Ҡәҙим Әбделғәлим улы беҙҙең өйҙәребеҙгә, хал­ҡыбыҙға шиғри көлтәләре менән килеп инде”, – тине Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, ҡә­ләмдә­шенең ижадын юғары баһалап. Ижадсыны олуғ юбилейы менән тәбрикләп, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма коми­теты рәйесе урынбаҫары В. Аҙ­наев, З. Биишева исемен­дәге “Китап” нәшриәте директоры И. Йән­дәүләтов, БДУ профессоры Ти­мер­ғәле Килмөхәмәтов йылы һүҙ­ҙәрен еткерҙе. Шағирҙың яҡташ­тары, “Шоңҡар” журналы иғлан иткән видеоконкурста еңеүселәр, үҙенсә­лекле сығыштары менән сәх­нә түрен биҙәне. Әҙи­бә­ләр Ф. Аҡбулатова, З. Хан­на­нова, Г. Ҡо­тоева, Л. Абдуллина, кем­уҙар­ҙан шиғри телмәр тотоп, быуындар бәйләнешен күр­һәтте, сәхнә­не яҡтылыҡҡа сорнаны.
Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, ша­ғир Ирек Кин­йәбула­товтың “Ҡәҙим Арал­байҙың ғаиләһе – үҙе бер филармония” тигән мәрә­кәһен иҫкә төшөрөү ҙә ысынбарлыҡҡа тап килде. Шағир­ҙың ҡыҙҙары Айгөл менән Ләйлә, ейәнсәрҙәре, килене байрам хужаһының ши­ғыр­ҙарын яттан һөйләне. Саф башҡортса телмәр яң­ғырап торҙо улар ауыҙынан.
Мәрәкәләргә лә бай булды тамаша. Мәҫәлән, ҡыҙ­ҙа­ры: “Беҙ ата­йыбыҙҙы 1 сен­тябрҙән алып ҡот­лайбыҙ инде”, – тигән шаяртыу ҡа­тыш ысынбарлыҡҡа тап кил­гән һүҙҙәре, татар ша­ғиры Роберт Миңнул­лин­дың Ҡә­ҙим ағайҙың 75 фото­һынан торған флеш-карта, француз яҙыусы­һының “ике томлы­ғын” бүләк итеүе яһалма етдилекте инҡар итеп, дуҫ­тарса байрамға юл асты.
Әҙиптең яҡындары ғына йы­йыл­ғанға күрәлер, сәхнә менән зал бер бөтөндө тәшкил итте. Кисә аҙағында кейәүе, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡа­рабулатовтың ҡурайҙа баш­ҡарған бейеү көйҙәре яң­ғыраған ваҡытта Ҡәҙим Аралбайға ҡушылып, ейәне Ильяс Ҡарабулатов та сәх­нәне дер һелкетте, тамашасылар иһә ая­ғүрә тороп, үҙ урындарында ты­пырланы. Юғары нотала та­мам­ланған юбилей танта­наһы һәр кеше­лә онотол­маҫлыҡ тәьҫорат­тар, кисерештәр ҡалдырҙы. Килә­сәктә лә ошондай кисә­ләрҙә осрашып торорға насип булһын. Ниндәй ҙур байрам бит ул милләт­тең зыялылары менән йәштәре бер ҡорҙа осрашып, башҡорт әҙәбиәтен, әҙибен ҙурлау!


Вернуться назад