Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА: “Республикаға 80 йыл хеҙмәт иткән институтты һәр кем һанларға тейеш”22.03.2012
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА: “Республикаға 80 йыл хеҙмәт иткән институтты һәр кем һанларға тейеш”Республиканың, башҡорт халҡының милли хазинаһы булған Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бөгөнгө хәле нисек? Юбилей йылын ул ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Институттың директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА менән әңгәмәбеҙ, нигеҙҙә, ошо хаҡта.

“Донъяла бындай һүҙлек берәү!”

— Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы, 80 йыллыҡ юбилей — ҙур дата. Уны һеҙҙең коллектив ниндәй кәйеф менән ҡаршыланы?
— Дөрөҫөн әйткәндә, әлегә алда башҡарылып бөтөлмәгән күп эш тора, шуға ла байрамды ваҡытлыса “онотоп торорға” тура килде. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлындабыҙ. Алла бирһә, июнгә эшебеҙҙең бер өлөшө күҙгә күренәсәк — байрам үткәреүҙе шул ваҡытҡа ҡалдырҙыҡ. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күргәндә генә байрам йәмле була бит ул.
— Күреүемсә, алдығыҙҙа өр-яңы китап — “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”нең беренсе томы ята. Был хеҙмәттең күләме ниндәй буласаҡ һәм уның үҙенсәлеге нимәлә?
— Ул 10 томлыҡ буласаҡ, әле беренсеһен сығартыу бәхетенә өлгәштек. 27 мартта “Китап” нәшриәтенән икенсе томды аласаҡбыҙ. Тағы ла дүртәүһенең ҡаралама варианты әҙер — был биш йыллыҡ эшебеҙҙең һөҙөмтәһе. Әле башҡа томдарҙы яҙыу менән шөғөлләнәбеҙ.
“Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н сығартыуға рөхсәт алыуы, әлбиттә, еңел булманы. Бының өсөн тәүҙә төрлө чиновниктарға ғына түгел, хатта ҡайһы бер ғалимдарға ла күп нәмәне аңлатырға тура килде. “Һеҙ Рәсәйгә ҡарайһығыҙ”, “һүҙлек күп сығарылды” кеүек сәбәптәр менән хаттарымды кире борорға тырыштылар. Былтыр, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында, Президент Рөстәм Хәмитов “Һүҙлек кәрәк!” тип яҙып сығарғас ҡына, эш алға китте. Йыл һайын ике томды сығарып, проектты 2016 йылда тамамларға тигән план ҡабул ителде.
Ә академик һүҙлектең файҙаһы ифрат ҙур буласаҡ. Иғтибар итегеҙ: унда һәр һүҙҙең аңлатмаһы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелгән. Баш һүҙ иһә — башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрендә. Тимәк, был хеҙмәтте “Башҡорт теленең аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлеге” тип иҫәпләргә лә мөмкин. Донъяла бер ул бындай һүҙлек!
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА: “Республикаға 80 йыл хеҙмәт иткән институтты һәр кем һанларға тейеш”Китапты дүрт телдә сығарыуыбыҙҙың мәғәнәһе нимәлә? Беренсенән, был — академик һүҙлек, унан ғалимдарыбыҙ файҙаланасаҡ. Беҙҙекеләр генә түгел, сит илдекеләр ҙә. Мәҫәлән, инглиз ғалимының башҡорт һүҙҙәре менән ҡыҙыҡһынып китеүе бар. Ә был ифрат отошло: беҙгә бит телебеҙҙе, милләтебеҙҙе донъя кимәленә сығарырға, уның ниндәй бай, үҙенсәлекле икәнлеген күрһәтергә кәрәк.
Икенсенән, академик һүҙлек йәш быуын өсөн дә файҙалы буласаҡ. Уларҙың күбеһе туған телен яҡшылап белмәй. Башҡорт һүҙен урыҫса, инглизсә төшөнсәһе менән сағыштырып өйрәнгән хәлдә, был йәһәттән алға китеш мотлаҡ буласаҡ тигән ышаныстабыҙ. Был һүҙлекте өйрәнеү урта, өлкән быуынға ла ҡамасауламаҫ — әйтәйек, “баш” һүҙенең 32 мәғәнәһе барлығын белгән кеше арабыҙҙа, моғайын, бик үк күп түгелдер, тип уйлайым.
Йәш сағында әсә телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булмаған йә иһә, уны һанға һуҡмайынса, урыҫса һөйләшеп үҫкән кеше өлкәнәйә килә барыбер асылына ҡайта. Һүҙҙәрҙең аңлатмаһы ла, тәржемәһе лә булған хеҙмәтебеҙ уларға ла башҡорт телен өйрәнеү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Һәм, әлбиттә, һүҙлегебеҙ журналистар, уҡытыусылар, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә лә кәрәк булыр, тип уйлайым.
— Тимәк, киләсәк өсөн ифрат кәрәкле эш...
— Эйе, ошо ниәттә, һүҙлеккә әлеге тел байлығыбыҙҙы бөртөкләп тиерлек йыйып, барыһын да индерергә тырышабыҙ. Төрлө һөйләш, диалект һүҙҙәрен, боронғо яҙмалағыларҙы, ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәренән үҙләштерелгәндәрҙе лә ҡалдырманыҡ. Эйе, беҙҙе аңламаусылар ҙа бар: “Нимәгә кәрәк ул кеше белмәгән, күптән онотолған һүҙ? Урыҫтыҡын ниңә алдығыҙ?” — тип дәғүә белдереүселәр булды. Элекке һүҙҙәребеҙҙе “онотһаҡ”, боронғо яҙма, ҡулъяҙма, шәжәрә, тарихи әҫәрҙәребеҙҙе нисек өйрәнербеҙ? Тарихыбыҙҙың тамырын йолҡоп ташлауға бәрәбәр. Шул уҡ ваҡытта һүҙлеккә урыҫ һүҙҙәрен алмау дөрөҫ булмаҫ ине — улар бөгөн беҙҙең тормошҡа, телгә ныҡлы үтеп инде. Мәҫәлән, веб-камера һүҙен, компьютер технологияһына ҡағылышлы терминдарҙы нисек төшөрөп ҡалдыраһың? Был сит төшөнсәләрҙең мәғәнәһен халыҡҡа еткерергә бурыслыбыҙ.
Хеҙмәтебеҙгә 1993 йылда Әкрәм Бейешев етәкселегендә әҙерләп сығарылған “Башҡорт теле һүҙлеге”н нигеҙ итеп алдыҡ. Ул — ике томда, ә беҙҙеке унау буласаҡ. Айырма ифрат ҙур. Тел үҫә, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе лә күбәйә. Был һүҙлекте төҙөгән арала ла әллә күпме яңыһы барлыҡҡа килер. Ошоно иҫәптә тотҡанда, бәлки, эшебеҙ ун томдан да ашып китер.
Ҙур һүҙлектәр кеше ғүмерендә бер генә сыға тип әйтергә мөмкин. Хатта ҡайһы бер быуынға ундай бәхет теймәй ҙә ҡала. Йәш быуын был хеҙмәтебеҙҙе киләсәктә тағы ла байытып, киңәйтеп сығарыр тигән өмөттәмен.

Ҡатмарлыҡтар, юғалтыуҙар аша — алға

— Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы, икенсе ҙур проект — “Башҡорт халҡының тарихы” тигән эшегеҙ тамамланыуға табан бара икән.
— Эйе, ете томдан торған хеҙмәтебеҙ тиҙҙән әҙер буласаҡ. Уны, конкурста еңеп сығып, 2007 йылда башлағайныҡ. Томдарҙы яҙыу, сығарыу бик ауыр барҙы. “Халҡыбыҙҙың тарихы ла шулай ҡанлы, ҡатмарлы бит”, — тип был хәлде ҡайһы саҡ шаяртыуға ла борам.
Үҙебеҙҙең институт тарихсыларынан тыш, эшкә БДУ, БДПУ, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү белгестәрен йәлеп итергә тура килде. Беренсе том 2009 йылда ун мең дана тираж менән донъя күрҙе. 2010 йылда — бишенсе, былтыр, йәғни 2011 йылда, өсөнсө, дүртенсе, алтынсы томдар сыҡты. Уларҙың барыһының да тиражы — 10 мең дана. Әле яҙылыу өҫтөндәге икенсе һәм етенсе томдар ҙа ҙур тираж менән сығыр тип ышанам. “Башҡорт халҡының тарихы” тигән хеҙмәт йыл да донъя күрмәйәсәк, шуға ул һәр китапханаға, фәнни үҙәккә барып етергә тейеш. Бының менән беҙ халҡыбыҙҙы күтәрәбеҙ. Ете томлыҡ тарихы булған милләттең бер вәкиле булыу үҙе ҙур ғорурлыҡ бит!
Ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар аша булһа ла, эште атҡарып сығып барабыҙ. Тәжрибәле белгестәребеҙҙең донъянан китеүе лә үҙен ныҡ һиҙҙерә. Мәҫәлән, Ринат Йосопов, Нәсимә Суфиянова бик иртә китеп барҙы. Дәртләнеп эшләр, тау аҡтарыр саҡтарында... Шул уҡ ваҡытта әҙер эштәребеҙҙе лә оҙаҡ сығара алмауыбыҙ күңелде ҡыра. Мәҫәлән, 36 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады”на тотонғайныҡ. Уның 13 томы донъя күрҙе, икәүһе әле “Китап” нәшриәтендә сират көтөп ята. Әлбиттә, элек беҙҙең институт ошондай 18 том сығарғайны. Әммә башҡорт халҡының ижады шул тиклем бай, ике тиҫтәгә яҡын китапҡа ғына һыйырлыҡ түгел. Әле тормошҡа ашырыла башлаған проект — 36 томлыҡ хеҙмәт милләтебеҙҙең рухи хазинаһына үҙенә күрә һәйкәл булыр ине, тим.
Әҙәбиәтселәрҙең дә үҙ проекты бар. Урыҫ телендә өс томда “Әҙәбиәт тарихы” донъя күрәсәк. Ул әҙәбиәткә яңыса ҡараш менән яҙылған. Ике томы “Китап” нәшриәтендә ята, өсөнсөһөн быйыл тапшырасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта элек сыҡҡан алты томлы “Әҙәбиәт тарихы”ның етенсеһен эшләйбеҙ. Ул да бөгөнгө әҙәбиәткә заманса ҡараш менән һуғарылған буласаҡ.

Хазинаны сит ҡулдарға бирмәйек!

— Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — милләтебеҙҙең рухи байлығын туплаусы көс. Халыҡтан йыйғанды уға кире ҡайтарыу менән дә ныҡлап шөғөлләнәһегеҙ. Хазиналарҙы туплау эше бөгөн дауам итәме?
— Экспедицияларға йыл да сығабыҙ. Олатай-өләсәйҙәренән ҡалған изге ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлаусыларҙың күп булыуы һөйөнөслө. Иҫтәлекте бирергә теләмәйҙәр икән, ҡулъяҙмаларҙың күсермәһен эшләтеп алабыҙ. Боронғо китаптарҙы һатып бирергә риза булыусылар ҙа осрай. Ошо урында милләттәштәремә шуны әйткем килә: зинһар өсөн, өйөгөҙҙә һаҡланған йә иһә телдән телгә күсеп килгән халыҡ хазиналарын һораған һәр кемгә бирергә, еткерергә ашыҡмағыҙ! Ярай әле, республикабыҙҙың уҡыу йорттарына, музей, архивтарға тапшырһағыҙ, ә бит байлығыбыҙҙың бөтөнләй икенсе ҡулдарға эләгеүе лә бар. Мәҫәлән, заманында күрше республиканан килеп, беҙҙең төньяҡ-көнбайыш райондарҙан байтаҡ шәжәрә, ҡулъяҙмабыҙҙы йыйып алып киткәндәр. Беҙ бөгөн уларға, әлбиттә, хужа түгел. Ярай, улары иҫке төрки телендә яҙылған. Ә бына бер автор өс томлыҡ “Балалар халыҡ ижады”н баҫтырып сығарҙы. Баҡтиһәң, ул мәғлүмәтте үткән быуатта беҙҙең Баймаҡ, Йылайыр райондары буйлап йөрөп йыйып алған. Китапта “Һаҡмарҙағы һары айғыр” тигән һүҙҙәр булыуға ҡарамаҫтан, был әҫәрҙәр хәҙер башҡа халыҡтыҡы булып йөрөй.
Халыҡтан хазина йыйыуҙы ҙур теләк менән башҡарабыҙ. Экспедицияға, командировкаға сығырлыҡ, ҡомартҡы, ҡулъяҙма һатып алырлыҡ аҡсаны, әлбиттә, үҙ көсөбөҙ менән табырға тура килә. Төрлө грантҡа, программаға үткәрелгән конкурстарҙа даими ҡатнашабыҙ. Фольклор, этнография экспедицияларынан алып ҡайтылған мәғлүмәтте тиҙ арала китап итеп баҫтырырға тырышабыҙ. Алдан әйткәнемсә, башҡаларҙан алдараҡ өлгөрөр өсөн! Йоҡа тышлы китаптарҙы үҙебеҙҙең институтта ла баҫтыра алабыҙ — 75 йыллыҡ юбилейыбыҙға республика бәләкәй типография бүләк иткәйне. Ошо уҡ байрамда “Патриот” автомобиленә лә эйә булдыҡ. Ул экспедицияға йөрөү өсөн бик ҡулай. Республика етәкселегенең хәстәрлеге менән институттың өс бүлмәле фатиры бар. Әле унда йәш хеҙмәткәрҙәребеҙ йәшәй. Иғтибар булһа, дәрт-дарман да арта — ошо ярҙамдан һуң күпме эш башҡарҙыҡ!

Боронғо яҙмаларҙы өйрәнерлек белгес юҡ


— Барлыҡ институт хеҙмәткәрҙәре менән тағы ла бер проектҡа тотонмаҡсыһығыҙ икән.
— Эйе, быйыл, “Башҡорт халҡының тарихы”н тамамлағас, “Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте” тигән хеҙмәтте башларға ниәтләйбеҙ. Ул ете томлыҡ булыр, тип уйлайым. Ете — башҡорттоң изге һаны. Был хеҙмәттә Шүлгән мәмерйәһендәге һүрәттәрҙән алып бөгөнгө көнгә тиклемге барлыҡ рухи-мәҙәни байлығыбыҙ урын аласаҡ. Тарих, тел, әҙәбиәт, этнография, фольклор, археологик ҡомартҡылар хаҡында мәғлүмәттәр ҙә инеп китер. Бындай хеҙмәт Ҡытай мәҙәниәте буйынса бар. Шуны күреп, беҙгә лә ошондай китап кәрәк тип, күптән дәртләнеп йөрөйөм. Әлбиттә, беҙҙә Ҡытайҙағы кеүек боронғо мәғлүмәт күп һаҡланмаған — уларҙың элек-электән яҙмаһы булған. Шулай ҙа беҙҙең ауыҙ-тел ижадыбыҙ ифрат бай, улар буйынса ла эшләп була, тип уйлайым. Алла бирһә, был хеҙмәткә киләһе йылдың башынан тотонорға иҫәп.
Шуны ла әйтеп үткем килә: әле беҙҙең халыҡ тураһында әллә күпме асылмаған сер һаҡлана. Мәҫәлән, 2007 йылда, “Башҡорт халыҡ тарихы”н яҙғанда, үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр, эшкә йәлеп ителгән ғалимдар менән 72 ҡалала булдыҡ, яҡын-тирә республикаларҙы, Төркиә, Германия, Венгрияны урап сыҡтыҡ. Шунда йыйылған архив материалын күреп, әле халҡыбыҙ хаҡында бихисап мәғлүмәт барлығына инандыҡ. Уларҙы йыйып, әйләнешкә индереү өсөн әллә күпме быуындың тырышып хеҙмәт итеүе кәрәк булыр. Эште оҙаҡҡа ла һуҙырға ярамай, сөнки архив материалдарының юғалыуы, таушалып, тарҡалып юҡҡа сығыуы бар.
— Һеҙҙең институтта ла ҡулъяҙмалар һәм иҫке китаптар фонды эшләй. Ундағы барлыҡ материал да эшкәртелеп бөтөлгәнме?
— Фондта ете мең тирәһе ҡулъяҙма һәм иҫке китап бар. Әле уларҙың 20 проценты ғына эшкәртелеп әйләнешкә ингән. Ә 80 процент мәғлүмәт шул килеш ята. Ни өсөн? Уларҙың барыһы ла ғәрәп графикаһында яҙылған. Ярай, сит ил, төбәк архивтарындағы материал урыҫ телендә, уны һәр тарихсы тиерлек өйрәнә ала. Ҡөрьәнде лә күп кеше уҡый, сөнки ул китап хәрефтәре менән яҙылған. Ә ҡулъяҙманы аңлар өсөн ғәрәп теленең яҙыу графикаһын, айырым кешенең яҙыу рәүешен төшөнгән белгес кәрәк. Ә беҙҙә ундайҙарға ҙур ҡытлыҡ. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Көнсығыш телдәре кафедраһының асылыуы был йәһәттән отошло. Әммә унда әле эш башланып ҡына тора. Кафедраға ла ғәрәп, фарсы телдәре, боронғо яҙмалар, ҡулъяҙмалар буйынса юғары квалификациялы шәрҡиәтселәр талап ителә. Барыһын да кадрҙар хәл итә — һәр урында шулай. Был киҫкен мәсьәлә менән көн дә тиерлек осрашам. Иҫке төрки, ғәрәп, фарсы телдәренән яҡшы белгестәр булһа, институтта улар өсөн махсус бүлек тә асыр, баяғы эшкәртелмәй ятҡан материалды бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ әйләнешкә индерер инек.
Эйе, белгестәр етешмәй. Шуға ҡарамаҫтан, Риза Фәхретдинов, Ғәбиҙулла Кейеков һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрен сығарып торабыҙ. Был эштәрҙең барыһы ла әҙәби телебеҙҙең булғанлығын, ата-бабаларыбыҙҙың уҡымышлылығын иҫбатлай. Башланғысыбыҙ, әҙәби телебеҙ үткән быуаттың 20-се йылдарында ғына барлыҡҡа килгән тип раҫларға тырышыусыларҙың яңылыш фекерен юҡҡа сығарырға ла булышлыҡ итер, тип ышанам.
Томография тамырҙарыбыҙҙы эҙләйәсәк
— Ошоға оҡшаш тағы бер проектығыҙ бар — урындарға барып, Интернет аша һөйләштәрҙе өйрәнә башлағанһығыҙ.
— Эйе, милләтебеҙгә бәйле барлыҡ сығанаҡты (ҡулъяҙмаларҙы ғына түгел, халыҡ ижадын, һөйләштәрҙе, диалекттарҙы) йыйып, баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнәбеҙ. Өлгөрөп ҡалмаһаҡ, улар юҡҡа сығасаҡ. Мәҫәлән, һин бөгөн, Бөрйәнгә ҡайтып, боронғо бөрйәнсә һөйләшкән йәш кешене таба алаһыңмы? Юҡ. Һүҙҙәр онотола, хатта интонация үҙгәрә. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, балаларҙың олатай-өләсәй тәрбиәһен күрмәй үҫеүенә ҡайтып ҡала. Хәҙер бит ҡалала ғына түгел, ауылда ла күп йәш ғаилә ата-әсәһенән айырым йәшәргә тырыша. Тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлә. Шунлыҡтан диалект та юғала бара. Тап ошо проблема милли сығанаҡтарыбыҙҙы йыйырға ынтылыш бирҙе.
— Был йүнәлеш нисек тормошҡа ашырыла?
— Эште үҙемдең тыуған төйәгемдән — Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан башланым. Былтыр йәй унда Санкт-Петербург ғалимдары бер айлыҡ экспедицияла булды. Улар урындағы халыҡтың һөйләшен Европа телдәре менән сағыштырып өйрәнә башланы, быйыл тағы ла баралар. Был беҙгә ни өсөн кәрәк? Донъяуи киңлеккә сығып, фәнни мөхиткә эләгеү мөмкинлеге асыла! Шуға күрә, Рәхмәт халҡыныҡы кеүек үк, башҡа ауылдарҙың ҙа телен өйрәнеп, теркәп ҡалыу мөһим. Әле — телебеҙ үҫешенең бер осоро. Был мәл бүтән ҡабатланмаясаҡ, уны тарихҡа индереп ҡалырға кәрәк. Ошо ниәттә, милләттәштәребеҙҙән урындағы һөйләш хаҡында мәғлүмәт ебәреүен үтенеп, Интернет селтәрендә һораулыҡ та бирҙек. Йөҙҙән ашыу уҡытыусынан яуап килде. Ошолай төрлө алым менән тупланған материалдан китап әҙерләп сығарһаҡ, милләтебеҙ, телебеҙ өсөн ниндәй ҙур эш булыр ине!
Телебеҙҙе өйрәнеү маҡсатында Новосибирск ҡалаһының ғалимдары менән дә эш алып барабыҙ. Улар телмәр аппараты үҙенсәлектәрен магнит резонанс томография (МРТ) ярҙамында өйрәнә һәм шул юл менән телдең тамырҙарын эҙләй. Мәҫәлән, бүрәт телен тикшергәндәр. Һөҙөмтә шуны күрһәтә: борон был халыҡ көнсығыш һәм көнбайыш төркөмгә бүленгән. Көнбайыш бүрәттәр төрки телле булған, әммә тора-бара телдәре юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн иһә улар — тәбиғи бүрәт халҡы.
Беҙҙә лә бит бәхәс күп. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә, башҡорттар — һинд-европа, икенселәрҙең иҫбатлауынса, — фин-уғыр, өсөнсөләр раҫлауынса, — төрки тамырлы халыҡ. Инглиздәргә яҡынлығыбыҙҙы ла күрһәтергә тырышыусылар бар. Был бәхәскә нөктә ҡуйыу өсөн төплө дәлилдәр кәрәк. Ошо маҡсатта беҙ былтыр Новосибирскиҙан эксперименталь фонетика буйынса белгес саҡыртып алдыҡ. Алдан әйтеп үтеүемсә, улар телмәр аппаратын магнит резонанс томография ярҙамында өйрәнә. Был — объектив алым. Ситтән килгән белгес беҙҙең бер нисә хеҙмәткәр менән байтаҡ ауылда тикшеренеү үткәрҙе. Аҙаҡ институттан дүрт кеше (һөйләштәре төрлө диалектҡа ҡарағандарҙы һайланым) Новосибирскиҙа булды. Уларҙың телмәр аппаратын МРТ ысулы менән тикшерҙеләр. Һөҙөмтәләрен 2012 — 2014 йылдарҙа алырбыҙ һәм китап итеп сығарырбыҙ, Алла бойорһа. Быйыл көнсығыш диалект буйынса мәғлүмәт әҙер буласаҡ тип өмөтләндерәләр.
— Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы, Һеҙ етәкселек иткән институт республикабыҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ өсөн ифрат ҙур эш башҡара. Әммә изге хеҙмәтегеҙҙе заман еле лә урап үтмәйҙер?
— Әлбиттә. Заманға яраҡлашмайынса булмай. Менеджерға ла әйләнергә тура килә. “Үтемле тауар” эшләргә тырышабыҙ. Төрлө сарала китап-дәреслектәрҙе һатыуға алып сығыу ғәҙәтебеҙгә әйләнде. Һораған кешеләрҙең шәжәрәһен төҙөп бирәбеҙ.
Әммә, заман ниндәй генә үҙгәрешкә дусар итмәһен, һәр етәксе республикаға 80 йыл хеҙмәт иткән, уның дәүләтселегенә нигеҙ һалған институттың төбәк өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлап, уға ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торорға тейеш тигән фекерҙәмен. Быны һәр ерҙә әйтә киләм. “Ете томлыҡ тарихы, ун томлыҡ һүҙлеге, 36 томлыҡ халыҡ ижады бар — ниндәй бай, бөйөк икән башҡорт халҡы!” — тип һәр ерҙә һоҡланһындар өсөн тап ошо берҙәмлек кәрәк.
Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад