Ҡалай рәхәт өләсәйле булыу!07.10.2016
Ҡалай рәхәт өләсәйле булыу! Өләсәйҙәр элек-электән милләт киләсәгенең һағында тора. Йәмғиәттә мәктәптәр системаһы уйлап сығарылғанға тиклем үк йәш быуын өләсәй тәрбиәһендә үҫкән. Ваҡыт уҙа, заманалар үҙгәрә килә, өләсәйҙәр мәктәбенә мохтажлыҡ юғала түгел, ә, киреһенсә, арта ғына. Сәбәбе лә ябайҙарҙан-ябай: күптәр саң ҡағырға яратҡанса, милли үҙаңыбыҙҙы юғалтыу сигендәбеҙ икән, балала тап ошо һыҙатты һаҡлап ҡалыусы өләсәйҙәр етмәй йәмғиәтебеҙгә.


“Ә ҡайҙа булып бөткән өлә­сәйҙәр?” тигән һорау тыуыр күптәрҙә. Бөтмәгән. Бар улар. Аҡыллы, зирәк, инсафлы, иманлылар, әммә тап ошондай өлә­сәйҙәрҙең кәмеүе уйландыр­ғаны бармы һеҙҙе? Биологик яҡтан әсәйҙең әсәһе тип һа­налған ҡатын-ҡыҙ заттары күп­тер ҙә, ә шуларҙың ара­һында ейән-ейәнсәрҙәренә төрлө әкиәттәр, ҡарһүҙҙәр һөйләгән, ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен яҡшы белгәндәр ҡай­ҙа ла балаларын, ейәндәрен тәүфиҡлы, иманлы булырға өндәгәндәр ҡайҙа? Үҙенән һуң килгән быуын вәкилдәрендә бәләкәй саҡтан илһөйәрлек рухы уятҡандар ҡайҙа?
Ниндәй ҙә булһа мәсьәләнең сисеү юлдарын табыу өсөн уны тамырҙарына төшөп ҡарау зарур. Был осраҡта, милли рухлы, лайыҡлы өләсәйҙәрҙең әҙ булыу сәбәбен ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше әсәлек бурысын ниндәй кимәлдә үтәүенә бәйләп ҡарарға кәрәктер.
“Тик яҡшы әсәйҙәрҙе генә өләсәй дәрәжәһенә үрләтәләр” икән, имеш... Тәү ҡарашҡа ярым шаярыу кеүек яңғыраған был фекерҙе мин Интернет селтәре киңлектәрендә тап иттем. Төптән уйлаһаң, был һүҙҙәрҙә күҙгә ташланып торған хәҡиҡәт һәм, ябай булһа ла, ниндәй оло мәғәнә ята: үҙ балаһына яҡшы әсәй булған ҡатын-ҡыҙ ғына “өләсәй” тигән яуаплы изге дә­рәжәгә эйә. Беренсенән, “балаң­дың балаһы балдан татлы”, ти­ҙәр, тимәк, тик яратҡан балаң­дың балаһы ғына йәнеңә яҡын, икенсенән, үҙ балаңа милли яҡтан да, әхлаҡи яҡтан да төплө тәрбиә биргән хәлдә генә, ейән-ейәнсәрҙәреңә лә шундай уҡ тәрбиә татыясаҡ.
Әсә булыуҙың бар ләззәтен татыған, мөһимлеген һәм яуап­лылығын иңдәрендә тойған ҡа­тын-ҡыҙ үҙенең икенсе изге тәғәйенләнеше өләсәй булыуға ла етди ҡарай. Үҙ балаһы йө­ҙөн­дә тотош милләттең килә­сәген тоҫмаллай ҙа алмаған әсәйҙән ниндәй лайыҡлы өләсәй сыҡһын инде?!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шундай әсәй­ҙәр. Юҡ, һүҙем әсә­лек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки мәхрүм ителергә тейеш, йәшел йылан, йә булмаһа, башҡа афәт һаҙлыҡтарына батҡандар хаҡында түгел. Сабыйҙарына аҡсаһын, иғти­барын, һөйөүен йәлләмәй үҫтергәндә лә, күңеле түрендә милләтенә, халҡына, теленә моңһоҙ, битараф ҡарашта бул­ған әсәләр барыбер балала милли үҙаңды тулыһынса тәр­биә­ләй алмай, киреһенсә, ғәзиземә киләсәк тормошонда ҡулайлыраҡ та, еңелерәк тә булыр, тип сабыйҙы бишектә сағында уҡ туған теленән биҙ­ҙереп, урыҫса һөйләшергә өйрәтә. Балаһын шундай рухта тәрбиәлә­гәндәрҙән, ул өләсәй булғас, ни өмөт итергә ҡала? Үҙ балаһында туған теленә һәм иленә һөйөү, һоҡланыу тойғоһо уятмаған, милли рухты әкиәт­тәр, туған моңдар, тарих аша әсә һөтө менән һеңдермәгәнде, ейән-ейәнсәрҙәренә быларҙы нисек алып барып еткерә алыр икән бындай өсөнсө быуын?
Кемдер минең менән килеш­мәҫ тә, бәлки. Балаларына өл­гө­лө әсәй, ейәндә­ренә хәстәр­лекле өләсәй була ала икән, ни өсөн унан милләт киләсәген ҡайғырт­тырып, артығын талап итергә, бөтәһе лә бер булмай бит, тиеүселәр табылыр. Ысынлап та, ейән-ейәнсәрҙәренә тейешле һөйөү һәм иғтибар бүләк итеүсе һәр өләсәй үҙенә күрә бер ихтирамға лайыҡ. Улайһа, бына һеҙгә бөгөнгөбөҙҙөң тағы ла бер өләсәй төрө.
Мәҫәлән, “кәкүк әсәй” йәки “кәкүк атай” тибеҙ. Баҡтиһәң, ғаиләлә әсәй менән атай кәкүк булмаған хәлдә лә, балаларына үрнәк булырға, аҡыллы кәңәш­тәре менән ярҙам итергә тейешле өләсәйҙәр ҙә көтөлмә­гәндә кәкүк булып ҡуя икән!.. Әллә артыҡ шаулы, ғәмһеҙ тормоштары үҙҙәре өләсәй булғас та икенсе юҫыҡ алыр тип ҡур­ҡалар, әллә иңдәренә төшкән оло, әммә абруйлы яуап­лы­лыҡтан ауырһыналар... Тормош булғас, була инде, ошонда­йыраҡ өләсәйҙәрҙе бер нисә тапҡыр осратырға тура килде. Баһа белеп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү, уларға аҡыллы өгөт-нәсихәттәр, кәңәштәр биреү, кескәй кешенең үҫешенә тос өлөш индереү урынына, бындай өләсәйҙәр күберәк үҙҙәре менән мәшғүл. “Артыҡ мәшәҡәт­ләп ҡуйма­һындар”, – тигән кеүек, ҡайһы берҙәре ейән-ейәнсәрҙәренән тулыһынса баш тарта хатта. Ҡара эслелекме, ғәмһеҙлек тойғо­һомо, үҙҙәренә лайыҡлы тәрбиә, мәғәнә­лелек етмәү әкәмәтеме, тик бындай күренештәр берҙәй ғибрәтле.
Ғөмүмән, кешенең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың был донъя­лағы төп тәғәйенләнеше, йәшәү мәғәнәһе – ул үҙ артыңдан ғүмер ҡалдырыу. Тоҡом булдырыу. Бала табыу, уны ашатыу-кейендереү, уҡытыуға, матди яҡтан тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡалмай ҡатын-ҡыҙҙың бурысы. Тәү сиратта, ул бала­һына төплө нигеҙҙә әхлаҡи һәм милли тәрбиә бирһә, ейән-ейән­сәрҙәренең үҫеше­нә лә ҙур иғтибар бүлергә тейеш. Тик ошо осраҡта ғына гүзәл заттың унан талап ителгән миссияһы үтәләсәк.
Кемгә нисектер, тик “өләсәй” һүҙен ишеткәс, шәхсән минең күҙ алдыма өйө, кескәйме ул, ҙурмы, гөлдәй балҡып, ә өҫтәле тәмле һый-ниғмәттән һығылып торған, йөҙөнән дә, хатта маң­лай һырҙа­рынан да айырым бер нур бөркөлгән һын килеп баҫа, ҡолағыма “ииий, ҡолон­сағым, бәпесем минең!” тигән һүҙҙәр ишетелгәндәй була. Өләсәй – ул үҙенә генә хас еҫ бөркөгән, төбөндә асылмаған әллә ниндәй серҙәр һаҡлаған семәрле һандыҡ, йоҡо алдынан һөйләнгән сикһеҙ ҡыҙыҡлы әкиәттәр, бер аҙ иҫкерә төшкән, өләсәйҙең үҙе һымаҡ оло кәштәлә һаҡланған тәмле кән­фиттәр, тарамышланып бөткән, әммә йылы йомшаҡ ҡулдар, күпереп үҫкән бәпкә үләнле йорт ихатаһы, бейек болдор... Бер минең генә түгел, күптәрҙең бала саҡтары нәҡ ошондай өләсәйҙәр менән үткәндер.
Ә бөгөнгә әйләнеп ҡарап, киләсәк быуынға ниндәй өлә­сәй­ҙәр килә һуң? Үҙебеҙҙең әсәйҙәребеҙҙең өлгөлө өләсәй булыуҙарына (һәйбәт әсәйҙәр хаҡында һүҙ, әлбиттә) шик тыумаһа ла, беҙ үҙебеҙ ниндәй өләсәйҙәр булырбыҙ, бына ни уйландыра... Эш тә эш тип күберәк карьера баҫҡысы аша өҫкә үрмәләгән йәки әҙәп-әх­лаҡтың, имандың, милли үҙаң­дың ни икәнен тоноҡ төҫмөр­лә­гән ХХI быуат ҡатын-ҡыҙы­ның олоғая төшкәс, башына ғәм, иңенә яуаплылыҡ ятһа ярай ҙа... Хәҙерге көндә йәше етеп, өләсәйлектең бар бәхетле яҡтарын татып ултырыу урынына тай-тулаҡтай күңелле тормош артынан сапҡан, йә булмаһа, яуаплы, хәстәрлекле өләсәй булып та, ейән-ейәнсәр­ҙәрен милли рухта тәрбиәлә­мәйенсә, уларға бишектән сит телде өйрәтергә маташҡандар кеүек булмаһаҡсы киләсәктә...
Милләтебеҙҙе, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттә­ре­беҙҙе һаҡлап ҡалыу хаҡында күп һөй­ләйбеҙ бөгөн, күп борсолабыҙ. Ә бит бы­ларҙың бөтәһе лә мотлаҡ үҙебеҙҙән башлана, хөрмәтле гүзәл заттар! Сабыйҙары­быҙға ниндәй тәрбиә биреүҙән башлана халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләү. Үҙебеҙ­ҙең ер йөҙөнә яңы тоҡом тыуҙырыусы әсә булыуыбыҙға ни тиклем яуаплы ҡарауы­быҙҙан башлана бары­һы ла. Тәүге бәпәй­ҙәребеҙҙе ҡулыбыҙға алыу менән үк беҙ үҙебеҙҙе милләт һағында тор­ған, лайыҡлы яңы быуын тәр­биәләгән өләсәй тигән изге ролгә әҙерләй башлайбыҙ. Башҡортлоғобоҙ ашып-ташып тора, халҡыбыҙ, илебеҙ, теле­беҙ киләсәгенә битараф түгел­беҙ, яҡшы әсәй, өлгөлө ҡатын булырға хыялланабыҙ икән, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙән башлайыҡ. Бының өсөн әллә ҡайҙарҙан әллә ниҙәр эҙләргә лә кәрәкмәй. Ни бары тәүҙә яҡшы әсәй, унан инде яҡшы өләсәй булыу ғына зарур.



Вернуться назад