“Башҡорттар”ҙы өйрәнеү мотлаҡ18.10.2016
“Башҡорттар”ҙы  өйрәнеү мотлаҡ Башҡорт халҡын тотош бер айсберг кеүек күҙ алдына килтерәм. Океан өҫтөндәгеһе, йәғни күренгән өлөшө ул бөгөн сәхнәләрҙә, урамдарҙа һәм башҡа урындарҙа күренгән башҡорт йөҙө булһа, океан аҫтындағыһы – иҫ киткес бай, тәрән мәғәнәле, меңәр йыллыҡ ҡанлы-шаулы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә туплаған башҡорт тарихы.


Тарих – һәр саҡ ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырырлыҡ тема. Боронғо замандарҙан алып һәр халыҡ тарихты үҙенсә төҙәтеп ебәрергә әүәҫ булған. Бындай ҡылыҡ, әлбиттә, йәшәйеште ҡырҡа үҙгәртә. Салауат Юлаев ҡуптарған боланан һуң быуат буйы уның исемен балаларға ҡушыуҙы тыялар, Салауат исемле ир-атты, сабыйҙарҙы үлтерәләр, көслө рухлы батырыбыҙҙы кешенең хәтеренән юйырға тырышалар... Әммә бер нигә ҡарамаҫтан, беҙ бөгөн дә был исемде ғорурлыҡ менән телгә алабыҙ. Тарихсылар үткәндәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн көстәренән килгәндең барыһын да эшләй. Ошондай эшмәкәрлектең бер һөҙөмтәһе – “Башҡорттар” исемле ғилми монография.
Был монография асылда оло әһәмиәткә эйә. Ул халҡыбыҙға, ғалимдарға, тотош төркиәт ғилеменә кәрәк. Шуға күрә, ошо хеҙмәттең донъя күреүе айҡанлы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында китап менән таныштырыу тантанаһы уҙғарылды.
“Башҡорттар” китабы өҫтөндә оҙаҡ йылдар буйына эш барҙы. Был хеҙмәтте әле үҙ заманында күренекле этнограф Раил Ғүмәр улы Кузеев башлаған. Бөгөн иһә монография сығарыуға уның уҡыусыһы Елена Сергеевна Данилко ҙур өлөш индерҙе. Шуға күрә яуаплы мөхәррирҙәр булараҡ икеһе лә күрһәтелгән. Ә монография үҙе Мәскәүҙә “Ғилем” нәшриәтендә “Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр” серияһында баҫылды.
Әйткәндәй, был серия буйынса 1992 йылдан бирле уңышлы эш алып барыла. Бығаса байтаҡ халыҡтың тарихи китаптарын баҫтырып өлгөргәндәр. “Башҡорттар” монографияһына ҡырҡ дүрт авторҙың эш һөҙөмтәһе индерелгән, тиражы – 3750 дана. Был тираж бығаса сыҡҡан китаптарҙыҡына ҡарағанда икеләтә күберәк. Әлбиттә, бында Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Р. Кузеев исемендәге этнография институты, Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән БДУ-ның һәм башҡа ғилми ойошмаларҙың өлөшө ҙур.
Презентацияла әле телгә алған ғилми үҙәктәрҙән төрлө ғалимдар сығыш яһаны. Мәҫәлән, монографияның яуаплы мөхәррире Елена Данилко башҡорт халҡының рухи байлығына ғашиҡ булыуы хаҡындағы кисерештәре менән уртаҡлашты. География фәндәре докторы Айбулат Псәнчин башҡорт халҡы тарихын өйрәнгәндә төрлө дәүерҙәр хаҡында һүҙ тотто.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан Фирҙәүес Хисамитдинова иһә ҡайһы юҫыҡҡа нығыраҡ баҫым яһағанын һөйләне.
Монография 662 биттән тора. Унда башҡорт халҡының боронғо дәүер тарихынан алып милләтебеҙҙең шөғөл-фиғелдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына тиклем тулы мәғлүмәт бирелгән. Яңы китап быға тиклем донъя күргән ғилми эштәрҙән шуныһы менән айырылып тора: бер ҡайҙа ла баҫтырылмаған фотолар һәм антропологик макеттар бирелгән. Был рәсемдәр төрлө ғалимдарҙың, фотографтарҙың, сит ил институттарының архивынан алынған.
Китапта тупланған фундаменталь белемде һәр башҡорт үҙләштерергә тейеш. Үҙ тарихыңды белеү бер ҡасан да яҙыҡ булмаҫ.


Вернуться назад