Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамамланғас, бар эштәрҙең осона сыҡҡан баш ҡала кешеләре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына юлланды. Барыһының да ниәте – Мостай Кәримдең “күкрәгенән осҡан ҡоштарын” ҡарау.Ишекте асып ингәс тә тамаша залына тиклем халыҡ шығырым тулған ине. Мостай Кәримдең тыуған көнө айҡанлы ижадына арналған “Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ” тигән драматик тамашаны ҡарарға килгәйне улар.
Сарала әҙиптең төрлө әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Бына Кендек үҙенең ҡушаматы тураһында һөйләй... Унан Салауат Юлай улы менән Әбей батша сығып баҫа... Айгөл әсәһен эҙләп бар кешелеккә хат яҙа... “Ҡара һыуҙар”ҙан халыҡтың күҙе йәшләнһә, “Беҙҙең өйҙөң йәме”нән йөҙҙәре яҡтырып китте...
Республиканың, Башҡорт дәүләт академия драма театрының барлыҡҡа килеүе менән халыҡ шағирының тыуған йылдары ла бер булыуы асыҡланды. Был йәһәттән 2019 йыл 100 йыллыҡ юбилей тантаналарына бай була икән.
Артабан Мостай Кәримдең ҡайһы драмаһы нисә тапҡыр һәм ниндәй театрҙарҙа ҡуйылғаны, уларҙың режиссерҙары кем булыуы бәйән ителде. Тиҙҙән Илсур Ҡаҙаҡбаев та әҙиптең бер әҫәрен тамашасыға тәҡдим итергә йыйына икән.
Хәтер кисәһе тамамланғас, ҡайтыу яғына ыңғайлаған кешеләрҙең һүҙе бер булды: “Тамаша ныҡ оҡшаны. Берсә көлөү, берсә күҙ йәше аралаш ҡаралды. Шундай яҡын бит ул Мостай Кәрим ижады! Ниндәй рухи юғарылыҡ, ниндәй фекер тәрәнлеге унда!”