“Көҙҙәрҙә мин йырлап, һағышты таратам”19.10.2016
“Көҙҙәрҙә  мин йырлап, һағышты  таратам” Йәмле йәй

Баҡсамдағы сирендәр
Тәмле хушбуй һибенгән.
Алдымдағы түтәлгә
Аҡ сәскәләр һибелгән.

Миләштәр сибәрләнгән,
Аҡ мамыҡҡа күмелгән.
Әйтерһең дә, зәңгәр күктән
Төрлө төҫтәр түгелгән.

Йомшаҡ елдәр шаярып,
Наҙлай мине, иркәләй.
Кинәт кенә килеп сығып,
Ләйсән ямғыр һибәләй.

Матурлыҡ, гүзәллектән
Күңел күктәрҙә оса.
Йәм-йәшел күкрәгенә
Йәмле йәй мине ҡоса.

Көҙ

Моңһоу көҙ етте,
Үләндәр кипте.
Йылы яҡтарға
Ҡоштар ҙа китте.

Күңелдә һағыш,
Һап-һары ҡамыш.
Ҡайын да һары –
Күптәнге таныш.

Алтындай ҡырҙар,
Йырлайым йырҙар.
Тирә-яҡ тыныс,
Кемдәр һуң тыңлар?

Шишмәлә – алтын,
Көмөш һыуҙары.
Йырламай былбыл,
Үткән туйҙары.

Шулай моңланып,
Йөрөйөм урманда.
Тыныс һәм матур
Таңдар тыуғанда!

Ҡыш

Бына килде ҡыш,
Һалҡын хәҙер тыш.
Ҡыҫҡарҙы көндәр.
Айлы, йондоҙло,
Бик оҙон төндәр.
Ап-аҡ бүрекле
Талдар, баландар.
Мамыҡ юрғанда
Ҡырҙар, яландар.
Көмөш бөртөктәр
Күктән тамалар.
Уйнап-шаярып,
Ергә ҡуналар.
Инеш-йылғалар
Ҡалҡан эсендә.
Һалҡын саф һауа
Иртә, кисен дә.
Беҙгә килде ҡыш,
Шатлана күңел.
Ут-дәртле йөрәк,
Һис һыуыҡ түгел!

Яҙ

Тағы килде яҙ,
Йөрәктәрҙә наҙ.
Их, матур көндәр,
Күңел туймай аҙ!

Тәрән йоҡонан
Донъя уяна.
Йылы ҡояшҡа
Барыһы ҡыуана.

Уяна ҡайын,
Уяна балан.
Йәмле бөрөлө
Түңәрәк ялан.

Инеш-йылғалар
Гөрләп ағалар.
Эре тамсылар
Ергә тамалар.
Күңелдәр дәртле,
Күктә осалар.
Күкте – ғаләмде,
Ахыры, ҡосалар.

Бына ынйылар –
Гүзәл таныштар.
Йәшелләй донъяны
Үлән, ҡамыштар!

Тәбиғәт
серле ул!

Тәбиғәт серле ул,
Елле һәм буранлы.
Үтәлмәҫлек итеп,
Көрт баҫа урамды.

Ожмахтай яҙҙары,
Ялҡын-ут наҙҙары.
Йырларға гел теләй
Күңелдең саздары.

Йәйҙәре иркәләй,
Ямғырҙар һибәләй.
Йоп-йомшаҡ елдәре
Йыуатып киткеләй.

Һағышлы көҙҙәре,
Һап-һары төҫтәре.
Нәҡ алтын иткән
Тәбиғәт көстәре.

Ҡышҡа мин һоҡланам,
Яҙҙарҙа наҙланам.
Йәйҙе бик яратам,
Көҙҙәрҙә мин йырлап
Һағышты таратам!

Йырлайым әле!

Йәйҙәрҙә һәм ҡыштарҙа,
Йырҙар тыуа күңелдә.
Ут-ялҡын булһа яҙҙа,
Һағышлыраҡ көҙөндә.

Шатлыҡ-бәхет, һағыштар
Йырҙарымда сағыла.
Йөрәк түрҙәренән сығып,
Матур һүҙҙәр табыла.

Туҡталмай күңел
былбылы,
Ҡурҡмай бурандарҙан.
Гармун моңондай
таралып,
Үтә киң урамдарҙан.

Йырлайым, дуҫтар,
йырлайым
Нурлы таңдар тыуғанда.
Әкрен килгән сихри кистә
Моңһоу айҙар тулғанда.

Аҡ ҡайындар сәләм биреп,
Миңә башын эйгәндә.
Ярһыу ташыуҙары менән
Йәмле яҙҙар килгәндә.

Нисек йырламайһың инде
Эшсән халҡым булғанда.
Нисек моңланмайһың
гүзәл
Тыуған ерем булғанда!






Вернуться назад