Нәҫелемде ҡоротмам07.10.2016
Беҙҙең нәҫел Хужабиргән тигән кешенән таралған. Мин ошо заттың бер улымын, һәм бурысым – нәҫел ебен өҙмәй, уны ҙур хөрмәт менән дауам итеү.

Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филоло­гияһы факультетының I курсында уҡып йөрөйөм. Маҡсаттарыма, тор­мошҡа ҡарашыма килгәндә, мин ғорурлыҡ менән туған телемде өйрәнәм, һәр ваҡыт киләсәккә ҡарап йәшәйем. Ғаилә ҡороп, илемә кә­рәкле, аҡыллы ул-ҡыҙҙар үҫтереү теләгендә янам. Һәм, әлбиттә, ата-бабаларым васыят иткән тыуған ергә тоғро ҡалып, телемә һәм милләтемә хеҙмәт итергә ниәтләйем.
Был юҫыҡта ҡартәсәйем Рауза Ибраһим ҡыҙы Яхина өлгө булып тора. Бәлки, сәйер тойолор, әммә мин был донъяға килгәндә, ул мәрхү­мә булған. Шулай ҙа атайымдың, ауылдаштарымдың һөйләгәндәренән уның хаҡында күп мәғлүмәт тупланым.
Рауза Ибраһим ҡыҙы 1926 йылда яҡты донъяға килә. Бала сағы илде коллективлаштырыу, ауыр золом йылдарына тап була. Ун йәшенән малсылыҡта көс түгә, һуғышҡа китеп бөткән ир-аттар урынына эшкә егелә. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа уның да булышлығы бар тиһәм, һис яңылыш булмаҫ. Һуғыш бөткәс, илдә тыныс­лыҡ урынлашҡас, ҡартәсәйем тормош иптәшен – ҡартатайымды осрата. Әле генә һуғыштан ҡайтҡан егет, Зәйнә­ғәбдин Хужабиргәнов, аҡыллы, тырыш, эшһөйәр ҡыҙҙы шунда уҡ оҡша­та һәм яусылар ебәрә. Улар өйлә­нешә. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы ун бала донъяға килә. Алты малай, дүрт ҡыҙ... Уларҙы тәрбиәләү еңелдән булмай һәм йәш ата-әсә бер нисә урында эшләй башлай. Ең һыҙғанып донъя көтә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайым һуғыш йәрәхәттәре һөҙөмтәһендә ауырыуға һабыша. Күп кенә дауаха­наларҙа, шифаханаларҙа ятып сыға, әммә яу бәләһе үҙенекен итә: ҡартатайым 1968 йылдың йәйендә донъя ҡуя. Ҡартәсәйем ун бала менән тол ҡала...
Ҡартәсәй, яҙмыштың әсе-сөсөһөн татып өлгөргән кеше булараҡ, ауыр­лыҡтарға бирешмәй. Сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ауыл көтөүен көтә, хат ташыусы булып эшләй. Ике ауылға ла хаттарҙы үҙ ваҡытында еткерергә тырыша. Бар яҡтан да өлгөрә. Ул шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад итә. Йор һүҙгә маһир ҡарт­әсә­йем район үҙәгендә, һабантуйҙарҙа үткән бер генә сәсәндәр бәйгеһен ҡалдырмай. Ауылдаштары уны хөр­мәт итеп хатта “Сәсәниә апай” тип йөрөтә.
Бына шундай кеше була ҡартәсә­йем. Балалары уны оло аяныс менән 1994 йылдың шаҡай айында һуңғы юлға оҙата. Мин ҡартәсәйем менән ғорурланам һәм уны хөрмәт итәм... Бына ошондай кешеләр күберәк булһын ине илебеҙҙә. Шул саҡта, һәр кеше тырышып алға ынтылғанда, оло маҡсаттар ҡуйып, шуларға ашҡынғанда, бөйөк башҡорт рухы һүнмәйәсәк, көсө алыҫ-алыҫтарға илтәсәк.




Вернуться назад