Драматургтар, һеҙ ҡайҙа?21.10.2016
Драматургтар, һеҙ ҡайҙа? Алтын көҙҙөң сыуаҡ көндәре бер төркөм ижад кешеләре өсөн үтә иҫтәлекле булды. Улар йәмле Ирәндек һәм Ҡырҡты тауҙары ҡауышҡан ерҙә, Ҡолоҡас ауылы янында урынлашҡан “Ирәндек” балалар ял лагерында, башлап яҙыусы драматургтар семинарында ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйында йыл һайын йәш драматургтар өсөн ошондай йыйын үткәрелә торғайны. Һуңғы йылдарҙа был эш һүнеп ҡалды. Шунлыҡтан милли театр режиссерҙары башҡорт драматургияһында сәхнәгә ҡу­йыр­лыҡ әҫәр тапмай, тамаша­сыларға башҡа халыҡтарҙың пьесаларын тәржемә итеп күрһәтергә мәжбүр булды. Ни өсөн матур башланғысты ҡайтанан тергеҙ­мәҫкә тигән ниәт менән Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев яңынан эш башлап яңылышмай. Уның ниәтен Әб­йәлил районы хакимиәте баш­лығы Рим Сыңғыҙов хуплап ярҙам ҡулы һуҙа. Һәм, ниһайәт, драматургтар йыйыны үҙ эшен дауам итеп, “Ҡолҡас семинары” тигән исем менән үткәрелә.
Йәш драматургтар мәктәбенә нигеҙ һалған Наил Әсғәт улы әйтеүенсә, был юлы авторҙар башлыса Урал аръяғы райондарынан йыйылған. Семинарҙа ҡатнашҡан 14 авторҙың күбеһе бер нисә китап сығарып өлгөргән.
– Әлбиттә, семинарға тәҡдим ителгән барлыҡ әҫәрҙәр ҙә драма жанрына тап килеп, уның ҡанундары нигеҙендә яҙылған, тип әйтеп булмай. Әммә табыштар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Йыла­йырҙан Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Ҡояшлы йорт”, Әбйәлилдән Иҙрис Ноғомановтың “Һаҡмар ҡыҙы” исемле пьесаларын яҡшы яҡтан телгә алырға кәрәк. Уларҙың икеһе лә – прозаик, ошо халәт кенә уларға пьеса яҙырға бер аҙ ҡамасаулай, әммә теманы тотоп алыуҙары, геройҙарҙы образлы уйнатыуҙары отошло. Көн һайын бер-ике авторҙың әҫәрен уҡып, уларҙы тикшерҙек. Кем белә, бәлки, тап улар араһында киләсәктә сәхнәләрҙе шаула­тыр­лыҡ драма әҫәрҙәре яҙыусылар булыр. Артабан да был эште маҡсатлы дауам итеү кәрәк, шул сағында ғына беҙ милли театр­ҙарҙа милли драма сәхнәләштерә аласаҡбыҙ, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Наил Ғәйет­баев.
Ниндәй генә яҡшы пьеса бул­маһын, режиссер уны ҡуя тигән һүҙ түгел, хатта бөтөнләй юҡҡа сығарыуҙары ла ихтимал. Шуға күрә драматургтар семинарына төрлө йүнәлештә эшләгән режис­серҙарҙы саҡырыу, улар­ҙың фе­кер­ҙәрен ишетеү, сәхнә ҡанунда­ры менән яҡындан танышыу һәр башлап яҙыусы өсөн ҙур тәжрибә майҙанына әйләнде, тип әйтергә була. Сибай “Сулпан” балалар театры режиссеры Сәлихйән Әф­ләтунов: “Балалар өсөн ҡуйыр­ға пьесалар бөтөнләй юҡ. Аптыра­ғас, урыҫ телендәге авторҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеп сәхнә­ләш­терәбеҙ”, – тине. Ул ижад­сы­ларҙан йәштәр һәм балалар проб­лемаларын яҡтыртҡан, заман геройын сағыл­дырған сәхнә әҫәрҙәре яҙыуҙарын һораһа, Өфө “Нур” театры режис­серы Илдар Вәлиев халҡыбыҙ­ҙың көнүҙәк проблемалары ара­һынан бөгөнгө герой образын эҙләүе хаҡында белдерҙе.
Әлбиттә, бер нисә көн эсендә генә ысын драматургты үҫтереп булмаясаҡ, әммә нисек драма яҙырға өйрәтеп, кәңәштәр бирер­гә мөмкин, ти ойоштороусылар. Иң мөһиме – бер аҙ туҡтап торған инеш йәнә урғылып сыҡҡандай тойолдо. Был юлы – Әбйәлил төбәгенән. Семинарҙа ҡатнашыу­сылар әйтмешләй: “Ҡолҡас семинары дауамлы һәм уңышлы булһын, иң мөһиме – һөҙөмтәһен күрергә яҙһын. Тап унда баш­ланғыс алған матур әҫәрҙәр милли театрҙарҙа ҡуйылһа ине...”






Вернуться назад