Халҡына алтын мираҫ ҡалдырҙы23.03.2012
Халҡына алтын мираҫ ҡалдырҙыҺәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем,
телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
(Мөхәммәт Исҡужин).
Республикабыҙҙың тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мөхәммәт Исҡужин 1927 йылдың 23 мартында Көйөргәҙе районының Мотал ауылында тыуған. Туғыҙ йәштә сағында атайһыҙ ҡалғас, уға бәләкәйҙән барлыҡ ауыр эште башҡарырға, икмәкте әсе тир түгеп, тырышып-тырмашып табырға тура килә.
Халҡының үҙ телендә белем ала алмауына, милли рухтың һүнә барыуына көйөнөп йәшәгән Мөхәммәт Исҡужин ғүмерен уҡытыусылыҡҡа, башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары асыуға арнай. Уның хеҙмәт емеше булып баш ҡалабыҙҙа Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, 136-сы башҡорт лицейы, шулай уҡ төрлө районда, Салауат, Нефтекама ҡалаларында милли тәрбиә һәм белем усаҡтарына нигеҙ һалынды.
Күмертау ҡалаһында ла 13-сө башҡорт мәктәбе, 15-се башҡорт башланғыс мәктәбе, “Айгөл” балалар баҡсаһы ишеген асты. Был осорҙа, 1990 йылда, мин Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығында методист булып эшләй инем. Мөхәммәт ағай, әйләнгән һайын килеп, барлыҡ ойоштороу эшенә туранан-тура етәкселек итте, файҙалы кәңәштәрен бирҙе.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарына тиклем ҡаланың бөтөн мәктәбендә лә уҡытыу тик урыҫ телендә алып барыла, 2-се мәктәп-интернатта ғына башҡортса белем бирелә ине. Тора-бара һәр ерҙә аҙнаһына өс сәғәт башҡорт теле дәресе индерелә башланы. Китап, күргәҙмә, дидактик материал етешмәй, уҡытыусылар ҙа бармаҡ менән һанарлыҡ... Мөхәммәт ағай, осрашыу үткәреп, эште нимәнән башларға өйрәтте, башҡорт кластары асыу өсөн тәү сиратта ата-әсәләр араһында аңлатыу эше алып барыуҙың мөһимлеген төшөндөрҙө. Беҙ, өйҙән-өйгә йөрөп, башҡорт, татар ғаиләләрендә тәрбиәләнеүсе балаларҙың исемлеген төҙөй башланыҡ. Ата-әсәләрҙең балаларын башҡорт класына бирергә ҙур теләк белдермәүе, ауырға тура килер тип шикләнеүенә ҡарамаҫтан, маҡсатыбыҙға өлгәштек. Башланғысты аҡлар өсөн, дәрес менән генә сикләнмәйенсә, кластан тыш саралар, байрам, кисә, осрашыу, фольклор түңәрәктәре үткәрергә, өҙлөкһөҙ эҙләнергә тура килде.
1991 йылда Күмертауҙа башҡорт теле уҡытыусыларының республика семинары үтте. Унда ҡалабыҙҙағы эшкә ҙур баһа бирелде. Тимәк, башҡорт мәктәбен асырға ваҡыт етте. Башланғыс класта башҡортса өйрәнгән балалар V класҡа ҡайҙа барыр тип ата-әсә лә борсола ине. Мөхәммәт ағай был осорҙа ҡалабыҙға ай һайын килде, ата-әсәләр менән осрашып, милли мәктәп асыуҙың мөһимлеген аныҡ дәлилдәр менән раҫланы. Уҡытыусыларҙың да рухын күтәрҙе, яңы эшкә дәртләндерҙе.
Һәр мәктәпкә барып, башҡорт балаларының исемлеген, адресын яҙып алыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителде. “Ҡалала башҡорт мәктәбе асырға ризаһығыҙмы, ул кәрәкме?” тигән һорауға ҡултамға ла йыйҙыҡ. Әлбиттә, барыһы ла ыңғай ғына барманы, ҡаршылыҡҡа осрарға ла тура килде. Шулай ҙа ныҡышмалы эш ыңғай емештәрен бирә башланы — башҡорт мәктәбен асыуҙы хуплаусылар 1200 булып китте. Был исемлек менән ҡала хакимиәте башлығына килдек. Ул беҙгә Башҡортостандың мәғариф министры Рәфғәт Гардановҡа барырға ҡушты, сөнки башҡорт мәктәбен асыуҙың кәрәк икәнлеге көн кеүек асыҡ ине.
Әммә эште башлап ебәреү өсөн 400 баланың булыуы мотлаҡ тип иҫкәрттеләр. Белем усағын асырбыҙ ҙа ул, ата-әсә балаһын унда бирергә риза булырмы? Тап ошондай яуаплы ваҡытта Өфөнән Мөхәммәт Исҡужин килде һәм, тағы ла уҡытыусыларҙы йыйып, аңлатыу эшен йәйелдереп ебәрҙе. Берҙәм хеҙмәт нигеҙендә ике аҙна эсендә 400-ҙән ашыу ғариза йыйып килтергәс, ҡала хакимиәте башлығы хайран ҡалды!
Мәктәп директоры вазифаһына мине тәҡдим иттеләр. Әлбиттә, быға әҙер түгел инем. Шулай ҙа Мөхәммәт ағайҙың һүҙҙәренән һуң яуаплы эшкә тотонорға ризалығымды бирҙем.
Шулай итеп, 1994 йылдың 1 сентябрендә ҡалабыҙҙың тарихында яңы бит асылды: 13-сө башҡорт мәктәбе үҙ ишеген асты. 400 урынына 650 уҡыусының килеүе беҙҙең өсөн ҙур еңеү, байрам булды.
Мөхәммәт ағай эш барышы менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп торҙо. Уны айырыуса уҡытыуҙың сифаты, балаларҙың туған телде насар белеүе, уҡыуға ҡарашы борсоно. Остазымдың ныҡыш, тырыш булыуына хайран ҡала инем — бер ваҡытта ла ауырлыҡтарға бөгөлмәне, киреһенсә, ең һыҙғанып көрәшкә баҫа, беҙҙе лә шуға өйрәтә торғайны. Үҙемде уның уҡыусыһы тип иҫәпләйем һәм бының менән сикһеҙ бәхетлемен.
2000 йылда мәктәбебеҙгә Мөхәммәт Исҡужиндың исемен биреү ифрат ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Остазыбыҙҙың изге өмөтө аҡланды: телебеҙ дәүләт теле кимәленә күтәрелде, һәр белем усағында өйрәнелә. Халҡыбыҙ ҙа бөйөк улын онотмай: беҙҙең мәктәптән тыш, Күмертау ҡалаһының бер урамы, Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейы Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөтә, баш ҡалала ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙылар.
Эйе, кешенең ғүмере йәшәлгән йылдар менән түгел, ә изге ғәмәл, туған халҡы өсөн күрһәткән хеҙмәте менән баһалана. Мөхәммәт Исҡужин, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә туған телдә белем биреүсе уҡыу йорттары, балалар баҡсалары асып, башҡорт телен һаҡлауға ифрат ҙур өлөш индерҙе, халҡына үлемһеҙ алтын мираҫын ҡалдырҙы.
Нурия ХӘЛИЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, М. Исҡужин исемендәге 13-сө башҡорт мәктәбенең тәүге директоры.
Күмертау ҡалаһы.


Вернуться назад