Ҙур мираҫ булып ҡалырлыҡ баҫма02.11.2016
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың мәҙәни-ижтимағи тормошонда күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: башҡорт телендә Башҡорт энциклопедияһының
4-се томы баҫылып сыҡты. Баҫмаға “м”, “н”, “о”, “ө” хәрефтәренә башланған 2100-ҙән ашыу мәҡәлә ингән, шуларҙың 748-е – биографик характерҙағы яҙма. Был ҙур күләмле, киң диапазонлы хеҙмәттә республикабыҙҙың мәҙәни-ижтимағи, сәйәси тормошондағы ваҡиғалар, фән, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, ауыл хужалығы, тарих һәм башҡалар тураһында бай мәғлүмәт бирелә.
Рус телендәге варианты менән сағыштырып ҡарағанда, был томдағы мәҡәләләргә өҫтәмә мәғлүмәттәр индерелгән, баҫмала Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда, иҡтисадта һәм мәҙәниәттә булған үҙгәрештәр сағылыш тапҡан. Дүртенсе томдағы мәҡәләләр республиканың тарихын, географик-территориаль сиктәрен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын, ҡала һәм ауылдар тарихын, республика халыҡтарының иҡтисад, фәнни-техник, мәғариф өлкәһендә өлгәшкән төп ҡаҙаныштарын яҡтырта. Баҫмала урын алған мәҡәләләрҙең күпселеге республика тарихында сағыу эҙ ҡалдырған күренекле шәхестәргә арналған. Китапта республикабыҙҙың күп кенә ауылдары һәм тораҡ пункттары тураһында әлегә матбуғат биттәрендә баҫылмаған мәғлүмәт бирелде (2010 йылға ҡарата), уларҙың башҡортса атамалары тикшерелеп яҙылды. Республиканың физик-географик, административ-территориаль бүленеше һәм территориаль карталары тәүге тапҡыр башҡорт телендә тәҡдим ителде.
Энциклопедия урыҫ телендә нәшер ителгән ете томлыҡ баҫмаға нигеҙләнеп эшләнде. Әммә ул туранан-тура тәржемә түгел, баҫмала урын алған мәҡәләләр өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыландырылды, сит өлкәләрҙәге башҡорттар күпләп йәшәгән райондар, ауылдар индерелде, сайтҡа электрон вариант ҡуйылғандан һуң нәшриәткә килгән бик күп тәҡдимдәр һәм кәңәштәр иҫәпкә алынды, был үҙ сиратында баҫманы тағы ла байытып ебәрҙе. Баҫма һәр журнал һәм гәзит редакцияһы, уҡыу йорттары өсөн өҫтәл китабы, ғилми белешмә булырлыҡ итеп эшләнгән. Был универсаль энциклопедияны башҡа төрки телдәрҙе белгән кешегә лә төп нөсхәһендә уҡып, фәһемле, эстәлекле мәғлүмәт алырға мөмкин. Ғөмүмән, “Башҡорт энциклопедияһы” – башҡорт телендә донъя күргән ғәжәйеп бай мәғлүмәтле, үҙенсәлекле, киләсәк быуындарға ҙур мираҫ булып ҡалырлыҡ баҫма ул. Шулай уҡ ҡалған томдарҙың электрон варианттары ла нәшриәттең сайтына ҡуйылды, улар менән һttр:/башкирская энциклопедия.рф сайтында танышырға була. Фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе көтәбеҙ.
Нәшриәт коллективына, әлеге ҙур хеҙмәтте башҡарыуҙа ҡатнашыусы ғалимдарға, белгестәргә, тәржемәселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға энциклопедияның яңы томдарын әҙерләүҙә уңыштар теләйбеҙ.