Ҡояшлы әле көҙҙәрем07.10.2016
Ҡояшлы әле көҙҙәремГөлфиә ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры


Талҡаҫта таң

(Этюд)

Көн килерен хәбәр итә
Көнсығышы алланып.
Аҡ тулҡындар сутылдаша
Таң нурында наҙланып.

Тау итәге ҡыуаҡлыҡтан
Ҡоштар моңо ағыла.
Ялтлап торған һыу өҫтөндә
Туп-тулы ай сағыла.

Ҡармаҡ тотҡан ҡыҙ һәм егет
Бер кәмәлә сайҡала.
— Бына беҙ, ҡармаҡлағыҙ! — тип,
Балыҡтар ҡарпып ҡала.

Ғашиҡтар күптән онотҡан
Күлдәге был балыҡтарҙың
Донъяла барлыҡтарын.
Улар эләктергән инде
Үҙ алтын балыҡтарын.


Тура юл юҡ урманда

Шомландыра, ҡурҡындыра
Ҡараңғы урман эсе.
Шырлыҡтан сығыр юл эҙләп,
Үрһәләнә бер кеше.

Ашыға, ҡыҙыҡһындырмай,
Борғоланған һил һуҡмаҡ.
Бөгөн минең дә хәлдәрем
Шул юлсыныҡы һымаҡ.

Тиҙерәк асыҡлыҡ кәрәк, тип
Йөрәктең яныуҙары.
Тик урманда тура юлды
Ай-һай шул табыуҙары.


Хат-сәскә

Семәр һандыҡ тулы һөйөү хаты,
Кемдәрҙеңдер наҙлы хистәре.
Тетрәндергес йөрәк һүҙҙәренән
Һарғайғандыр ҡағыҙ биттәре.

Уҡыйым, тип алдым тәүге хатты,
Конвертынан төштө күк сәскә.
Хистәр хистәр көйө ҡалды микән,
Бәйләндеме икән сәс сәскә?!

Һөйөү хатындағы кипкән сәскә
Үҫеп ултырғандан терерәк.
Балҡып торғанынан ул серлерәк,
Әйтер һүҙ ҡеүәһе күберәк.

Етте микән сәскә адресатҡа,
Уйландырҙы икән кемдәрҙе?
Әммә бөгөн килеп ҡужғытты ул
Нисә йылдар инде күңелемдә
Ойоп ятҡан ҡуҙлы көлдәрҙе.

Ябып ҡуйҙым әле һандыҡты ла, —
Ниңә кәрәк уҡыу һәр хатты.
Был биттәргә ниҙәр яҙылғанын
Кипкән сәскә инде аңлатты.


Холоҡһоҙға сиктәр юҡ

Холоҡһоҙҙо яратмайҙар,
Ләкин унан ҡурҡалар,
Шуға танышлыҡ ептәрен
Икеләнмәй ҡырҡалар.

Тик ҡасып ҡотолоу ауыр,
Барыбер эҙләп таба.
Аҡыл-кәңәш бирәм, тиһәң,
Ауыҙыңды тиҙ яба.

Иман, намыҫ, йәлләү, һөйөү
Уға сит-ят төшөнсә.
“Ҡырҙым”, “еңдем”дәрҙе генә
Төшөнә ул, төшөнһә.

Бик еңел тағырға әҙер
Яҙмышыңа нахаҡты.
Ҡара бит, тип ныҡыша ул,
Күрә-тора ап-аҡты.

Уның холоҡһоҙлоғона
Ҡайтарып булмай яуап,
Шуны белеп шашына ул,
Тормай оялып, аяп.

Ҡул һелтәп тә йәшәү ҡыйын,
Ҡара эсле, үсле ул.
Ошо сифаттары менән
Барыбыҙҙан көслө ул.


Йәшлек хатаһы

— Юҡ-бар, эштәр, ығы-зығыларҙа
Әрәм үткән йәшлек минуттарым.
Башҡа һыймай, алтын ваҡыттарҙы
Һанламаған ҡай бер ҡылыҡтарым.

— Йыуатмайым, сөнки бер кемгә лә
Сит-ят түгел үкенесле хисең.
Йылдар кәрәк бит ул, туғанҡайым,
Минут ҡәҙерҙәрен белеү өсөн.


Тыуған көндә

Яҡты донъяға килтергән
Сентябрь — минең айым.
— Кил, кил! — тип саҡырып тора
Дим ярында бер ҡайын.

Яратҡан ағасым көткәс,
Йүгерәйем, барайым.
Йәшел, йәшел, йәшел, һары —
Япраҡтарға ҡарайым.

Йыл буйына кисерелгән
Һағыштыр — һарылары.
Йәшелдәре — шатлыҡ булып,
Хәтерҙә ҡалырҙары.

Шөкөр, йәшеле күберәк
Тоҡ тултырып йыйырлыҡ.
Һарылары, күп тигәндә,
Ҡуш усыма һыйырлыҡ.

Ҡояшлы әле көҙҙәрем,
Япраҡлы әле ағас.
Ниҙәр уйлап йыуанырмын,
Ағасты ҡар һарығас?


Әҙәм вә Һауа

Яңғыҙ Әҙәм — тәү атабыҙ
Шәп асыш уйлап тапҡан:
Бер ҡабырғаһын һындырып,
Үҙенә йәр яратҡан.

Ике ҡатын кәрәк булһа,
Йә әҙһенһә Һауаһын,
Һис кенә йәлләмәҫ ине
Тағы бер ҡабырғаһын.

Бер Әҙәмгә тик бер Һауа,
Булғандыр шулай тейеш.
Ҡалһын мәңге шул килеш:
Ир-ҡатындың берлегенән
Дауам итә йәшәйеш.


Илһам килгәс...

Көтмәгәндә илһам алып,
Килде быйылғы көҙҙәр.
— Өйөнә еткәс, йүгергән —
Һин түгелһеңме? — тиҙәр.

Ашыҡмаһаҡ та, ҡайтылыр
Мәңгелек өйөбөҙгә.
Был яҙмыштан азат түгел
Донъяла беребеҙ ҙә.

Яҙылғанда яҙайым да,
Янылғанда — янайым.
Хәлем барҙа, рәхәтләнеп,
Йүгереп тә ҡалайым.

Өйгә еткәс, йүгерһәм дә
Туҡтағы килмәй әле.
Өйҙө нисә урарымды
Бер кем дә белмәй әле.
Асыҡ, ябыҡ ишектәр

Аяҡ тибеп ингән саҡтар булды,
Кешеләргә ярҙам хаҡына,
Рәхмәт әйтәм, хәлде аңлап торған
Ул осорҙоң түрә халҡына.

Хәҙер инде эштәр башҡасараҡ,
Сараһыҙлыҡ быуа, шаңҡыта.
Ниндәй генә маҡсат хаҡына ла
Ишек асып булмай шаҡып та.



Европаға ишек кәрәк!

Петр Беренсегә рәхмәт инде,
Беҙҙән Европаға тәҙрә асҡан.
Рәхәтләнеп ҡара, күҙәт хәҙер,
Еткән саҡлы күҙәткәнгә аҡсаң.

Тик тәҙрәнән аралашып булмай,
Ул бит стеналағы тишек кенә.
Ниңә тәҙрә тишеп маташҡансы,
Асмағандыр Петр ишек кенә.



Картуф мажараһы

Баҙарҙарҙан ҡайтып киләм әле,
Ғәрлегемдән алйып, уттар йотоп,
Океан өҫтәренән осоп килгән
Өс-дүрт кило һары картуф тотоп.

Булғаным бар картуф сәскән илдә,
Сәйәхәткә хәҙер юлдар асыҡ:
Тынды ҡурыр зәһәр ҡайнар елдән
Сатнап ята ташлы һарғылт балсыҡ.

Ошо ер тип, талаш-тартыш тынмай,
Һауаларҙы яра шартлау-тауыш.
Был ерҙәрҙә үҫә беҙгә тигән ризыҡ,
Әле шуны алып ҡайтып барыш.

Күҙ алдымда баласағым көҙө,
Картуф сығарабыҙ, гөрләй баҫыу.
Ҡайҙа баҡма: эре-эре тоҡтар,
Картуфтары аҡ та, ҡыҙыл, алһыу.

Кемдер усаҡ яҡҡан, картуф өтә,
Танауҙарҙы наҙлай тәмле еҫтәр.
Уңыштар мул, күңелдәр көр, һиллек...
Йыраҡ ҡалды инде ул бәхетле кистәр.

...Баҫыуҙарҙың тағы ҡыҫыр ҡалған
Тупрағында ысыҡ ем-ем килә.
Эй, еркәйем,
Әллә илай инде үҙен йәлләп,
Әллә инде шулай күҙ йәш менән
Беҙҙең тиңһеҙ йүнһеҙлектән көлә.


Ялҡау закондар

Магазинға инһәң, хаҡтар саға,
Эштә ҡыҫҡарталар, юҡ бер сара,
Пенсия аҙ, етмәй торлаҡ өйҙәр.
— Ниңә шулай? — тиһәң, яуап әҙер:
— Закондар һуң, эшләмәй бит, — тиҙәр.

Ятмаһындар түрҙә, ҡан илатып,
Уңған илдәштәрҙе, яҡындарҙы,
Шыҡырҙатып ҡыҫҡартырға кәрәк
Ата ялҡау, йүнһеҙ закондарҙы.



Яңы буйҙаҡ шатлығы

— Әллә нисә өйләнеп тә,
Ниңә яңғыҙһың һаман?
— Ҡабат өйләнмәҫкә иҫәп,
Ҡатындар хәҙер яман.

Һәйбәттәре туҡмап китте,
Хөрттәрен мин ташланым.
Димләмәй тор: саҡ кешесә
Йәшәй генә башланым.


Рәнйемәһен сабыйҙар

Әрнеү, рәнйеү, тетрәнеүҙән
Код-бомба ала бала.
Күңеленән юйылһа ла,
Йән һәм ҡанында ҡала.

Онотоп, йылдар үткәс тә,
Сығыуы мөмкин бәреп.
Яҙмышын, килер йылдарын
Ҡуйыуы бар түңкәреп.

Код-оңҡот бәпестәрен дә
Эҙәрләп табыуы бар.
Уларҙың тормошона ла
Шартлатҡыс һалыуы бар.

Күҙгә күренмәҫ ҡоралдың
Көткәнсе яралауын,
Үҙ мәлендә табыу кәрәк
Сабыйҙарҙы рәнйетеүҙе,
Әрнетеүҙе, тетрәтеүҙе
Булдырмау сараларын.


Мөхәббәт шиғырҙары

— Ниңә, әсәй, йәшлек шиғырҙарың
Шат хистәрҙән балҡый, уйнай, көлә.
Уларҙы бит уҡып сыҡҡан һайын,
Яңы һөйөү йыры яҙғы килә.

Ә бит әле, автор бер булһа ла,
Шиғырҙарың уйсан, һағыш тулы.
Алсаҡ һөйөү йыры һайлау ҡыйын, —
Тип аптырай композитор улым.

— Эй, улҡайым, йәш йөрәктең генә
Хистәре лә була, ярһыу, алһыу...
Бер саҡ беҙҙең күңел торошобоҙ
Яҡынайыр әле: шул яманһыу.


Был тойғо

Был тойғо — ҡәҙерле, саф, йылы,
Был тойғо — иң дәртле, иң моңло,
Был тойғо — бейетә, йырлата,
Был тойғо — көлдөрә, илата,
Был тойғо — йөрәктә таң атыу,
Был тойғо — иң изге яратыу —
Тыуған йортоңа әйләнеп ҡайтыу.


Их, донъя!


Аҡ, тип йөрөтөлгәс үҙе,
Аҡ булһын ине донъя.
Ул әйләндерә ғүмерҙе
Аҡ-ҡаралы уйынға.

Изгелектәр, күп осраҡта,
Яуызлыҡ менән йәнәш.
Ҡайғы, мәкер, хыянаттар,
Аҡ бәхеткә эргәләш.

Аҡтан-аҡ булғы килә лә,
Был маҡсат бирмәй уңыш.
Фәрештәләй йәшәр өсөн,
Ожмах түгел шул тормош!



Даръя туғаным

Даръя һыуын һоҫоп устарыма,
Һирптем биттәремә, сәстәремә.
Тәнем, йәнем рәхәт һулыш ала,
Рәхмәт әйткән һымаҡ хәстәремә.

Саф тамсылар һеңгәс минең тәнгә
Туған булды инде хәҙер даръя.
Ҡараштарым менән һөйөп, наҙлап,
Яҡын итеп ҡарап торам ярҙа.



Илһам ҡошо

Шиғырҙар нисек яҙыла,
Ҡайҙан алына илһам,
Ниҙәр кисерәһең? — тиҙәр, —
Илһам килгәнен тойһаң?

Яҙҙарымды йәйгә ялғап,
Көҙҙәремә — ҡышымды,
Донъя буйлап сығып киттем
Эҙләп илһам ҡошомдо.

Бейей-бейей осоп уҙҙым
Йондоҙҙар араһынан.
Күңелдәрем ҡанатланды
Күк-йыһан тарафынан.

Тарих төпкөлдәрен байҡап
Күтәрелдем тауҙарға.
Уттар кистем, хәсрәт эстем,
Ҡанһыраным яуҙарҙа.

Атайсалда йөрәкһенеп,
Уралдым томандарға.
Шишмәләрҙән һыуҙар эстем,
Һоҡландым урмандарға.

Мөхәббәттән һағышлана
Бер турғай ҡайынҡайҙа.
Ниңә һаман күренмәйһең,
Илһам ҡошом, һин ҡайҙа?

— Мин бында! — тип йөрәгемдән
Тауышы килә ҡоштоң, —
Һин уйланып донъя гиҙҙең,
Мин хистәргә тулыштым.

Тетрәндереп, дәртләндереп,
Моңландырып, уйландырып,
Эй, һайрай илһам ҡошо.
...Фекер менән хис ҡауышһа,
Шиғыр тыуғаны — ошо.


Вернуться назад