“Буйым етмәҫ йондоҙ йымылдай…”18.10.2016
“Буйым етмәҫ йондоҙ  йымылдай…” ***
Һин бит әле
Ир-ат, тиҙәр…
Ә сәс-ялым күптән
ағарған…
Еткәндер ҙә алтын
көҙҙәр,
Ә күңелем – йүгәнһеҙ
Бер тай-ябаға!
Тағы етер яҙҙар,
Булыр йәйҙәр,
Тик сәскә атмаҫ шул
абаға.

***
Үҙем генә белгән тел менән,
Һөйләштем әле Ел менән…
Ҡайҙарҙа, тим, сәфәр ҡылаһың?
Ниндәй хәлдәр белгән булаһың?
Һөйләп китте Ел үҙ хәлен…
Туҡтар ҙа инем, ти, юҡ әмәлем!
Хыялым бар, ти, ашмаҫтай бойомға,
Тыныс ҡына ятыр инем, ти, йыл буйына…
Эш баҫҡан, ти, бына муйындан!
Әле тегендә сабам! Әле бында йүгерәм…
Еңел түгел тормош, йыл-йылдан
Осто-осҡа ялғап саҡ өлгөрәм…
Һүҙен дә һөйләп бөтмәй,
Елдерҙе Ел үҙ юлына…
Көҙөм дә килеп еткән,
Сиртеп күңел ҡылына…
Елгә ҡарап бер һоҡландым,
Үҙемә ҡарап бер уфтандым…

***
Гармунымды алып ҡулыма
Серҙәремде һөйләнем.
Йәштән төйнәлгән көйөмдө
Бөгөн килеп көйләнем.

Серҙәремде тыңланы ла
Эй моңланды гармуным,
Йәшлек йырҙарым йырланды:
Мин йылмайып иланым.

***
Күңелем сафлығын эҙләп,
Барған инем мәсеткә,
Иманға хаҡ тигеҙләп,
Имам тотонған кәсепкә.
Хоҙай йорто – мулла өсөн
Хәҙер табыш баҡсаһы.
Хеҙмәт итә һалып көсөн –
Һәр кемдең үҙ муҡсаһы!
Төрлө икән заман муллаһы.

***
Тағы ҡайтты ҡаҙҙар йылы яҡтан
Тыуған яғым, тиеп һағынып.
Әллә ниңә нескә ҡылдар йәнә
Яңғыҙлыҡҡа үтә ҡағылып.

Әллә тағы бер йыл үткән тиеп,
Һағыш солғап ала йөрәкте?
Әллә ниҙәр өмөт итәм кеүек –
Ҡаҙҙар моңо өҙә үҙәкте.

Ҡыр ҡаҙҙары ана ҡаңғылдаша,
Саҡыралар әллә ҡайҙарға.
Яҙҙар етһә, күңел талпыныуҙан
Менгем килә ғорур тауҙарға.

Тауҙар бейек – менеп булмаҫ инде,
Йәйәүләп тә генә йә һыбай,
Талғын ғына иҫә төньяҡ еле,
Буйым етмәҫ йондоҙ йымылдай.

***
Мамыҡ кеүек аҡ болоттар...
Осоп китер инем ултырып.
Был донъяла һин дә бар бит,
Ҡарайһың да күҙең тултырып…

Шуға күрә ҡалдым әле,
Яңғыҙыңды ташлап китмәйсә.
Мәңгелеккә үтеп булмаҫ…
Сират күп(е)рен бында үтмәйсә.

***
Нисек үттем тормош һуҡмағын –
Һәр кем тик үҙенсә баһалар…
Ул ваҡытта өнһөҙ йоҡлармын,
Тик дуҫтарым үкһеп иламаҫ…

Булманы шул минең дуҫтарым
Йөрәгемде асып һалырлыҡ.
Хәтирәләр булмаҫ йәнә лә
Һағынып та иҫкә алырлыҡ.

***
Беҙ, кешеләр, һуҡырҙар,
Киләсәкте белмәйбеҙ.
Көн үтте тип шатланабыҙ,
Ғүмер үткәнен һиҙмәйбеҙ!..
Шуғалырмы икән кешеләр
Өмөтөнә йәшәй һыйынып.
Әйтер инем, эй, кешеләр,
Йәшәйһегеҙ,
Үткәндәргә йылынып.

***
Тыңлап торҙом һандуғасты,
Моңдары уйға һала.
Хисләнеп тә күккә баҡтым
Торналар осоп бара.

Һандуғас, тим, торна кеүек
Алыҫтарға оса алмаҫ.
Тик торна ла һандуғастай
Моңландырып һайрамаҫ.

Икеһе лә бөтөн ҡоштар,
Хоҙай шулай яралтҡан.
Тик беҙ генә байғоштар –
Йондоҙ, сүкеш, ураҡтай…

Һандуғас та мәңге һайрар,
Бейек осор торналар.
Ә бына беҙ булырбыҙмы?
Елербеҙме юрғала?

***
Уҙа китеп маҡтамағыҙ:
Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
Хисегеҙҙе һаҡлағыҙ һеҙ:
Ул иҫкермәй, тик туҙа.
Сәскәләрҙән-сәскәләргә
Күбәләк оса-ҡуна.
Ғүмеркәйҙәр бик тиҙ уҙа –
Күңелем шуға тула.






Вернуться назад